Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Хуш, ауылым!
Ҡасандыр колхоз булыуын хәтерләткән элекке машина-трактор оҫтаханаһының ауылдың теләһә ҡайһы урынынан да күренеп торған бинаһы емерелгән. Хәйер, унда күмәк хужалыҡ милке икәнлеген күрһәтеп торған төрлө тракторҙар, комбайндар, йөк машиналары, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү техникаһы юҡҡа сыҡҡанына ла байтаҡ йылдар уҙған. Һуңғы һулышына саҡлы бина ауылдың көтөүгә йөрөмәгән һыйыр һәм йылҡы малдары өсөн йәйге селләнән, ямғырҙан ышыҡланыу урыны булып хеҙмәт итте.
Бында күптән иген сәсмәйҙәр, ҡасандыр иртә яҙҙан көҙгә саҡлы техника иңләгән баҫыуҙар билсән, һөтлөгән, әрем, мысай кеүек әрһеҙ ҡый үләндәре өсөн хөр урынға әүерелгән. Хәҙер улар ҙа ауыл крәҫтиәне бураҙна һалғанға тиклемге хәленә ҡайтып килә. Ауылда күмәк хужалыҡ юҡ, фермер хужалығы тергеҙергә йыйынғандар ҙа күренмәй. Мәктәпте тамамлаған йәштәр эш һәм йәшәү урыны эҙләп, сит тарафтарға юллана. Тәүлектең ҡайһы бер сәғәтендә йөҙ егерменән ашыу йорттан торған ауылдың урамында бер кемде лә күрмәҫһең! Бала-саға – һирәк күренеш, урта мәктәпкә иҫәп тотоп төҙөлгән бинаның коридорында футбол тубы тибергә бер кем ҡамасауламай. Ҡасандыр урамға һыймай ҡайтҡан ауыл көтөүе лә шыйыҡланған, сөнки мал аҫраусылар кәмей.


Боҙолған традициялар

Мин махсус рәүештә ауылдың ҡайһы район­да икәнен дә, исемен дә атаманым, сөнки ундайҙар хәҙер меңәрләгән. Бишәр һәм унан да күберәк балалы ғаиләләре, икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары, иҫәпһеҙ-һанһыҙ малы булған Рәсәй ауылдары күптән тарихҡа әүерелгән. Ҡотолғоһоҙ прогресс күренеше­ме әллә был? Шул арҡала оло хатаға әйләнгән сәйәсәт эҙемтәһеме? Ошо хаҡта фекер йөрөтөп ҡарайыҡ. Ләкин илебеҙҙең был хәлгә төшөүенең сәбәптәрен дөйөм ысул күҙлегенән сығып эҙләү ысынбарлыҡ менән иҫәпләшергә теләмәүҙе аңлатыр ине. Тарихтан яҡшы билдәле: ауылдарҙың барлыҡҡа килеү һәм йәшәү рәүеше бер төрлө түгел.
Башҡорт ауылдары, мәҫәлән, атаһы өй­ләнгән улын, икенсе ерҙә өй һалып, башҡа сығарыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Яңы урында яңы кешеләр ата-баба традицияларын дауам итеп, мал үрсетеп, бер аҙ иген игеп көн күргән, йәғни ошо рәүешле тормош быуаттар буйына дауам иткән. Башҡа халыҡ вәкилдәре, әлбиттә, еңелерәк тормош эҙләп, был тарафтарға күсеп ултырған. Ер хужалары башҡорттарҙан ҡуртымға ер алған. Билдәле, уларҙың хужалыҡ итеү алым­­дары ла башҡасараҡ булған.
Тағы ла бер мөһим хәлде иҫәпкә алыу мотлаҡ. Төрки халыҡтарҙың барыһына ла тиерлек мөһим мәсьәләләрҙе йыйындарҙа (ҡоролтайҙарҙа) хәл итеү – парламентаризм – хас булған. Аҫабалыҡ институты киң таралған һәм Совет власы урынлашҡанға саҡлы башҡорттарҙың социаль-иҡтисади тормошонда хәл иткес роль уйнаған йәмғиәттә шунһыҙ мөмкин дә булмағандыр. Башҡортостандың төп халҡынан айырмалы, күсеп ултырған халыҡтар вәкилдәре ундай институттарҙан файҙаланмаған, тимәк, ергә мөнәсәбәте лә башҡасараҡ булыуы бәхәс­һеҙ. Крепостной хоҡуҡ мөхитендә быуаттар буйы яфа сиккән урыҫтар тураһында әйтергә лә түгел. Был фекер, һис шикһеҙ, кемдәр­ҙелер кәмһетергә тырышыу өсөн әйтелмәй, әммә ул – мөһим факт, – һәм уның менән иҫәпләшеү мотлаҡ. Баш­ҡортостанда урыҫ ауылдарының юҡҡа сығып бөтөүе лә өлөшләтә шуның менән аңлатыла.

Күрһәтмә биреү системаһы

Колхоздар ойошторғанда, тап ошо хәлдән файҙаланғандар ҙа инде. Ғәҙеллек хаҡына шуны ла иҫкә алып үтеү урынлы: Совет осоро ауыл хужалығы үҫешендә батша Рәсәйе менән сағыштырғанда бер баҫҡысҡа юғары булыуына ҡарамаҫтан, уның традицион башҡорт хужалығына ҡот осҡос йоғон­тоһон да оноторға ярамай. Ерҙе со­­ци­ал­ләш­тереү лозунгыһы аҫтында баш­ҡорттарҙы аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеү халҡыбыҙҙың артабанғы яҙмышын хәүеф аҫтына ҡуйған. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: бүрене – үлән, ә һыйырҙы ит менән туҡландырыуға күсерҙеләр, ти. Артабан ни буласағын күҙ алдына килтереү ауыр түгел, икеһе лә астан һәләк буласаҡ. Эйе, был миҫал үтә лә ҡырағай тойола, ләкин әҙәм балаһы, социаль күренеш булыуҙан бигерәк, биологик есем. XVIII быуатта аҫаба ерҙә­ренең күпселегенән, тимәк, традицион мал­сылыҡтан яҙған башҡорттарҙың ниндәй аяныс хәлдә ҡалыуы, астан һәләк булыуы тураһында шул дәүерҙә беҙҙең тарафта йәшәгән урыҫ мәғрифәтселәре лә яҙып ҡалдырған.
Ерҙе социалләштереү, ғәмәлдә, быуаттар буйы аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡан ҡойған, ғүмерен биргән халыҡтың традицион хужа­лығының юҡҡа сығыуын аңлатҡан. Һис шикһеҙ, Совет власының ҡаҙаныштары ла аҙ түгел, шулай булмаһа, колхоз һәм совхоздар оҙаҡ йәшәй алмаҫ ине. Ләкин хосуси милекселек институтының ҡан дошманы бул­ған коммунистар хатта беҙҙең эраға саҡлы йәшәгән грек аҡыл эйәләренең, “ерҙә азат кеше генә эшләй ала” тигән аҫыл фекерен инҡар итеп, үҙҙәренең киләсәгенә балта сапҡан булып сыҡты. Эйе, советтар крәҫ­тиәнде азат итергә йыйынманы ла, һәм улар, ахыр килеп, үҙ хаталарының “емеш”ен татыны. Күрһәтмә буйынса эшләп өйрәнгән система, күрһәтмә биреүселәр юҡҡа сығыу менән, иртәнге томан кеүек, таралып төштө. Күрһәтмә атҡарып йәшәргә өйрәнгән йәмғиәт ҡалды һәм ҡырағай капитализм шарттарында үҙенә сираттағы етәкләүсене көтә. Ә ул һаман юҡ, сөнки Рәсәйҙә капитализм, ҡырағай булыуға ҡарамаҫтан, ирекле баҙар ҡанундары менән иҫәпләшергә мәжбүр.

Күптәнгелек мөһөрө һуғылмай

Аграр хужалыҡһыҙ бер генә йәмғиәт тә көн итә алмай. Ҡасандыр бөтә донъяла хакимлыҡ иткән инглиздәр ҙә тәүҙә, ауыл хужалығын бер ситкә ҡуйып, колониялар иҫәбенә йәшәһә лә, бер көн килеп тармаҡ менән етди шөғөлләнергә кәрәклеген иҫтәренә төшөрөргә мәжбүр була. Ватан аграр хужалығын тергеҙеү менән дә кем­гәлер шөғөлләнергә тура киләсәк. Тик улар ҡасандыр “оҙон ҡуллы” һанаулы кешеләрҙең кеҫәһенә законһыҙ рәүештә инеп ятҡан дөйөм хужалыҡ милке хаҡын законлы хужаларына ҡайтарыу мәсьәләһен ҡуҙғатырмы икән? Ә бит был проблема үтә мөһим, урланғанды ҡайтарыу фарыз булғаны өсөн генә лә түгел, шунһыҙ алданған ауыл кешелә­ренең ышанысын тергеҙеп булмая­саҡ. Был енәйәткә ҡарата күптәнгелек мөһө­рө һуғылырға тейеш түгел!
Беҙ барыбыҙ ҙа тыумы­шыбыҙ менән ауылдан, тигән бер аҡыл эйәһе. Ауылды һағынғандарға, йыр һәм сәсмә әҫәрҙәр ижад иткәндәргә беҙҙә ҡытлыҡ юҡ. “Һағындым ауылымды, ҡасан ҡайтыр­мын инде?..” ти­гәндәргә: ”Ҡайт һуң, һиңә бер кем дә ҡа­масауламай бит. Ауыл­да иркен, нигеҙ ҡор ҙа ата-баба традицияларын да­уам ит!” – тип әйтке килә. Тик унан ни файҙа, сөнки ауылды һағынғандар һис кенә лә ҡайтырға йыйынмай. Яуаптары ла билдәле: унда эш юҡ, күңелһеҙ һ.б. КПСС дәүерендәге ише, юғарынан күрһәтмә, ауылда тормош-көн­күрештең кемдер тарафынан яҡшыр­тылыуы көтөлә. Үкенескә ҡар­шы, беҙҙә, Европалағы кеүек, үҙ хоҡуҡтарын даулап, һарыҡтарын парламент бинаһы янына ҡыуалап кил­тер­гән фермерҙар юҡ.
Ниндәй хоҡуҡ? Ул граждандар йәмғиә­тенә ойоша алмаған рәсәйҙәр өсөн һаман буржуаз төшөнсә булып ҡала. Ҡасандыр ауылда тыуып үҫеп, ҙур түрә булып киткән меңәрләгән кеше үҙенең кескәй ватанын иҫкә алыу менән генә ҡәнәғәтләнә. Ә ауылға иҡтисади, социаль ярҙам тураһында хәс­тәрләгән кешеләр юҡ. Ниндәй аяныс!
Хуш, ауылым. Ләкин Ер шарында ваҡыт аҡҡанда, көн һайын ҡояш сығып, кисен ай ҡалҡҡанда, шифалы ләйсән ямғыры яу­ғанда, ауыл юҡҡа сыҡмаҫ. Әммә ул батша Рәсәйендәге йәки колхоздар дәүерендәге ауылды хәтерләтмәҫ, тарих ул саҡлы уҡ ҡабатланмай. Эшһеҙ йөрөгән кешеләргә унда урын булмаясаҡ, эскеселәр өсөн – бигерәк тә. Ауылда ысын-ысындан крәҫтиән ҡаны йөрөткән, эш өсөн янғандар ғына ҡалыр, һәм улар, һис шикһеҙ, үҙ хоҡуҡтарын яҡларға әҙер булыр.
Үрҙә крәҫтиән бураҙна һалғанға тиклемге хәленә ҡайта барған баҫыуҙар тиктәҫкә телгә алынманы. Ул хәҙерге башҡорт ауыл­дарының киләсәген образлы төҫмөрләргә ярҙам итә. Шул рәүешле башҡорт ауылы ла уҙған быуаттың 30-сы йылдарында юғалтҡан йөҙөн тергеҙер, ата-баба традициялары буйынса көн итә башлар, тип ышанғы килә. Бының өсөн дәүләтте, хеҙмәт кешеһе мәнфәғәтендә закондар сығарып, ул закондарҙың һәр кем тарафынан мотлаҡ үтәлешен тәьмин итергә һәләтле институтҡа әйләндерергә кәрәк буласаҡ.


Автор: Мөхәммәт ФӘЙРУШИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә