Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сит ил эшселәренә мохтажбыҙмы?
Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ағзалары эшен күңелле саранан башланы: “Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡты үҫтергән өсөн” VIII республика тармаҡ-ара конкурсында еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.


2013 йылғы ярышта 195 предприятие һәм ойошма ҡатнашҡан. Икенсе этапҡа коллектив килешеү төҙөлгән, табышлы эшләгән, хеҙмәткәрҙәре социаль яҡланған, эш хаҡы буйынса бурысы булмаған һәм ҡазаланыу осраҡтары теркәлмәгән туғыҙ предприятие сыҡҡан.
Еңеүселәр һәм призерҙар өс төркөмдә билдәләнде. Тәүгеһендә “Молния” асыҡ акционерҙар йәмғиәте еңеү яуланы, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы “Башҡортостан генерациялау компания”һы йәмғиәтенең 2-се Өфө ТЭЦ-ы һәм “Газпром трансгаз Өфө” бүлеште.
Икенсе төркөмдәге еңеүселәр – “Натураль аҙыҡ-түлек”, ”Стәрлетамаҡ йылылыҡ селтәрҙәре” һәм “Артемида” йәмғиәттәре. Бюджет ойошмалары араһында беренсе урынды Белорет ҡалаһының 8-се мәктәбе, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге менән ошо уҡ ҡаланың 3-сө дауаханаһы алды.
— Социаль яуаплылыҡ юғарылығын ышаныслы тотҡан яңы предприятие һәм ойошмаларҙың артыуы һөйөнөслө, — тине Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Лилиә Ғүмәрова, еңеүсе­ләрҙе тәбрикләп. — Конкурс ылыҡ­тырғыс, формаль түгел, уның географияһы һәм ҡатнашыусылар һаны артҡан һайын ойошмаларҙағы хеҙмәт шарттары ла яҡшырасаҡ тигән өмөт бар.
Ултырыштың көн тәртибендәге икенсе мәсьәлә — сит ил эшселәрен һөҙөмтәле файҙаланыу — тура­һындағы һүҙҙе республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова алды. Уның әйтеүенсә, хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡло. 22,9 мең кеше рәсми рәүештә эшһеҙ тип теркәлгән. Вакантлы урындар — 52,4 мең, нигеҙҙә эшсе һөнәрҙәренә ҡытлыҡ һиҙелә.
Быйыл сит ил эшселәре өсөн 24,7 мең квота билдәләнгән. Республика сит ил граждандарының хеҙмәтенә шулай уҡ мохтажмы? Был мәсьәләлә фекер айырымлыҡтары юҡ түгел. Профсоюз лидерҙары фекеренсә, эшсе һөнәр­ҙәренең абруйын арттырыу өсөн хеҙмәт хаҡын күтәргәндә, үҙебеҙҙең халыҡты ла күпләп мәшғүл итергә мөмкин буласаҡ, сөнки аҙ хаҡ түләнгән, уңайлы шарттар тыуҙырылмаған ҡара эшкә атлығып тороусылар юҡ тиерлек. Барыһынан да элек үҙебеҙҙең хеҙмәт баҙарын яҡлау өсөн тырышырға кәрәк.
Ленара Иванова сит ил эшселәрен йәлеп итеүгә ихтыяжды Рәсәй төбәк­тәренең дәүләт власы органдары тарафынан билдәләүҙең ошо йылдың 22 мартынан көсөнә ингән яңы ҡағи­ҙәләрен аңлатты. Уларға ярашлы, эш биреүсенең заявкаһы ете көн эсендә сит ил эшсе көсөн йәлеп итеү һәм файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияла ҡаралырға тейеш.
Ултырышта шулай уҡ иҡтисади эшмә­кәрлек төрҙәре буйынса төп профессия эшселәренең I разряд тариф ставкаһы (оклады) күләмен квартал һайын индексациялауҙы ғәмәлдән сығарыу ҡаралды. 2015 йылдың 1 ғинуарынан башлап индексациялау йылына ике тапҡыр — 1 ғинуарҙа һәм 1 июлдә — үткәреләсәк.



Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә