Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет утрауында тәхеттәгеләй
Бәхет утрауында тәхеттәгеләй
Төбәгебеҙҙең һәр ауылында ихлас күңелле, алсаҡ, дәртле, тамырҙарына, йолаларына тоғро халыҡ йәшәүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Йылайыр районының төпкөлөндә ятҡан Ҡыҙҙарбиргәндә лә (халыҡ уны Үркәс тип атай) ошондай күркәм сифаттарға эйә кешеләр ғүмер итә.
Ауыл район үҙәгенән 110 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, ә күрше ятҡан Бөрйәнгә – 50, Күгәрсенгә 60 километр. Шуға күрә үркәстәр, Юлдыбайға һирәк йөрөһә лә, яҡындағы райондарҙа йыш була. Күптәр балаларын Күмертау, Мәләүез ҡалаларына уҡырға ебәрә.


Бәхет утрауында тәхеттәгеләйГармундар уйнай әле!

Сәфәребеҙҙе мәҙәниәт усаҡтарынан башларға булдыҡ. Юлдашым – район хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге етәксеһе Флүрә Ҡоҙашева – менән клубҡа етәрәк гармун тауышын ишетеп, туҡтап ҡалдыҡ. Ҡайһылай танһыҡ ошо моң! Хистәрҙе гөлт итеп ҡабындырып ебәрә бит ул!
Мәҙәниәт йортонда ике апай гармун тарта икән. Хас та төпкөлсә – ихласлап, рәхәтләнеп уйнайҙар! Клуб мөдире Динара Ғәйнуллинаның әйтеүенсә, ауылда тиҫтәнән ашыу кеше гармунда һыҙҙыра.
– Килерегеҙҙе ниңә алдан әйтмәнегеҙ инде? – тип бер аҙ үпкәләп тә ҡуйҙы ул. – Гармунсылар ансамбленең сығышы ме­нән ҡаршы алыр инек...
Ике тиҫтә йылдан ашыу мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән Динара ханымдың үркәстәр өсөн йән атып тороуына, фиҙа­кәрлегенә һоҡланып туйғыһыҙ. “Беҙҙең тарафҡа сәнғәт оҫталарының бөтөнләй килмәүе сәбәпле, барлыҡ мәҙәни сара­ларҙы үҙебеҙ ойошторабыҙ. Боронғо башҡорт ауылы һаналған Үркәстә төрлө милләт кешеләре дуҫ, татыу, берҙәм йә­шәй”, – ти ул.
Клуб 1975 йылда төҙөлгән, утын ме­нән йылытыла. Ошо уҡ бинала китапхана урын­лашҡан. Уның етәксеһе Зоя Чернова әйтеүенсә, ете меңгә яҡын китап бар, матбуғат баҫмаларын күпләп алдыралар. Төпкөл ауылдарҙың күбеһенә почтаны аҙнаһына бер тапҡыр ғына алып кил­һәләр, бында, юлдың йыраҡлығына ҡара­майынса, өс мәртәбә ташыйҙар. Шуныһы айы­рыуса һөйөндөрҙө: Үркәстәге барлыҡ башҡорттар (улар ауыл халҡының 75 процентын тәшкил итә) “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды. Гәзитебеҙ 50 йортҡа киләсәк!

Бәхет утрауында тәхеттәгеләйБөрйәндән – моң, Йылайырҙан илһам алып...

Бөрйәндәр менән күрше йәшәү Үркәс­тең тәүәккәл егеттәре өсөн ғәжәп ҡулай: кәләште әллә ҡайҙан күҙләп йөрөргә түгел, һылыу ҡыҙҙар эргәлә генә! Килен­дәрҙең күбеһе – Әтек ауылынан. Араларында хатта бер туғандар ҙа бар. Ҡара ҡашлы, һомғол буйлы, башҡорт рухын, милләт ҡотон һаҡлаған Бөрйән ҡыҙҙа­рының бер нисәүһе менән яҡындан таныштырып үтәйек. Мәҫәлән, күңе­лебеҙҙе гармун моңона сорнап ҡаршы­лаған Фирүзә Йәнгирова – “ҡарағайҙар төбәге”­нән. Өфө урман хужалығы техникумын тамамлағас, Үркәскә эшкә ебәрелгән ҡыҙ ғүмерлеккә ошонда тороп ҡалған, ире Рәзиф Әғләм улы менән өс бала үҫтергән. Ижад менән шөғөлләнә, байтаҡ йыр авторы ла ул. Саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы, ҡәләменә тотона Фирүзә Миңлебай ҡыҙы. Уның һүҙҙәренә райондашы, үҙеш­мәкәр композитор Дамир Солтанов яҙған “Атайыма” тигән йыр радио тулҡын­дарында йыш ишетелә.
Йылайырҙағы “Ауыл уттары” гәзите редакцияһы ойошторған әҙәби конкурста II урынды яулауы ла Фирүзә апайҙың ижади күңелле талант эйәһе булыуы хаҡында һөйләй. Яҙған шиғырҙарын бер нисә китапҡа тупларға мөмкин булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә был эште тормошҡа ашырыу мөмкинлеге табыл­маған.

Бәхет утрауында тәхеттәгеләйСәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша

Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән, бар­лыҡ сараларҙың уртаһында йөрөгән һоҡланғыс инәй бар. Ул – Фирүзә Йән­гированың бер туған апаһы Әминә Ғәйнуллина. Оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡыт­ҡан ханым ҡул эштәренә лә оҫта. Иң яратҡан шөғөл­дәренең береһе – сәскә үҫтереү. Йортон ниндәй генә гөл биҙәмәй! Баҡсаһындағы мөғжизә хаҡында инде әйтеп тораһы ла түгел: төрлө төҫтә нур һипкән петуния, күҙҙең яуын алырлыҡ георгин, сағыу астра, наҙлы миләүшә... Бына шулай күңел матурлығын тирә-йүнгә йәлләмәй өләшеп йәшәй Әминә апай.
Шуны билдәләп китеү кәрәк: ауылдың рухлы ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәре шәхси аҡсаларына милли кейемдәр тектереп алған, ҡашмау-селтәрҙәрҙе лә эшләгән.

Сабыйҙарҙы “Йәйғор” көтә

“Йәйғор”ҙо төрлө төҫтә балҡыта”, – ти ауылдаштары “Йәйғор” балалар баҡсаһы мөдире Зөлфирә Күжәбаева хаҡында. Был уңған, тырыш, яҡты күңелле гүзәл зат вәкиле лә – Бөрйәндән.
1986 йылда төҙөлгән балалар баҡса­һында кескәйҙәргә уңайлы шарттар тыу­ҙы­рылған. Бөгөн унда 15 сабый тәр­­биә­ләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ бар­ғанда кес­кәйҙәр ялға ебәрелгән ине. Уның ҡарауы, тәрбиәселәр Зәкиә Хәй­руллина, Вәсилә Юлсурина, ашнаҡсы Роза Кучуковалар менән аралашыу мөмкинлеге булды. Улар ремонт эштәре менән мәш­ғүл ине.
Балалар баҡсаһында төрлө темаға ижади күргәҙмәләр ҡуйылған, тәрбиәсе­ләрҙең ҡул эштәре менән дә танышырға мөмкин.

Бәхет утрауында тәхеттәгеләйШанлы тарихтың тере шаһиты

Һәр төбәктең үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡылары була. Йылайырҙар, мәҫә­лән, төйәгендә тамыр йәйгән меңйәшәр ҡарағас менән ғорурланырға хаҡлы. Үркәстән ике саҡрым алыҫлыҡта үҫкән ҡарт ағастың бейеклеге – 28 метр, йыуанлығы 1 метр 80 сантиметрға етә. Үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы былтыр ауыл хакимиәте башлығы Данил Ал­ғазиндың тырышлығы менән ҡайтанан бик матур итеп кәртәләп алынған. Ситтән килгәндәр өсөн мәғлүмәт таҡтаһы ҡу­йылған, ултырырға урын эшләнгән, ял итеү мөмкинлектәре булдырылған. Мең­йә­шәр ҡарағас янына килеүселәр күп. Уны ҡосаҡлап тороп, изге теләктәр теләп, төрлө ауырыу-зәхмәттән ҡотолғандар ҙа байтаҡ, тиҙәр.
Шанлы һәм данлы тарихыбыҙҙың тере шаһиты булған тәбиғәт мөғжизәһенең бер нисә ботағы ҡороп, һынырға тороуы бошондора үркәстәрҙе. Шулай ҙа ғорур ҡарағас әле бирешерлек түгел. Янында сығып килгән кескәй үҫентеләре лә уға көс-ғәйрәт өҫтәгән кеүек.

Ҡарағас һағыҙы сәйнәгең киләме?

Улайһа, кил һин дә Үркәскә! Һағыҙҙы тәмләп кенә түгел, нисек эшләгәндәрен дә күреп, өйрәнеп ҡайтырһың.
Бала саҡта ҡарағас һағыҙы алыр өсөн ауылдан йыраҡҡа йөрөй торғайныҡ. Баҡ­тиһәң, белмәйенсә сайыр сәйнәп йөрө­гәнбеҙ икән. Ә ысынын әҙерләүҙең үҙ сере бар. Уның менән беҙҙе ауылда ҡарағас һағыҙы ҡайнатып, һатыуға алып сыҡҡан егәрле ҡатындарҙың береһе Зинфира Сурдо таныштырҙы.
Иң тәүҙә сайыры ағып торған ҡайыр­ҙарҙы тоҡлап тигәндәй йыйып алаһың. Уларҙы таҙартып, ҡараңғы урынға йәйеп ҡуйырға кәрәк. Шулай иткәндә, ҡайыр кипмәйәсәк: уны тиҙ генә эшкәртеп булмауы ла бар бит.
Әҙер ҡарағас ҡайырын сөгөндөң йәки кәстрүлдең башына бәйләнгән сепрәккә самалап һалып, талғын утта тотаһың. Сайыр әкренләп иреп, шыйыҡсаға әйлә­неп, һауыттың эсенә аға. Унан ҡалаҡ ярҙамында төрлө фигуралар яһарға мөмкин. Бер аҙ һыуытып алғас, әҙер һағыҙҙы сәйнәргә була. Тәмлелеге!.. Бала саҡта кисергән кинәнестәрҙе яңынан тойҙорған, өләсәйҙәрҙең шөғөлөн терге­ҙеп, уны киләсәк быуынға еткерәсәк апай-инәйҙәргә рәхмәт белдереү генә аҙ. Кәсептәрен халыҡҡа күрһәтергә кәрәктер. “Улар ни фәҡәт табыш алыу өсөн эшләйҙер”, – тип минең менән килеш­мәгәндәр ҙә табылыр. Ә бөгөн кешеләр­ҙең магазиндағы төрлө сағыу ҡаптарҙа ялтыраған, әллә күпме химик матдәләр ҡушылған һағыҙға ышанып, һаулығына зыян килтереүен иҫәпкә алһаҡ... Күптәр боронғолар ҡайнатҡан туҙ һәм ҡарағас һағыҙы, уның шифаһы тураһында белмәйҙер ҙә әле.

Бәхет утрауында тәхеттәгеләйҺикһәнде үткән “баллы” инәй

Үркәс ауылы хакимиәте башлығы Данил Алғазин әйтеүенсә, бындағы халыҡтың күбеһе ағас эшкәртеү, умарта­сылыҡ менән шөғөлләнә. “Араларында 80 йәште үткән инәй ҙә бар әле!” – тигәс, аптырауымдың сиге булманы. Был йүн­сел менән танышыу теләген белдер­ҙем. Етәксе машинаһын “баллы инәй”ҙең йортона ҡарай борҙо.
82-се йәш менән барған Әсмә Ғәйнуллина йорто алдында биш умарта тота икән.
– Ҡартым Айнулла ғүмер буйы ҡортсо­лоҡ менән шөғөлләнде, – тип хәтирәләргә бирелде ул. – Заманында 50-ләп умар­табыҙ булды, һәр саҡ Бөрйәндән башҡорт тоҡомло ҡорттар алып ҡайтыр инек. Айнулланың вафатынан һуң умар­таларҙы бөтөрөргә ҡулым барманы, рухын рән­йетеүҙән ҡурҡтым. Янында йөрөп, ҡорт­тарҙы нисек тәрбиәләргә өй­рәнеп бөт­кәйнем инде...
Әсмә инәй ҡыҙы Нәсимә менән йәшәй. Хәҙер күп эште башҡара алмаһа ла, умарталарын ҡарауҙы ҡыҙына һаман да ышанып тапшыра алмай.
Ят кешеләр килгәнен тойған нәҙекәй­билдәр геүләп осоуҙан туҡтамағас, улар­ҙың янына барып тормаҫҡа булдыҡ. Ә бына Әсмә инәй умарталары эргәһендә фотоға төшөргә ҡыуанып ризалашты.

Ҡорото – бер ҡаҙан!

Кешене тыуған ере, бала саҡ хәтирә­ләре һәр ерҙә оҙатып йөрөй, күрәһең. Машинала ауыл урамынан үтеп барышлай тыштағы мейесе янында ниҙер эшләп торған апайҙы шәйләп ҡалдым. Өләсә­йемдең ҡорот ҡайнатҡан мәле йәшен тиҙлегендәй күҙ алдымдан үтеп китте... Түҙмәнем, машинаны туҡтатып, таныш булмаған апай янына барҙым. Ап-аҡ балсыҡ менән ағартылған кирбес мейес ихатаға йәм биреп ултыра. Унда Маһинур инәй Алғазина бер ҡаҙан итеп ҡорот ҡайната. Инеүемдең сәбәбен төшөндөр­гәс, рәхәтләнеп көлдө лә, “һә” тигәнсә ҡашмауын кейеп сығып, фотоға төшөргә тип баҫты. Эй, ошо ауыл инәйҙәренең эскерһеҙлеге, ихласлығы! Ошо сифаттары менән йәнде иретә, күңелде күтәрә бит улар!
– Яҙ етеү менән мейесемде тиҙ арала йүнәтеп, аҡ балсыҡ менән ағартып ҡуям, – ти Маһинур инәй. – Мейестә ҡабарып бешкән икмәккә, рәхәтләнеп ҡорот ҡай­натыуға ни етә?!
Ошолай бер кемгә үпкә белдермәй, һәүетемсә йәшәп ятыуы, юҡтан бар яһарға тырышыуы менән күптәргә өлгө булып тора төпкөл халҡы.

Бәхет утрауында тәхеттәгеләйЙыраҡта йәшәүҙең дә өҫтөнлөктәре бар

Үркәс тулы булмаған урта мәктәбендә 18 уҡыусы белем ала, тиҫтәгә яҡын уҡытыусы эшләй. Мәғариф учреждение­һы, башҡаларҙан йыраҡта урынлашҡан­лыҡтан, ябылмай һаҡланып ҡалған. Хәйер, хакимиәт составында ла Үркәс үҙе генә. Хәлдең ошолай булыуы район үҙәгенән, эргә-тирәләге ауылдарҙан йы­раҡ­лыҡ менән аңлатыла. Шуға күрә, үрҙә яҙып үткәнемсә, халыҡ күрше ятҡан Күгәрсен, Мәләүез, Көйөргәҙе райондарына сығып килеүҙе хуп күрә. Хатта Бөрйәндең Иҫке Собханғол ауылына барып ҡайтыу Йылайырға йөрөүҙән күпкә арзанға төшә.
Йәштәрҙең күбеһе бында ҡалырға ынтылмай. Шулай ҙа араларында тыуған төйәгендә төпләнгәндәр, ата-бабаһының нигеҙен ҡоротмай, уларҙың шөғөлөн дауам итеп йәшәгәндәр бар. Ауыл хаки­миәте башлығы Данил Алғазин да шун­дайҙарҙан. Уның ҡатыны Луиза Миң­­ле­ғәле ҡыҙы – Үркәс ҡыҙы. Йәш ғаилә Илнур, Илсур, Илдар исемле улдар үҫтерә. Йорттары ауылға йәм биреп ултырғандай. Кем белә, бәлки, өс улы, атаһының юлын дауам итеп, нигеҙен ташламаҫ, милли кәсептәребеҙҙе үҫте­реп йәшәр? Шулай булһа, Үркәс нисек бөтһөн, мәктәп ябылһын, гармун тауышы тынһын инде?! Төпкөлдәге тормошто күреп, кеше­ләрҙең дәртле, сәмле булыуына һоҡ­ланып, “ауылдар бөтәсәк” тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫ түгеллегенә йәнә бер ҡат инанғандай булаһың да ул... Йөҙөндәге нур, йөрәгендәге ҡуҙ, күңелендәге хыялдары ғына һүнмәһен ғорур, рухлы, тырыш төпкөл халҡының.
Район үҙәгенән алыҫта, бер утрауҙа айырым татыу ғаилә булып йәшәгән Ҡыҙҙарбиргән ауылы халҡын борсоған мәсьәләләр юҡ түгел, әлбиттә. Был юлы уларҙы ситләтеп үтергә тырышып ҡара­йыҡ. “Бөгөнгө ҡатмарлы заманда ҡайҙа­лыр йыраҡта, “бәхет утрауы”нда, гөр­лә­шеп йәшәгән кешеләр бар икән!” – тип уйлайыҡ. Ә хәл итәһе мәсьәләләрҙе район хакимиәте вәкилдәре үҙҙәре лә ишетте, тейешле урындарға былай ҙа еткерелер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872