Йәшәгән йортом Ҡыуатов исемендәге республика клиника дауаханаһынан алыҫ түгел. Чернышевский урамынан йәйәү йыш йөрөргә тура килә. Ләкин Пархоменко урамы киҫелешенә барып етеү менән кәйефте ҡырған бер күренешкә тап булаһың... Бында элек ҡала мунсаһы эшләне, дүшәмбене иҫәпкә алмағанда, унан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәне. Кем әйтмешләй, ярты ҡала ошонда мунса инде, таҙарынды. Боронғо архитектуралы зиннәтле бина, күркәм тәҙрәләр, үҙенсәлекле биҙәлеш, ҡыҫҡаһы, ул Өфөгә төҫ бирҙе. Ә хәҙер был урында нимә тиһегеҙме? Әйтерһең дә, мунсаға бомба ташлағандар, торғаны хараба инде, емереклек. Айырыуса төндә уның янынан үтеүе ҡурҡыныс һәм хәүефле. Етмәһә, автомобиль юлы бейек итеп тимер ҡалай менән уратылған, бурҙар һәм насар уйлы әҙәмдәргә ҡырын эшен ҡылыу өсөн яйлы, ышыҡ урын. Ике урам киҫелешен үтеп, ”Родина” кинотеатры яғына барыу өсөн баҫҡыс (баҫҡыс тип әйтергә тел әйләнмәй) буйлап аҫҡа төшөргә кәрәк, унан берләм юл – кәзә һуҡмағы башлана. Исеме генә юл инде, ныҡ ҡырын, яҙлы-көҙлө һыу ята.
Өфө матур, йылдан-йыл төҙөкләнә тип йыш һөйләйбеҙ. Киләһе йыл беҙҙә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаларының совет ултырышы, БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуы уҙасаҡ. Һөйләйһе түгел, халыҡ-ара кимәлдәге әһәмиәтле сара. Оятҡа ҡалмайыҡ, тим, хөрмәтле ҡунаҡтар алдында... Әйткәндәй, быйыл Сочиҙағы Олимпиада уты нәҡ ошонан үтергә тейеш булған, ләкин уны ҡала хакимиәте етәкселеге бүтән урамға борған, тип ишеттем.
Ғөмүмән, был хаҡта – баш ҡалабыҙҙың китек һәм йәмһеҙ урыны тураһында ҡала етәкселеге нимә уйлай икән, шуны белге килә.