Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһы ағзалары эшен күңелле саранан башланы: “Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡты үҫтергән өсөн” VIII республика тармаҡ-ара конкурсында еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.
2013 йылғы ярышта 195 предприятие һәм ойошма ҡатнашҡан. Икенсе этапҡа коллектив килешеү төҙөлгән, табышлы эшләгән, хеҙмәткәрҙәре социаль яҡланған, эш хаҡы буйынса бурысы булмаған һәм ҡазаланыу осраҡтары теркәлмәгән туғыҙ предприятие сыҡҡан.
Еңеүселәр һәм призерҙар өс төркөмдә билдәләнде. Тәүгеһендә “Молния” асыҡ акционерҙар йәмғиәте еңеү яуланы, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы “Башҡортостан генерациялау компания”һы йәмғиәтенең 2-се Өфө ТЭЦ-ы һәм “Газпром трансгаз Өфө” бүлеште.
Икенсе төркөмдәге еңеүселәр – “Натураль аҙыҡ-түлек”, ”Стәрлетамаҡ йылылыҡ селтәрҙәре” һәм “Артемида” йәмғиәттәре. Бюджет ойошмалары араһында беренсе урынды Белорет ҡалаһының 8-се мәктәбе, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге менән ошо уҡ ҡаланың 3-сө дауаханаһы алды.
— Социаль яуаплылыҡ юғарылығын ышаныслы тотҡан яңы предприятие һәм ойошмаларҙың артыуы һөйөнөслө, — тине Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Лилиә Ғүмәрова, еңеүселәрҙе тәбрикләп. — Конкурс ылыҡтырғыс, формаль түгел, уның географияһы һәм ҡатнашыусылар һаны артҡан һайын ойошмаларҙағы хеҙмәт шарттары ла яҡшырасаҡ тигән өмөт бар.
Ултырыштың көн тәртибендәге икенсе мәсьәлә — сит ил эшселәрен һөҙөмтәле файҙаланыу — тураһындағы һүҙҙе республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова алды. Уның әйтеүенсә, хеҙмәт баҙарында хәл тотороҡло. 22,9 мең кеше рәсми рәүештә эшһеҙ тип теркәлгән. Вакантлы урындар — 52,4 мең, нигеҙҙә эшсе һөнәрҙәренә ҡытлыҡ һиҙелә.
Быйыл сит ил эшселәре өсөн 24,7 мең квота билдәләнгән. Республика сит ил граждандарының хеҙмәтенә шулай уҡ мохтажмы? Был мәсьәләлә фекер айырымлыҡтары юҡ түгел. Профсоюз лидерҙары фекеренсә, эшсе һөнәрҙәренең абруйын арттырыу өсөн хеҙмәт хаҡын күтәргәндә, үҙебеҙҙең халыҡты ла күпләп мәшғүл итергә мөмкин буласаҡ, сөнки аҙ хаҡ түләнгән, уңайлы шарттар тыуҙырылмаған ҡара эшкә атлығып тороусылар юҡ тиерлек. Барыһынан да элек үҙебеҙҙең хеҙмәт баҙарын яҡлау өсөн тырышырға кәрәк.
Ленара Иванова сит ил эшселәрен йәлеп итеүгә ихтыяжды Рәсәй төбәктәренең дәүләт власы органдары тарафынан билдәләүҙең ошо йылдың 22 мартынан көсөнә ингән яңы ҡағиҙәләрен аңлатты. Уларға ярашлы, эш биреүсенең заявкаһы ете көн эсендә сит ил эшсе көсөн йәлеп итеү һәм файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияла ҡаралырға тейеш.
Ултырышта шулай уҡ иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса төп профессия эшселәренең I разряд тариф ставкаһы (оклады) күләмен квартал һайын индексациялауҙы ғәмәлдән сығарыу ҡаралды. 2015 йылдың 1 ғинуарынан башлап индексациялау йылына ике тапҡыр — 1 ғинуарҙа һәм 1 июлдә — үткәреләсәк.