Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Болондарҙы моңға күмә егеттәр
Болондарҙы моңға күмә егеттәр
“Үҙәк” машина-технологик станцияһы Ҡырмыҫҡалы филиалының Еҙем бүлексәһендә сенаж һалыу һәм бесән йыйыу әүҙем ойошторолған. “500 ферма” программаһында ҡатнашҡан хужалыҡ һутлы аҙыҡ әҙерләүҙе тулыһынса теүәлләгән. Бесән йыйыу һуңғы гектарҙарҙа башҡарыла.


Болондарҙы моңға күмә егеттәр...Бүлексә етәксеһе Урал Яҡшы­баев беҙҙе юл буйындағы ҙур ғына болонда ҡаршыланы. Тиҫтәнән ашыу ҡеүәтле техника шытырлап кипкән бесәнде төргәкләп йыйыу менән мәшғүл.
– Бына әле килешеү нигеҙендә Арх-Латыш ауыл Советы ерендә бесән әҙерләйбеҙ, – тип һүҙ башланы Урал Кәлимулла улы. – Яҫма йыйған тракторҙар артынан уҡ төргәкләүсе агрегаттар төшкән. Ауырлығы өсәр центнерҙан да кәм булмаған рулондар, шунда уҡ “КамАЗ” машиналарына тейәлеп, ферма эргәһендәге һаҡлау урынына оҙатыла. Бөгөнгө аяҙҙың һәр сәғәте ҡәҙерле, аҙна-ун көндән иген баҫыуҙары көтә бит. Тракторсы егеттәр ҙә быны бик яҡшы аңлай.
Ул арала яҫма йыйыусы агрегат килеп туҡтаны.
– Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зөлфәр Абдуллин, – тип таныштырҙы “Беларусь” кабинаһынан төшкән тракторсы менән бүлексә етәксеһе һәм оло ихтирам менән өҫтәп ҡуйҙы:
– Ошо көндәрҙә алты тиҫтәһен тултырһа ла, күптәргә өлгө күрһәтә ветераныбыҙ.
Ҡыҫынды ауылында тыуып үҫкән Зөлфәр Хисмәтулла улы йәшлек йылдарында Бәләбәйҙә киң профилле механизатор һөнәрен үҙләш­тергән һәм бар ғүмерен уға арнаған. Хеҙмәт һөйгән, намыҫлы ир-уҙаман баҫыу-ҡырҙарҙағы юғары күрһәт­кестәре өсөн 2011 йылда маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
– Ауыл хужалығында ниндәй техника ҡулланыла – барыһы ла миңә буйһона инде, – тип йылмая тәжрибәле тракторсы. – Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә көндө төнгә ялғап эшләүгә күнегелгән. Һабантурғай йырын тыңлап, хуш еҫле сәскәле йәйгә күселә, унан һуң мул уңышлы көҙ килә. Игенсе хеҙмәтенең йәме-тәме лә шунда...
Көр күңелле Зөлфәр ағай менән һөйләшкәндә, МТС механизаторҙары – бесән йыйыусылар Абҙан ауылы егете Сәлих Ғүмәров, уның артынса Ғафури ерендә үҫкән Ғәзинур Исҡужин да беҙҙең янға туҡталды. Бүлексә етәксеһе уларҙың да хәл-әхүәлдәрен һорашып алды.
Егеттәрҙең һүҙҙәренсә, ойоштороу мәсьәләләре буйынса уларҙың бер ниндәй дәғәүәләре лә юҡ. Килеп эшләүселәр өсөн тейешле көнкүреш шарттары булдырылған, ике тапҡыр йылы аш әҙерләйҙәр. Техника төҙөк, рәхәтләнеп эшлә генә.
– Ысыҡтан-ысыҡҡаса яландабыҙ, – тиҙәр улар. – Беҙҙең теләк – мал аҙығы әҙерләүҙе тиҙ арала тамамлау. Иген йыйыуға ла күп ҡалмай бит...
Тиҙҙән механизаторҙарҙың һәр ҡайһыһы үҙ эшенә тотондо. Болон өҫтө бесән йыйыусы трактор моторҙарының “моңо”на күмелде.


Автор: Айсар ҮҘӘНБАЕВ. Фото: А. Нурмөхәмәтов.
Район: Архангел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә