Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡазандарҙа яңғырай аҙан...
Ҡазандарҙа яңғырай аҙан...
Туғандаш Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы мең йыллыҡ тарихлы. Интернетта Ҡазандың иҫтәлекле урындары төшөрөлгән фотоларҙы ҡарай, дуҫ-иштәрҙең тәьҫораттарын ишетә торғас, был ҡаланы күреп ҡайтыу теләге менән, сессия етеп килһә лә, бер төркөм студент оҙон юлға сыҡтыҡ.



Ҡазандарҙа яңғырай аҙан...Яҡты теләктәр, изге маҡ­сат, күтәренке күңел менән башланды сәфәр. Алыҫ ара­ларҙы яҡынайтып, Ҡазанға тиҙ үк барып еттек. Ҡала беҙ­ҙе үҙенең ма­турлығы менән ихлас сәләмләп ҡаршы алды.
Ҡунаҡханаға урынлаштыҡ та экскур­сияға юлландыҡ. Беренсе сәйәхәтебеҙ – Кремлгә. Уның алдындағы майҙан тирә­ләй боронғо архитектуралы йорттар урын­лашҡан. Шунда уҡ — сувенир киосктары. Ҡол-Шәриф мәсете, Сөйөмбикә манараһы, Кремлде төҙөү­се­ләргә һәйкәл... Сувенирҙарға килгәндә, ниндәйе кәрәкһә, барыһы ла бар. Сигелгән түбәтәй, сәк-сәк – былары инде Ҡазан менән Татар­стан­дың милли бренды бейеклеге­нә ҡуйылған! Кремлде һоҡ­­­ла­нып ҡарап сығыуға, төш етте, тимәк, тамаҡ ялғарға ваҡыт. Бауман урамына тө­шөп, “Сәй йорто”на индек тә ҡапҡылап сыҡтыҡ. Бик ҡый­бат­ҡа төштө, ләкин тәмле итеп ашап алыуға бер кем дә ҡаршы түгел ине. Ҡала урамдары буйлап сәйәхәт ҡылғас, паркка юлландыҡ. Әлеге көндә ул “Ҡырлай” тип атала.
Ҡабан күле буйында бу­лып, Ғәлиәскәр Камал исе­мен­дәге театр эргәһендә “бе­йеп торған” фонтандарҙы күреп, һоҡланып туя алманыҡ.
Кискеһен ҡайтҡас, бүлмә тәҙрәһенән иҫ киткес тамаша ҡаршы алды – төрлө уттар менән янып-балҡып, Кремль күре­нә. “Мең дә бер кисә”нән бер күренеш тиерһең! Ҡол-Шәрифтең сихри уттарына бағып, бер мәлгә тын ҡалдыҡ. Ә моңло аҙан тауышы күңелде иркәләй. Ҡайҙа ул ир­тәнгә тиклем түҙеү – төнгө ҡала урамдарын гиҙергә сы­ғып киттек. Эргә­лә заманса тормош ҡайнай, ә Кремль мөһа­­бәт һәм ғорур көйө тын ғына бейектән ҡала ығы-зығыһын күҙәтә.
Ҡазан Мәскәү ваҡыты ме­нән йәшәй, шуға иртәгәһен көн тәртибе беҙҙең өсөн ашыҡмай ғына башланды. Тороп, тамаҡ ялғап алғас, экскурсия автобусында сәфәр­гә юлландыҡ. Өс сәғәт эсендә гид оҙатыуында Ҡазан ҡалаһының ­үткәнен һәм бөгөнгөһөн асыҡ сырамы­тырлыҡ иҫтәлекле урын­дар менән таныштыҡ.
Экскурсоводтың киң эрудициялы булыуы мотлаҡ: был — уның һөнәри үҙен­сәлеге. Был йәһәттән гидыбыҙ Оксана Ғәлибаева төплө белгес булыуы менән беҙҙе арбаны. Уның ябай­лығы, тормошсан, еңелсә юмор менән һөйләүе беҙҙең күңелдәрҙә яҡты хис­тәр уят­ты. Артабанғы экскурсия Та­тар­стандың Милли му­зе­йын­да булды. Ике ҡатты йөрөп сығып, татар халҡының боронғо тормошона күҙ һал­дыҡ. Иң ныҡ һоҡ­лан­дырған һәм иҫтәлекле экспонат­тар­ҙың береһе Екатерина II бат­ша­бикә­нең экипаж каретаһы булды.
Тәьҫораттарыбыҙ бихисап. “Юл аҙабы – гүр ғазабы” тигәнгә ҡарамай, бөтә нәмә уңай килеп торҙо. Ошоноң менән экскурсия бөттө тип уйламағыҙ, алда беҙҙе тағы ла шатландырырлыҡ урын ҡаршы алды. Ул – “Ривьера” аквапаркы! Дүрт сәғәт ваҡыт эсендә рәхәтләнеп ял иттек.
Ғөмүмән, Ҡазан ҡалаһы беҙҙең күңелдә матур хис-тойғолар ғына ҡалдырҙы.

Сафия СУФИЯНОВА,
БДУ студенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә