Беҙгә яуап килде11.07.2014
“Мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу дауам итә. Беҙгә, уҡытыусыларға, ҡайҙан эш табырға?” – тип борсолоуын белдергәйне Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында йәшәгән авторыбыҙ гәзиттең быйылғы 23 май һанында. Уға республиканың Мәғариф министрлығынан яуап хаты килде.
Яҙмала әйтелеүенсә, район һәм ҡала хакимиәттәренең рәсми сайттарында белем биреү учреждениеларындағы вакансиялар хаҡында мәғлүмәт бирелә бара. Урындағы үҙидара органдары тарафынан педагогка башҡа уҡыу йортонда эш табыу, тармаҡта ихтыяж кисерелгән башҡа специальностар буйынса курстар үтеү йәһәтенән ярҙам ойошторола.
“Былтыр ҡыҫҡартылған уҡытыусыларҙың 25 проценты бүтән мәғариф учреждениеларына күсеү юлы менән эш тапты, күптәре белемен камиллаштырыу мөмкинлеген алды”, – тиелгән хатта.
Сентябрҙе көтөргә ҡала
Гәзитебеҙҙең быйылғы 13 июнь һанында Ғафури районынан Флүрә Хәлилованың юл мәсьәләһе хаҡында яҙмаһы донъя күргәйне.
“Баш ҡалаға беҙ, ғафуриҙар, Архангел районы аша йөрөйбөҙ, – тип хәбәр иткәйне мәҡәлә авторы. – Ләкин тиҫтә йылдар буйы ике район араһындағы юлға иғтибар булманы. Биш саҡрымлыҡ араға асфальт түшәмәй яфаланылар. Ниһайәт, былтыр көҙ эш башланды. Эй шатланғайныҡ, тик ни ғиллә: тап ике район сигендә 700 метр самаһы араға асфальт етмәй ҡалған...”
Белдерелгән дәғүәгә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан яуап хаты алдыҡ.
“IV техник категорияға ҡараған муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдың 15,3 – 20,03 саҡрымлыҡ участкаһын үҙ эсенә алған “Архангел – Красноусол” автомобиль юлы Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы ҡарамағына инә, – тиелгән унда. – Законға ярашлы тәртиптә подрядсы ойошманы һайлау йәһәтенән тендер ойошторолоп, “Башкиравтодор” йәмғиәте еңеүсе тип табылды. Уның менән Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы араһында капиталь ремонт яһау, атап әйткәндә, ҡырсынташты асфальтлы бетонға алмаштырыу буйынса дәүләт контракты төҙөлдө.
Был документтың шарттарына һәм бүленгән лимитҡа ярашлы 2012 йылда әҙерлек эштәре башҡарылды. Былтыр иһә “Архангел – Красноусол” юлының 15,3 – 17,3 саҡрымлыҡ участкаһы асфальтланды. Быйыл эш дауам итә, контрактҡа ярашлы сентябрҙә тамамланырға тейеш”.
Әлегә исемһеҙ урам юҡ
“Шағир рухы изге эштәргә әйҙәй” тигән мәҡәләлә (16 май, 2014 йыл) Өфөлә Рәшит Назаровтың исемен йөрөткән урам юҡлығы хаҡында әйтелгәйне. Быға баш ҡала хакимиәтенән шундай яуап бирҙеләр:
“Әлегә Өфөлә исем бирелмәгән урам юҡ. Күтәрелгән мәсьәлә иғтибарға алынды”.