Туғандаш Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы мең йыллыҡ тарихлы. Интернетта Ҡазандың иҫтәлекле урындары төшөрөлгән фотоларҙы ҡарай, дуҫ-иштәрҙең тәьҫораттарын ишетә торғас, был ҡаланы күреп ҡайтыу теләге менән, сессия етеп килһә лә, бер төркөм студент оҙон юлға сыҡтыҡ.
Яҡты теләктәр, изге маҡсат, күтәренке күңел менән башланды сәфәр. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, Ҡазанға тиҙ үк барып еттек. Ҡала беҙҙе үҙенең матурлығы менән ихлас сәләмләп ҡаршы алды.
Ҡунаҡханаға урынлаштыҡ та экскурсияға юлландыҡ. Беренсе сәйәхәтебеҙ – Кремлгә. Уның алдындағы майҙан тирәләй боронғо архитектуралы йорттар урынлашҡан. Шунда уҡ — сувенир киосктары. Ҡол-Шәриф мәсете, Сөйөмбикә манараһы, Кремлде төҙөүселәргә һәйкәл... Сувенирҙарға килгәндә, ниндәйе кәрәкһә, барыһы ла бар. Сигелгән түбәтәй, сәк-сәк – былары инде Ҡазан менән Татарстандың милли бренды бейеклегенә ҡуйылған! Кремлде һоҡланып ҡарап сығыуға, төш етте, тимәк, тамаҡ ялғарға ваҡыт. Бауман урамына төшөп, “Сәй йорто”на индек тә ҡапҡылап сыҡтыҡ. Бик ҡыйбатҡа төштө, ләкин тәмле итеп ашап алыуға бер кем дә ҡаршы түгел ине. Ҡала урамдары буйлап сәйәхәт ҡылғас, паркка юлландыҡ. Әлеге көндә ул “Ҡырлай” тип атала.
Ҡабан күле буйында булып, Ғәлиәскәр Камал исемендәге театр эргәһендә “бейеп торған” фонтандарҙы күреп, һоҡланып туя алманыҡ.
Кискеһен ҡайтҡас, бүлмә тәҙрәһенән иҫ киткес тамаша ҡаршы алды – төрлө уттар менән янып-балҡып, Кремль күренә. “Мең дә бер кисә”нән бер күренеш тиерһең! Ҡол-Шәрифтең сихри уттарына бағып, бер мәлгә тын ҡалдыҡ. Ә моңло аҙан тауышы күңелде иркәләй. Ҡайҙа ул иртәнгә тиклем түҙеү – төнгө ҡала урамдарын гиҙергә сығып киттек. Эргәлә заманса тормош ҡайнай, ә Кремль мөһабәт һәм ғорур көйө тын ғына бейектән ҡала ығы-зығыһын күҙәтә.
Ҡазан Мәскәү ваҡыты менән йәшәй, шуға иртәгәһен көн тәртибе беҙҙең өсөн ашыҡмай ғына башланды. Тороп, тамаҡ ялғап алғас, экскурсия автобусында сәфәргә юлландыҡ. Өс сәғәт эсендә гид оҙатыуында Ҡазан ҡалаһының үткәнен һәм бөгөнгөһөн асыҡ сырамытырлыҡ иҫтәлекле урындар менән таныштыҡ.
Экскурсоводтың киң эрудициялы булыуы мотлаҡ: был — уның һөнәри үҙенсәлеге. Был йәһәттән гидыбыҙ Оксана Ғәлибаева төплө белгес булыуы менән беҙҙе арбаны. Уның ябайлығы, тормошсан, еңелсә юмор менән һөйләүе беҙҙең күңелдәрҙә яҡты хистәр уятты. Артабанғы экскурсия Татарстандың Милли музейында булды. Ике ҡатты йөрөп сығып, татар халҡының боронғо тормошона күҙ һалдыҡ. Иң ныҡ һоҡландырған һәм иҫтәлекле экспонаттарҙың береһе Екатерина II батшабикәнең экипаж каретаһы булды.
Тәьҫораттарыбыҙ бихисап. “Юл аҙабы – гүр ғазабы” тигәнгә ҡарамай, бөтә нәмә уңай килеп торҙо. Ошоноң менән экскурсия бөттө тип уйламағыҙ, алда беҙҙе тағы ла шатландырырлыҡ урын ҡаршы алды. Ул – “Ривьера” аквапаркы! Дүрт сәғәт ваҡыт эсендә рәхәтләнеп ял иттек.
Ғөмүмән, Ҡазан ҡалаһы беҙҙең күңелдә матур хис-тойғолар ғына ҡалдырҙы.
Сафия СУФИЯНОВА,
БДУ студенты.