Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » МАШИНА “ЕНЕ” ҠАҒЫЛҒАН
МАШИНА “ЕНЕ” ҠАҒЫЛҒАН
“Автостат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа илдә автомобилдәр һаны бик йылдам арта. Хәйер, юлдарға күҙ һалыу менән барыһы ла аңлашыла: автомобиль тығындары, аҙым һайын тигәндәй осраған туҡталҡалар – үҙе үк яуап.


Әлбиттә, автомобилдәр артыу менән “тимер ат”ты йүнәтеүселәр ҙә күбәйә. Тик бындай хеҙмәт күрһәткәндәрҙең эш кимәле, алған хаҡы төрлөсә шул. Кемдер сифатлы итеп эшләй, икенселәр “минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе”, тип йүнәтә, бәғзеләр иһә техниканы аяҡҡа баҫ­тыры­уын-баҫтыра, әммә ҡутарғансы аҡсаһын да һорай. Йәш эшҡыуар Дамир Хөсә­йе­новты бер төркөмгә лә индереп бул­майҙыр. Был өлкәлә башҡарған хеҙмәте лә, булмышы ла үҙенсәлекле уның.
– Егеткә машина “ене” ҡағылған! – тип шатлана Харис ағай улының тимер-томор менән булашырға яратҡан үҫмер йылдарында. Шуға ла Дамирҙың “техник-механик” һөнәрен үҙләштереүенә ҡаршы килмәй. Ҡулы эш белгән кеше бер ҡасан да ас булмаҫ, тип уйлай хәстәрлекле атай һәм яңылышмай ҙа. Бына инде тиҫтә йылдан ашыу аталы-уллы Хөсәйеновтар үҙ гаражында автомобиль йүнәтеү хеҙмәтен күрһәтә. Сер түгел: эш башлыса Дамирҙың иңенә ята.
– Беҙҙең менән бер осорҙа эш башлаған егеттәр хәҙер, “гараж кимә­ле”­нән күтәрелеп, күптән ике-өс автосервис булдырҙы, – тип йылмая алтын ҡуллы егет. Бындай “артта ҡалыуҙың” серен дә си­сә ул. – Тәбиғәтем шулай: эшкә тотон­һам, еренә еткермәйсә туҡтамайым. Гаражға ингән машинаның әллә нисәмә көн тороуы мөмкин, әммә был техника артабан ватылып бармаясаҡ. Шуға ла кешеләр миңә аҙ килә. Һәр кемдең машинаһын ҡабул итеп тә бармайым, беҙҙе күптән белгәндәр генә мөрәжәғәт итә.
Әлбиттә, бер килгәндәрҙең аҙаҡ гел ошо гаражға төбәлеүе аңлашыла: сифатлы хеҙмәткә иҫәп тота халыҡ. Әммә эш бында ғына түгел икән: хаҡты күп алмай Дамир.
– Бәлки, башҡорттоң бизнес менән “уртаҡ тел” табыу йәһәтенән төп проблемаһы нәҡ ошо сәбәпкә бәйлелер: һуң алдаша ла, урлаша ла белмәйбеҙ – булмышыбыҙ башҡасараҡ, – тип үҙ фекерен белдерә егет. Өҫтәүенә, бурысҡа ла йүнәтә икән йәш механик. Бер нисә сервис тигәндән, Дамирҙың яңғыҙ эшләүенең тағы бер сәбәбе бар: баш­ҡаларҙың әпен-төпөн генә йүнәтеүе бар, тип хафалана йүнсел.
– Клиенттар алдында эшең өсөн ҡыҙарып тороуҙан да нығыраҡ түбәнселек юҡ, – ти ул.
Ғәҙәттә, автосервис тирәһендә уралғандар фырт ҡыланып, ҡыйбатлы машиналарҙа елдерергә ярата. Дамир иһә 9-сы маркалы “Жигули”ҙа йөрөй. Егеттең ябайҙарҙан-ябай, ихлас икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора!
Шул уҡ ваҡытта уның рухи донъяһы ла ихтирамға лайыҡ. Ҡалала тыуып, урыҫ мәктәбендә уҡыһа ла, үҙ телебеҙҙә матур итеп һөйләшә Дамир.
– Башҡорт булып ҡалыуы еңелдән түгел. Ҡала шарттарында маңҡортҡа әйләнеп китмәҫ өсөн күберәк гәзит-журнал уҡырға, БСТ телеканалын ҡарарға тырышам. Атай-әсәй менән үҙебеҙсә генә аралашабыҙ, – ти эшенә лә, рухына ла һаҡсыл Дамир Хөсәйенов.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә