Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Урман – йәшәү сығанағы
“Кәкүк, миңә нисә йәш?” Бер, ике, өс… Кәкүк “йыры”ның тәүге ноталарын ғына ишетеп өлгөрҙө Ринат, урманға килеп инеү менән башҡа ҡоштарҙың кемуҙарҙан дәррәү һайрауы араһында әлеге йыр юғалып ҡалды. Әммә малай быға бер ҙә ҡайғырманы, киреһенсә, ирәйеп китеп “концерт” тыңланы, саф урмандың хуш еҫен күкрәк тултырып тын алды ла, ике туған урмансы ағаһынан тороп ҡалғанын шәйләп, артынан йүгерҙе. Бына шулай бала сағынан уҡ ағастарҙан, ҡоштарҙан айырылмай Ринат Зәйнуллин.


Тәбиғәт балаһы үҙ мөхитенән йыраҡ китә алмай, уны ҡурсалауҙы ла үҙенең төп бурысы итеп һанай. Шуға улдарының урман хужалығы буйынса һөнәр һайлауына бер ҙә аптырап ҡалмай Мәҙинә менән Ғаяз Зәйнул­линдар, киреһенсә, ҙур өмөт бағлап, фатиха биреп оҙатып ҡала ғәзиздәрен. Өмөтө аҡлана уларҙың: 1988 йылда Ринат, Башҡортостан ауыл хужалығы институ­тының урман хужалығы факультетын уңышлы тамамлап, Омск өлкәһендә инженер булып эшләй башлай. Тәүге көндәрҙән үк үҙен тырыш хеҙмәткәр итеп күрһәтә.
Бер нисә йылдан һуң ул тыуған Башҡортостанына әйлә­неп ҡайта. Йөҙ кешегә етәкселек итеү еңел түгел­леген аң­лаһа ла, Ишембай районының Көҙән ауылында йәшәгән, инде олоғайған ата-әсәһенә яҡыныраҡ йәшәү маҡсатында Ма­ҡар урмансылығының баш урмансыһы булып эшләй башлай.
Ә 100-гә яҡын кеше менән эшләүе тәүге йылдарҙа Ринат Ғаяз улына ысынлап та еңелдән булмай. Ғүмер буйы урмандан сыҡмаған ҡайһы берәүҙәре “йәш малай” менән иҫәпләшергә теләмәй, икенселәре тиҫкәре, өсөн­сөләре арҡыры, тигәндәй. Әммә ир-азамат көслө зат бит ул, тештәрен шығырҙатып түҙһә-түҙә, берҙәм коллектив ойоштороуға өлгәшә. Шул ваҡытта оҫталыҡ, аҡыл, сәм дә ярҙамға килмәй ҡалмағандыр. Башҡа ерҙә урман файҙаһына байыған етәкселәр хаҡында имеш-мимеш йөрөгән мәлдә, ағас яҙмышына битараф булмаған белгес халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙана. Һынмаҫ рухлы урмансы елдәргә бирешмәй эшләй, ҡотортоу менән дә, ҡурҡытыу менән дә еңә алмайҙар үҙен.
– Маҡарҙа эшләгән осор минең өсөн ҙур мәктәп булды. Ундағы халыҡтың, коллективтың уңғанлығына, эскерһеҙлегенә, ярҙамсыллығына таң ҡала торғайным, – тип һөйләне тәүге етәкселек йылдары хаҡында Ринат Ғаяз улы.
Артабан уға Петровск урман хужалығында, Ишембай урмансылығында эшләргә тура килә. Әммә ҡайҙа ғына бармаһын, хәҙерге һәм элекке хеҙмәттәштәре гел хөр­мәт менән телгә ала урмансы Зәйнуллинды. Ғәҙеллек даулаған, тырышлыҡты күтәргән кеше һәр ерҙә лә хөр­мәткә лайыҡ шул!
Билдәле булыуынса, 2008 йылда республиканың урман хужалығы ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Шул ваҡыттан алып Ринат Ғаяз улы Федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе хеҙмәтенең Маҡар урмансылығы буйынса бү­ле­генә етәкселек итә башлай. Был бүлек, минеңсә, әң­гәмәсемдең булмышына шул тиклем тап килә, сөнки улар иңенә урманды ҡурсалау бурысы йөкмәтелгән. Атап әйткәндә, бүлек хеҙмәткәрҙәре урманды янғындан һаҡлай, ағас ултыртыуҙы контролдә тота. Әлбиттә, һанап сығыу ғына еңел. Быларҙың барыһы ла кешегә бәйле бит. Ә бындай эш, ай-һай, еңелдән түгел. Төрлө ва­ҡиғаларға осрай Ринат Ғаяз улы, бигерәк тә урлашыусылар, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар менән ауырға тура килә уға. Әйтәйек, ҡараҡтың да төрлөһө була бит: кемдер икмәк ашар өсөн урлай, ә кемдер нәфсеһен тыя алмай. Был йәһәттән Зәйнуллин һәммәһенә лә ғәҙел ҡарарға тырыша, һәр аҙымын ҡанундарға таянып яһай. Кәрәк икән, хужалар менән дә һүҙгә килеп, дөрөҫлөктө даулай. Тик, үкенескә ҡаршы, таяҡтың икенсе башы үҙенә лә эләгеп ҡуя шул ҡайһы саҡ. Эйе, ҡара уйлы кешеләрҙән азат түгел был донъя: бер көнлөк байығам тип, мең йыллыҡ тәбиғәткә ҡул һуҙалар. Ҡаршылыҡ күрһәткәндәр, “ҙур” дуҫтарына ошаҡлағандар ҙа бар икән. Әммә ҡурҡып ҡалғандарҙан түгел геройым: закон уның яғында булғас, көрәшен ышаныслы дауам итә.
– Ғәҙеллек һәм тәртип булдырыу кешенең төп бурысы булырға тейеш. Тормошомдоң мәғәнәһе лә шуға ҡорол­ған. Урман – киләсәгебеҙ көҙгөһө, шул уҡ ваҡытта бөгөн­гө көнитмешебеҙ, йәшәү сығанағы. Уның менән шая­рыу­ға юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ, – тип иҫәпләй Ринат Ғаяз улы. Бындай һүҙҙәр, һис шикһеҙ, тәбиғәт балаһына хас.
…Бер, ике, өс… Кәкүк “йыры”нан һаман да айырылмай Ринат Зәйнуллин. Тик хәҙер ҡошҡай урмансының йәшен түгел, ә башҡарған изге эштәрен һанай, гүйә. Хәйер, һаҡланып ҡалған ағастарҙы һанай китһәң, кәкүк көнө буйы бер туҡтамай саҡырыр ине…



Автор: Ишембай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә