Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙгә яуап килде
“Мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу дауам итә. Беҙгә, уҡытыусыларға, ҡайҙан эш табырға?” – тип борсолоуын белдергәйне Башҡортос­тандың көньяҡ-көнсығышында йәшәгән авторыбыҙ гәзиттең быйылғы 23 май һанында. Уға республиканың Мәғариф ми­нистр­лығынан яуап хаты килде.

Яҙмала әйтелеүенсә, район һәм ҡала хакимиәттәренең рәсми сайттарында белем биреү учреж­дение­ларындағы вакансиялар хаҡында мәғлүмәт бирелә бара. Урындағы үҙидара органдары тарафынан педагогка башҡа уҡыу йортонда эш табыу, тар­маҡта ихтыяж кисерелгән башҡа специальностар буйынса курстар үтеү йәһәтенән ярҙам ойошторола.
“Былтыр ҡыҫҡартылған уҡы­тыусыларҙың 25 проценты бүтән мәғариф учреждениеларына күсеү юлы менән эш тапты, күптәре белемен камиллаштырыу мөмкин­леген алды”, – тиелгән хатта.

Сентябрҙе көтөргә ҡала

Гәзитебеҙҙең быйылғы 13 июнь һанында Ғафури районынан Флүрә Хәлилованың юл мәсьә­ләһе хаҡында яҙмаһы донъя күргәйне.
“Баш ҡалаға беҙ, ғафуриҙар, Архангел районы аша йөрөйбөҙ, – тип хәбәр иткәйне мәҡәлә авторы. – Ләкин тиҫтә йылдар буйы ике район араһындағы юлға иғтибар булманы. Биш саҡрымлыҡ араға асфальт түшәмәй яфаланылар. Ниһайәт, былтыр көҙ эш башланды. Эй шатланғайныҡ, тик ни ғиллә: тап ике район сигендә 700 метр самаһы араға асфальт етмәй ҡалған...”
Белдерелгән дәғүәгә Башҡор­т­остандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан яуап хаты алдыҡ.
“IV техник категорияға ҡараған муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдың 15,3 – 20,03 саҡрымлыҡ участкаһын үҙ эсенә алған “Архангел – Красноусол” автомобиль юлы Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы ҡарамағына инә, – тиелгән унда. – Законға ярашлы тәртиптә подрядсы ойошманы һайлау йәһәтенән тендер ойошторолоп, “Башкиравтодор” йәм­ғиәте еңеүсе тип табылды. Уның менән Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы ара­һында капиталь ремонт яһау, атап әйткәндә, ҡырсынташты асфальтлы бетонға алмаштырыу буйынса дәүләт контракты төҙөлдө.
Был документтың шарттарына һәм бүленгән лимитҡа ярашлы 2012 йылда әҙерлек эштәре башҡарылды. Былтыр иһә “Архангел – Красноусол” юлының 15,3 – 17,3 саҡрымлыҡ участкаһы асфальтланды. Быйыл эш дауам итә, контрактҡа ярашлы сен­тябр­ҙә тамамланырға тейеш”.

Әлегә исемһеҙ урам юҡ

“Шағир рухы изге эштәргә әйҙәй” тигән мәҡәләлә (16 май, 2014 йыл) Өфөлә Рәшит Наза­ровтың исемен йөрөткән урам юҡлығы хаҡында әйтелгәйне. Быға баш ҡала хакимиәтенән шундай яуап бирҙеләр:
“Әлегә Өфөлә исем бирел­мәгән урам юҡ. Күтәрелгән мәсьә­лә иғтибарға алынды”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә