“Автостат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа илдә автомобилдәр һаны бик йылдам арта. Хәйер, юлдарға күҙ һалыу менән барыһы ла аңлашыла: автомобиль тығындары, аҙым һайын тигәндәй осраған туҡталҡалар – үҙе үк яуап.
Әлбиттә, автомобилдәр артыу менән “тимер ат”ты йүнәтеүселәр ҙә күбәйә. Тик бындай хеҙмәт күрһәткәндәрҙең эш кимәле, алған хаҡы төрлөсә шул. Кемдер сифатлы итеп эшләй, икенселәр “минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе”, тип йүнәтә, бәғзеләр иһә техниканы аяҡҡа баҫтырыуын-баҫтыра, әммә ҡутарғансы аҡсаһын да һорай. Йәш эшҡыуар Дамир Хөсәйеновты бер төркөмгә лә индереп булмайҙыр. Был өлкәлә башҡарған хеҙмәте лә, булмышы ла үҙенсәлекле уның.
– Егеткә машина “ене” ҡағылған! – тип шатлана Харис ағай улының тимер-томор менән булашырға яратҡан үҫмер йылдарында. Шуға ла Дамирҙың “техник-механик” һөнәрен үҙләштереүенә ҡаршы килмәй. Ҡулы эш белгән кеше бер ҡасан да ас булмаҫ, тип уйлай хәстәрлекле атай һәм яңылышмай ҙа. Бына инде тиҫтә йылдан ашыу аталы-уллы Хөсәйеновтар үҙ гаражында автомобиль йүнәтеү хеҙмәтен күрһәтә. Сер түгел: эш башлыса Дамирҙың иңенә ята.
– Беҙҙең менән бер осорҙа эш башлаған егеттәр хәҙер, “гараж кимәле”нән күтәрелеп, күптән ике-өс автосервис булдырҙы, – тип йылмая алтын ҡуллы егет. Бындай “артта ҡалыуҙың” серен дә сисә ул. – Тәбиғәтем шулай: эшкә тотонһам, еренә еткермәйсә туҡтамайым. Гаражға ингән машинаның әллә нисәмә көн тороуы мөмкин, әммә был техника артабан ватылып бармаясаҡ. Шуға ла кешеләр миңә аҙ килә. Һәр кемдең машинаһын ҡабул итеп тә бармайым, беҙҙе күптән белгәндәр генә мөрәжәғәт итә.
Әлбиттә, бер килгәндәрҙең аҙаҡ гел ошо гаражға төбәлеүе аңлашыла: сифатлы хеҙмәткә иҫәп тота халыҡ. Әммә эш бында ғына түгел икән: хаҡты күп алмай Дамир.
– Бәлки, башҡорттоң бизнес менән “уртаҡ тел” табыу йәһәтенән төп проблемаһы нәҡ ошо сәбәпкә бәйлелер: һуң алдаша ла, урлаша ла белмәйбеҙ – булмышыбыҙ башҡасараҡ, – тип үҙ фекерен белдерә егет. Өҫтәүенә, бурысҡа ла йүнәтә икән йәш механик. Бер нисә сервис тигәндән, Дамирҙың яңғыҙ эшләүенең тағы бер сәбәбе бар: башҡаларҙың әпен-төпөн генә йүнәтеүе бар, тип хафалана йүнсел.
– Клиенттар алдында эшең өсөн ҡыҙарып тороуҙан да нығыраҡ түбәнселек юҡ, – ти ул.
Ғәҙәттә, автосервис тирәһендә уралғандар фырт ҡыланып, ҡыйбатлы машиналарҙа елдерергә ярата. Дамир иһә 9-сы маркалы “Жигули”ҙа йөрөй. Егеттең ябайҙарҙан-ябай, ихлас икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора!
Шул уҡ ваҡытта уның рухи донъяһы ла ихтирамға лайыҡ. Ҡалала тыуып, урыҫ мәктәбендә уҡыһа ла, үҙ телебеҙҙә матур итеп һөйләшә Дамир.
– Башҡорт булып ҡалыуы еңелдән түгел. Ҡала шарттарында маңҡортҡа әйләнеп китмәҫ өсөн күберәк гәзит-журнал уҡырға, БСТ телеканалын ҡарарға тырышам. Атай-әсәй менән үҙебеҙсә генә аралашабыҙ, – ти эшенә лә, рухына ла һаҡсыл Дамир Хөсәйенов.