“Кәкүк, миңә нисә йәш?” Бер, ике, өс… Кәкүк “йыры”ның тәүге ноталарын ғына ишетеп өлгөрҙө Ринат, урманға килеп инеү менән башҡа ҡоштарҙың кемуҙарҙан дәррәү һайрауы араһында әлеге йыр юғалып ҡалды. Әммә малай быға бер ҙә ҡайғырманы, киреһенсә, ирәйеп китеп “концерт” тыңланы, саф урмандың хуш еҫен күкрәк тултырып тын алды ла, ике туған урмансы ағаһынан тороп ҡалғанын шәйләп, артынан йүгерҙе. Бына шулай бала сағынан уҡ ағастарҙан, ҡоштарҙан айырылмай Ринат Зәйнуллин.
Тәбиғәт балаһы үҙ мөхитенән йыраҡ китә алмай, уны ҡурсалауҙы ла үҙенең төп бурысы итеп һанай. Шуға улдарының урман хужалығы буйынса һөнәр һайлауына бер ҙә аптырап ҡалмай Мәҙинә менән Ғаяз Зәйнуллиндар, киреһенсә, ҙур өмөт бағлап, фатиха биреп оҙатып ҡала ғәзиздәрен. Өмөтө аҡлана уларҙың: 1988 йылда Ринат, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының урман хужалығы факультетын уңышлы тамамлап, Омск өлкәһендә инженер булып эшләй башлай. Тәүге көндәрҙән үк үҙен тырыш хеҙмәткәр итеп күрһәтә.
Бер нисә йылдан һуң ул тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайта. Йөҙ кешегә етәкселек итеү еңел түгеллеген аңлаһа ла, Ишембай районының Көҙән ауылында йәшәгән, инде олоғайған ата-әсәһенә яҡыныраҡ йәшәү маҡсатында Маҡар урмансылығының баш урмансыһы булып эшләй башлай.
Ә 100-гә яҡын кеше менән эшләүе тәүге йылдарҙа Ринат Ғаяз улына ысынлап та еңелдән булмай. Ғүмер буйы урмандан сыҡмаған ҡайһы берәүҙәре “йәш малай” менән иҫәпләшергә теләмәй, икенселәре тиҫкәре, өсөнсөләре арҡыры, тигәндәй. Әммә ир-азамат көслө зат бит ул, тештәрен шығырҙатып түҙһә-түҙә, берҙәм коллектив ойоштороуға өлгәшә. Шул ваҡытта оҫталыҡ, аҡыл, сәм дә ярҙамға килмәй ҡалмағандыр. Башҡа ерҙә урман файҙаһына байыған етәкселәр хаҡында имеш-мимеш йөрөгән мәлдә, ағас яҙмышына битараф булмаған белгес халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙана. Һынмаҫ рухлы урмансы елдәргә бирешмәй эшләй, ҡотортоу менән дә, ҡурҡытыу менән дә еңә алмайҙар үҙен.
– Маҡарҙа эшләгән осор минең өсөн ҙур мәктәп булды. Ундағы халыҡтың, коллективтың уңғанлығына, эскерһеҙлегенә, ярҙамсыллығына таң ҡала торғайным, – тип һөйләне тәүге етәкселек йылдары хаҡында Ринат Ғаяз улы.
Артабан уға Петровск урман хужалығында, Ишембай урмансылығында эшләргә тура килә. Әммә ҡайҙа ғына бармаһын, хәҙерге һәм элекке хеҙмәттәштәре гел хөрмәт менән телгә ала урмансы Зәйнуллинды. Ғәҙеллек даулаған, тырышлыҡты күтәргән кеше һәр ерҙә лә хөрмәткә лайыҡ шул!
Билдәле булыуынса, 2008 йылда республиканың урман хужалығы ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Шул ваҡыттан алып Ринат Ғаяз улы Федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе хеҙмәтенең Маҡар урмансылығы буйынса бүлегенә етәкселек итә башлай. Был бүлек, минеңсә, әңгәмәсемдең булмышына шул тиклем тап килә, сөнки улар иңенә урманды ҡурсалау бурысы йөкмәтелгән. Атап әйткәндә, бүлек хеҙмәткәрҙәре урманды янғындан һаҡлай, ағас ултыртыуҙы контролдә тота. Әлбиттә, һанап сығыу ғына еңел. Быларҙың барыһы ла кешегә бәйле бит. Ә бындай эш, ай-һай, еңелдән түгел. Төрлө ваҡиғаларға осрай Ринат Ғаяз улы, бигерәк тә урлашыусылар, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар менән ауырға тура килә уға. Әйтәйек, ҡараҡтың да төрлөһө була бит: кемдер икмәк ашар өсөн урлай, ә кемдер нәфсеһен тыя алмай. Был йәһәттән Зәйнуллин һәммәһенә лә ғәҙел ҡарарға тырыша, һәр аҙымын ҡанундарға таянып яһай. Кәрәк икән, хужалар менән дә һүҙгә килеп, дөрөҫлөктө даулай. Тик, үкенескә ҡаршы, таяҡтың икенсе башы үҙенә лә эләгеп ҡуя шул ҡайһы саҡ. Эйе, ҡара уйлы кешеләрҙән азат түгел был донъя: бер көнлөк байығам тип, мең йыллыҡ тәбиғәткә ҡул һуҙалар. Ҡаршылыҡ күрһәткәндәр, “ҙур” дуҫтарына ошаҡлағандар ҙа бар икән. Әммә ҡурҡып ҡалғандарҙан түгел геройым: закон уның яғында булғас, көрәшен ышаныслы дауам итә.
– Ғәҙеллек һәм тәртип булдырыу кешенең төп бурысы булырға тейеш. Тормошомдоң мәғәнәһе лә шуға ҡоролған. Урман – киләсәгебеҙ көҙгөһө, шул уҡ ваҡытта бөгөнгө көнитмешебеҙ, йәшәү сығанағы. Уның менән шаярыуға юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ, – тип иҫәпләй Ринат Ғаяз улы. Бындай һүҙҙәр, һис шикһеҙ, тәбиғәт балаһына хас.
…Бер, ике, өс… Кәкүк “йыры”нан һаман да айырылмай Ринат Зәйнуллин. Тик хәҙер ҡошҡай урмансының йәшен түгел, ә башҡарған изге эштәрен һанай, гүйә. Хәйер, һаҡланып ҡалған ағастарҙы һанай китһәң, кәкүк көнө буйы бер туҡтамай саҡырыр ине…