“Үҙәк” машина-технологик станцияһы Ҡырмыҫҡалы филиалының Еҙем бүлексәһендә сенаж һалыу һәм бесән йыйыу әүҙем ойошторолған. “500 ферма” программаһында ҡатнашҡан хужалыҡ һутлы аҙыҡ әҙерләүҙе тулыһынса теүәлләгән. Бесән йыйыу һуңғы гектарҙарҙа башҡарыла.
...Бүлексә етәксеһе Урал Яҡшыбаев беҙҙе юл буйындағы ҙур ғына болонда ҡаршыланы. Тиҫтәнән ашыу ҡеүәтле техника шытырлап кипкән бесәнде төргәкләп йыйыу менән мәшғүл.
– Бына әле килешеү нигеҙендә Арх-Латыш ауыл Советы ерендә бесән әҙерләйбеҙ, – тип һүҙ башланы Урал Кәлимулла улы. – Яҫма йыйған тракторҙар артынан уҡ төргәкләүсе агрегаттар төшкән. Ауырлығы өсәр центнерҙан да кәм булмаған рулондар, шунда уҡ “КамАЗ” машиналарына тейәлеп, ферма эргәһендәге һаҡлау урынына оҙатыла. Бөгөнгө аяҙҙың һәр сәғәте ҡәҙерле, аҙна-ун көндән иген баҫыуҙары көтә бит. Тракторсы егеттәр ҙә быны бик яҡшы аңлай.
Ул арала яҫма йыйыусы агрегат килеп туҡтаны.
– Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зөлфәр Абдуллин, – тип таныштырҙы “Беларусь” кабинаһынан төшкән тракторсы менән бүлексә етәксеһе һәм оло ихтирам менән өҫтәп ҡуйҙы:
– Ошо көндәрҙә алты тиҫтәһен тултырһа ла, күптәргә өлгө күрһәтә ветераныбыҙ.
Ҡыҫынды ауылында тыуып үҫкән Зөлфәр Хисмәтулла улы йәшлек йылдарында Бәләбәйҙә киң профилле механизатор һөнәрен үҙләштергән һәм бар ғүмерен уға арнаған. Хеҙмәт һөйгән, намыҫлы ир-уҙаман баҫыу-ҡырҙарҙағы юғары күрһәткестәре өсөн 2011 йылда маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
– Ауыл хужалығында ниндәй техника ҡулланыла – барыһы ла миңә буйһона инде, – тип йылмая тәжрибәле тракторсы. – Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә көндө төнгә ялғап эшләүгә күнегелгән. Һабантурғай йырын тыңлап, хуш еҫле сәскәле йәйгә күселә, унан һуң мул уңышлы көҙ килә. Игенсе хеҙмәтенең йәме-тәме лә шунда...
Көр күңелле Зөлфәр ағай менән һөйләшкәндә, МТС механизаторҙары – бесән йыйыусылар Абҙан ауылы егете Сәлих Ғүмәров, уның артынса Ғафури ерендә үҫкән Ғәзинур Исҡужин да беҙҙең янға туҡталды. Бүлексә етәксеһе уларҙың да хәл-әхүәлдәрен һорашып алды.
Егеттәрҙең һүҙҙәренсә, ойоштороу мәсьәләләре буйынса уларҙың бер ниндәй дәғәүәләре лә юҡ. Килеп эшләүселәр өсөн тейешле көнкүреш шарттары булдырылған, ике тапҡыр йылы аш әҙерләйҙәр. Техника төҙөк, рәхәтләнеп эшлә генә.
– Ысыҡтан-ысыҡҡаса яландабыҙ, – тиҙәр улар. – Беҙҙең теләк – мал аҙығы әҙерләүҙе тиҙ арала тамамлау. Иген йыйыуға ла күп ҡалмай бит...
Тиҙҙән механизаторҙарҙың һәр ҡайһыһы үҙ эшенә тотондо. Болон өҫтө бесән йыйыусы трактор моторҙарының “моңо”на күмелде.