Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡала үҙәгендә... емерек мунса
Ҡала үҙәгендә... емерек мунса Йәшәгән йортом Ҡыуатов исемендәге республика клиника дауаханаһынан алыҫ түгел. Чернышевский урамынан йәйәү йыш йөрөргә тура килә. Ләкин Пархоменко урамы киҫелешенә барып етеү менән кәйефте ҡырған бер күренешкә тап булаһың...
Бында элек ҡала мунсаһы эшләне, дүшәмбене иҫәпкә алмағанда, унан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәне. Кем әйтмешләй, ярты ҡала ошонда мунса инде, таҙарынды. Боронғо архитектуралы зиннәтле бина, күркәм тәҙрәләр, үҙенсәлекле биҙәлеш, ҡыҫҡаһы, ул Өфөгә төҫ бирҙе. Ә хәҙер был урында нимә тиһегеҙме? Әйтерһең дә, мунсаға бомба ташлағандар, торғаны хараба инде, емереклек. Айырыуса төндә уның янынан үтеүе ҡурҡыныс һәм хәүефле. Етмәһә, автомобиль юлы бейек итеп тимер ҡалай менән уратылған, бурҙар һәм насар уйлы әҙәмдәргә ҡырын эшен ҡылыу өсөн яйлы, ышыҡ урын. Ике урам киҫелешен үтеп, ”Родина” кинотеатры яғына барыу өсөн баҫҡыс (баҫҡыс тип әйтергә тел әйләнмәй) буйлап аҫҡа төшөргә кәрәк, унан берләм юл – кәзә һуҡмағы башлана. Исеме генә юл инде, ныҡ ҡырын, яҙлы-көҙлө һыу ята.
Өфө матур, йылдан-йыл төҙөкләнә тип йыш һөйләйбеҙ. Киләһе йыл беҙҙә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзала­рының совет ултырышы, БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуы уҙасаҡ. Һөйләйһе түгел, халыҡ-ара кимәлдәге әһәмиәтле сара. Оятҡа ҡалмайыҡ, тим, хөрмәтле ҡунаҡтар алдында... Әйткәндәй, быйыл Сочиҙағы Олимпиада уты нәҡ ошонан үтергә тейеш булған, ләкин уны ҡала хакимиәте етәкселеге бүтән урамға борған, тип ишеттем.
Ғөмүмән, был хаҡта – баш ҡалабыҙҙың китек һәм йәмһеҙ урыны тураһында ҡала етәкселеге нимә уйлай икән, шуны белге килә.



Автор: Мәрхәбә Искәндәрова. Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә