Төбәгебеҙҙең һәр ауылында ихлас күңелле, алсаҡ, дәртле, тамырҙарына, йолаларына тоғро халыҡ йәшәүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Йылайыр районының төпкөлөндә ятҡан Ҡыҙҙарбиргәндә лә (халыҡ уны Үркәс тип атай) ошондай күркәм сифаттарға эйә кешеләр ғүмер итә.
Ауыл район үҙәгенән 110 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, ә күрше ятҡан Бөрйәнгә – 50, Күгәрсенгә 60 километр. Шуға күрә үркәстәр, Юлдыбайға һирәк йөрөһә лә, яҡындағы райондарҙа йыш була. Күптәр балаларын Күмертау, Мәләүез ҡалаларына уҡырға ебәрә.
Гармундар уйнай әле!Сәфәребеҙҙе мәҙәниәт усаҡтарынан башларға булдыҡ. Юлдашым – район хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге етәксеһе Флүрә Ҡоҙашева – менән клубҡа етәрәк гармун тауышын ишетеп, туҡтап ҡалдыҡ. Ҡайһылай танһыҡ ошо моң! Хистәрҙе гөлт итеп ҡабындырып ебәрә бит ул!
Мәҙәниәт йортонда ике апай гармун тарта икән. Хас та төпкөлсә – ихласлап, рәхәтләнеп уйнайҙар! Клуб мөдире Динара Ғәйнуллинаның әйтеүенсә, ауылда тиҫтәнән ашыу кеше гармунда һыҙҙыра.
– Килерегеҙҙе ниңә алдан әйтмәнегеҙ инде? – тип бер аҙ үпкәләп тә ҡуйҙы ул. – Гармунсылар ансамбленең сығышы менән ҡаршы алыр инек...
Ике тиҫтә йылдан ашыу мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән Динара ханымдың үркәстәр өсөн йән атып тороуына, фиҙакәрлегенә һоҡланып туйғыһыҙ. “Беҙҙең тарафҡа сәнғәт оҫталарының бөтөнләй килмәүе сәбәпле, барлыҡ мәҙәни сараларҙы үҙебеҙ ойошторабыҙ. Боронғо башҡорт ауылы һаналған Үркәстә төрлө милләт кешеләре дуҫ, татыу, берҙәм йәшәй”, – ти ул.
Клуб 1975 йылда төҙөлгән, утын менән йылытыла. Ошо уҡ бинала китапхана урынлашҡан. Уның етәксеһе Зоя Чернова әйтеүенсә, ете меңгә яҡын китап бар, матбуғат баҫмаларын күпләп алдыралар. Төпкөл ауылдарҙың күбеһенә почтаны аҙнаһына бер тапҡыр ғына алып килһәләр, бында, юлдың йыраҡлығына ҡарамайынса, өс мәртәбә ташыйҙар. Шуныһы айырыуса һөйөндөрҙө: Үркәстәге барлыҡ башҡорттар (улар ауыл халҡының 75 процентын тәшкил итә) “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды. Гәзитебеҙ 50 йортҡа киләсәк!
Бөрйәндән – моң, Йылайырҙан илһам алып...Бөрйәндәр менән күрше йәшәү Үркәстең тәүәккәл егеттәре өсөн ғәжәп ҡулай: кәләште әллә ҡайҙан күҙләп йөрөргә түгел, һылыу ҡыҙҙар эргәлә генә! Килендәрҙең күбеһе – Әтек ауылынан. Араларында хатта бер туғандар ҙа бар. Ҡара ҡашлы, һомғол буйлы, башҡорт рухын, милләт ҡотон һаҡлаған Бөрйән ҡыҙҙарының бер нисәүһе менән яҡындан таныштырып үтәйек. Мәҫәлән, күңелебеҙҙе гармун моңона сорнап ҡаршылаған Фирүзә Йәнгирова – “ҡарағайҙар төбәге”нән. Өфө урман хужалығы техникумын тамамлағас, Үркәскә эшкә ебәрелгән ҡыҙ ғүмерлеккә ошонда тороп ҡалған, ире Рәзиф Әғләм улы менән өс бала үҫтергән. Ижад менән шөғөлләнә, байтаҡ йыр авторы ла ул. Саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы, ҡәләменә тотона Фирүзә Миңлебай ҡыҙы. Уның һүҙҙәренә райондашы, үҙешмәкәр композитор Дамир Солтанов яҙған “Атайыма” тигән йыр радио тулҡындарында йыш ишетелә.
Йылайырҙағы “Ауыл уттары” гәзите редакцияһы ойошторған әҙәби конкурста II урынды яулауы ла Фирүзә апайҙың ижади күңелле талант эйәһе булыуы хаҡында һөйләй. Яҙған шиғырҙарын бер нисә китапҡа тупларға мөмкин булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә был эште тормошҡа ашырыу мөмкинлеге табылмаған.
Сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамашаХаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән, барлыҡ сараларҙың уртаһында йөрөгән һоҡланғыс инәй бар. Ул – Фирүзә Йәнгированың бер туған апаһы Әминә Ғәйнуллина. Оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытҡан ханым ҡул эштәренә лә оҫта. Иң яратҡан шөғөлдәренең береһе – сәскә үҫтереү. Йортон ниндәй генә гөл биҙәмәй! Баҡсаһындағы мөғжизә хаҡында инде әйтеп тораһы ла түгел: төрлө төҫтә нур һипкән петуния, күҙҙең яуын алырлыҡ георгин, сағыу астра, наҙлы миләүшә... Бына шулай күңел матурлығын тирә-йүнгә йәлләмәй өләшеп йәшәй Әминә апай.
Шуны билдәләп китеү кәрәк: ауылдың рухлы ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәре шәхси аҡсаларына милли кейемдәр тектереп алған, ҡашмау-селтәрҙәрҙе лә эшләгән.
Сабыйҙарҙы “Йәйғор” көтә“Йәйғор”ҙо төрлө төҫтә балҡыта”, – ти ауылдаштары “Йәйғор” балалар баҡсаһы мөдире Зөлфирә Күжәбаева хаҡында. Был уңған, тырыш, яҡты күңелле гүзәл зат вәкиле лә – Бөрйәндән.
1986 йылда төҙөлгән балалар баҡсаһында кескәйҙәргә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Бөгөн унда 15 сабый тәрбиәләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ барғанда кескәйҙәр ялға ебәрелгән ине. Уның ҡарауы, тәрбиәселәр Зәкиә Хәйруллина, Вәсилә Юлсурина, ашнаҡсы Роза Кучуковалар менән аралашыу мөмкинлеге булды. Улар ремонт эштәре менән мәшғүл ине.
Балалар баҡсаһында төрлө темаға ижади күргәҙмәләр ҡуйылған, тәрбиәселәрҙең ҡул эштәре менән дә танышырға мөмкин.
Шанлы тарихтың тере шаһитыҺәр төбәктең үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡылары була. Йылайырҙар, мәҫәлән, төйәгендә тамыр йәйгән меңйәшәр ҡарағас менән ғорурланырға хаҡлы. Үркәстән ике саҡрым алыҫлыҡта үҫкән ҡарт ағастың бейеклеге – 28 метр, йыуанлығы 1 метр 80 сантиметрға етә. Үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы былтыр ауыл хакимиәте башлығы Данил Алғазиндың тырышлығы менән ҡайтанан бик матур итеп кәртәләп алынған. Ситтән килгәндәр өсөн мәғлүмәт таҡтаһы ҡуйылған, ултырырға урын эшләнгән, ял итеү мөмкинлектәре булдырылған. Меңйәшәр ҡарағас янына килеүселәр күп. Уны ҡосаҡлап тороп, изге теләктәр теләп, төрлө ауырыу-зәхмәттән ҡотолғандар ҙа байтаҡ, тиҙәр.
Шанлы һәм данлы тарихыбыҙҙың тере шаһиты булған тәбиғәт мөғжизәһенең бер нисә ботағы ҡороп, һынырға тороуы бошондора үркәстәрҙе. Шулай ҙа ғорур ҡарағас әле бирешерлек түгел. Янында сығып килгән кескәй үҫентеләре лә уға көс-ғәйрәт өҫтәгән кеүек.
Ҡарағас һағыҙы сәйнәгең киләме?Улайһа, кил һин дә Үркәскә! Һағыҙҙы тәмләп кенә түгел, нисек эшләгәндәрен дә күреп, өйрәнеп ҡайтырһың.
Бала саҡта ҡарағас һағыҙы алыр өсөн ауылдан йыраҡҡа йөрөй торғайныҡ. Баҡтиһәң, белмәйенсә сайыр сәйнәп йөрөгәнбеҙ икән. Ә ысынын әҙерләүҙең үҙ сере бар. Уның менән беҙҙе ауылда ҡарағас һағыҙы ҡайнатып, һатыуға алып сыҡҡан егәрле ҡатындарҙың береһе Зинфира Сурдо таныштырҙы.
Иң тәүҙә сайыры ағып торған ҡайырҙарҙы тоҡлап тигәндәй йыйып алаһың. Уларҙы таҙартып, ҡараңғы урынға йәйеп ҡуйырға кәрәк. Шулай иткәндә, ҡайыр кипмәйәсәк: уны тиҙ генә эшкәртеп булмауы ла бар бит.
Әҙер ҡарағас ҡайырын сөгөндөң йәки кәстрүлдең башына бәйләнгән сепрәккә самалап һалып, талғын утта тотаһың. Сайыр әкренләп иреп, шыйыҡсаға әйләнеп, һауыттың эсенә аға. Унан ҡалаҡ ярҙамында төрлө фигуралар яһарға мөмкин. Бер аҙ һыуытып алғас, әҙер һағыҙҙы сәйнәргә була. Тәмлелеге!.. Бала саҡта кисергән кинәнестәрҙе яңынан тойҙорған, өләсәйҙәрҙең шөғөлөн тергеҙеп, уны киләсәк быуынға еткерәсәк апай-инәйҙәргә рәхмәт белдереү генә аҙ. Кәсептәрен халыҡҡа күрһәтергә кәрәктер. “Улар ни фәҡәт табыш алыу өсөн эшләйҙер”, – тип минең менән килешмәгәндәр ҙә табылыр. Ә бөгөн кешеләрҙең магазиндағы төрлө сағыу ҡаптарҙа ялтыраған, әллә күпме химик матдәләр ҡушылған һағыҙға ышанып, һаулығына зыян килтереүен иҫәпкә алһаҡ... Күптәр боронғолар ҡайнатҡан туҙ һәм ҡарағас һағыҙы, уның шифаһы тураһында белмәйҙер ҙә әле.
Һикһәнде үткән “баллы” инәйҮркәс ауылы хакимиәте башлығы Данил Алғазин әйтеүенсә, бындағы халыҡтың күбеһе ағас эшкәртеү, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. “Араларында 80 йәште үткән инәй ҙә бар әле!” – тигәс, аптырауымдың сиге булманы. Был йүнсел менән танышыу теләген белдерҙем. Етәксе машинаһын “баллы инәй”ҙең йортона ҡарай борҙо.
82-се йәш менән барған Әсмә Ғәйнуллина йорто алдында биш умарта тота икән.
– Ҡартым Айнулла ғүмер буйы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнде, – тип хәтирәләргә бирелде ул. – Заманында 50-ләп умартабыҙ булды, һәр саҡ Бөрйәндән башҡорт тоҡомло ҡорттар алып ҡайтыр инек. Айнулланың вафатынан һуң умарталарҙы бөтөрөргә ҡулым барманы, рухын рәнйетеүҙән ҡурҡтым. Янында йөрөп, ҡорттарҙы нисек тәрбиәләргә өйрәнеп бөткәйнем инде...
Әсмә инәй ҡыҙы Нәсимә менән йәшәй. Хәҙер күп эште башҡара алмаһа ла, умарталарын ҡарауҙы ҡыҙына һаман да ышанып тапшыра алмай.
Ят кешеләр килгәнен тойған нәҙекәйбилдәр геүләп осоуҙан туҡтамағас, уларҙың янына барып тормаҫҡа булдыҡ. Ә бына Әсмә инәй умарталары эргәһендә фотоға төшөргә ҡыуанып ризалашты.
Ҡорото – бер ҡаҙан!Кешене тыуған ере, бала саҡ хәтирәләре һәр ерҙә оҙатып йөрөй, күрәһең. Машинала ауыл урамынан үтеп барышлай тыштағы мейесе янында ниҙер эшләп торған апайҙы шәйләп ҡалдым. Өләсәйемдең ҡорот ҡайнатҡан мәле йәшен тиҙлегендәй күҙ алдымдан үтеп китте... Түҙмәнем, машинаны туҡтатып, таныш булмаған апай янына барҙым. Ап-аҡ балсыҡ менән ағартылған кирбес мейес ихатаға йәм биреп ултыра. Унда Маһинур инәй Алғазина бер ҡаҙан итеп ҡорот ҡайната. Инеүемдең сәбәбен төшөндөргәс, рәхәтләнеп көлдө лә, “һә” тигәнсә ҡашмауын кейеп сығып, фотоға төшөргә тип баҫты. Эй, ошо ауыл инәйҙәренең эскерһеҙлеге, ихласлығы! Ошо сифаттары менән йәнде иретә, күңелде күтәрә бит улар!
– Яҙ етеү менән мейесемде тиҙ арала йүнәтеп, аҡ балсыҡ менән ағартып ҡуям, – ти Маһинур инәй. – Мейестә ҡабарып бешкән икмәккә, рәхәтләнеп ҡорот ҡайнатыуға ни етә?!
Ошолай бер кемгә үпкә белдермәй, һәүетемсә йәшәп ятыуы, юҡтан бар яһарға тырышыуы менән күптәргә өлгө булып тора төпкөл халҡы.
Йыраҡта йәшәүҙең дә өҫтөнлөктәре барҮркәс тулы булмаған урта мәктәбендә 18 уҡыусы белем ала, тиҫтәгә яҡын уҡытыусы эшләй. Мәғариф учреждениеһы, башҡаларҙан йыраҡта урынлашҡанлыҡтан, ябылмай һаҡланып ҡалған. Хәйер, хакимиәт составында ла Үркәс үҙе генә. Хәлдең ошолай булыуы район үҙәгенән, эргә-тирәләге ауылдарҙан йыраҡлыҡ менән аңлатыла. Шуға күрә, үрҙә яҙып үткәнемсә, халыҡ күрше ятҡан Күгәрсен, Мәләүез, Көйөргәҙе райондарына сығып килеүҙе хуп күрә. Хатта Бөрйәндең Иҫке Собханғол ауылына барып ҡайтыу Йылайырға йөрөүҙән күпкә арзанға төшә.
Йәштәрҙең күбеһе бында ҡалырға ынтылмай. Шулай ҙа араларында тыуған төйәгендә төпләнгәндәр, ата-бабаһының нигеҙен ҡоротмай, уларҙың шөғөлөн дауам итеп йәшәгәндәр бар. Ауыл хакимиәте башлығы Данил Алғазин да шундайҙарҙан. Уның ҡатыны Луиза Миңлеғәле ҡыҙы – Үркәс ҡыҙы. Йәш ғаилә Илнур, Илсур, Илдар исемле улдар үҫтерә. Йорттары ауылға йәм биреп ултырғандай. Кем белә, бәлки, өс улы, атаһының юлын дауам итеп, нигеҙен ташламаҫ, милли кәсептәребеҙҙе үҫтереп йәшәр? Шулай булһа, Үркәс нисек бөтһөн, мәктәп ябылһын, гармун тауышы тынһын инде?! Төпкөлдәге тормошто күреп, кешеләрҙең дәртле, сәмле булыуына һоҡланып, “ауылдар бөтәсәк” тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫ түгеллегенә йәнә бер ҡат инанғандай булаһың да ул... Йөҙөндәге нур, йөрәгендәге ҡуҙ, күңелендәге хыялдары ғына һүнмәһен ғорур, рухлы, тырыш төпкөл халҡының.
Район үҙәгенән алыҫта, бер утрауҙа айырым татыу ғаилә булып йәшәгән Ҡыҙҙарбиргән ауылы халҡын борсоған мәсьәләләр юҡ түгел, әлбиттә. Был юлы уларҙы ситләтеп үтергә тырышып ҡарайыҡ. “Бөгөнгө ҡатмарлы заманда ҡайҙалыр йыраҡта, “бәхет утрауы”нда, гөрләшеп йәшәгән кешеләр бар икән!” – тип уйлайыҡ. Ә хәл итәһе мәсьәләләрҙе район хакимиәте вәкилдәре үҙҙәре лә ишетте, тейешле урындарға былай ҙа еткерелер.