Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшлек эҙҙәре буйлап
Ә ул саҡта Венера менән Ишмырҙа һуңғы, алтынсы курстың уртаһында Урал аръяғына йыйына. Ишмырҙа – Әбйәлиленә, Венера, ата-әсәһен, яңы ғына мединститут тамамлап эшләп йөрөүсе аға­һын һағынып, Баймаҡҡа, төркөмдәш ҡыҙы Си­байға ҡайтырға ниәтләнеп, Өфө аэропортында ул­тыралар. Самолет өс тәүлек осмағас, аптырап, Силәбе поезына сыға­лар. Шунан һуң поезда Магнитогорск ҡалаһына бараһың да, кемгә ниндәй транспорт тура килһә, шуның менән ары, үҙеңдең ҡайтыу яғына юлла­наһың инде. Ә һыуыҡ утыҙ биш-ҡырҡ градусҡа етә. Көтмәгәндә Венера, һалҡын тей­ҙерепме, ҡаты грипп эләгепме, поезда бик ҡаты ауырып китә. Ошо көндәр ике йәш йөрәкте тағы ла нығыраҡ яҡынайта.
Туҡталыштағы дарыухананан кәрәкле дарыу­ҙар алып, буласаҡ табип һөйөклө юлдашын тырышып дауалай. “Магнит”ҡа килеп төшкәс, ике туған ағаларына алып бара. Йәш ҡыҙ күтәреп баҫҡыстан менеп килгән Ишмырҙа ағаһы менән еңгәһенә: “Кәләш алып ҡайтып киләм”, – ти.
Әбйәлил яғына йөк машинаһында юлға сыға­лар. Егет ҡыҙҙың өшөгәнен күреп, уға үҙ кейемен һалып бирә. Егеттең мөнәсәбәте Венераның күңе­лендә лә наҙлы яуап хистәре тыуҙыра.
Иптәш ҡыҙы Сибайҙа төшөп ҡала ла, ­ әсә­ләре­нә хәбәр итә: “Венера кейәү алып ҡайтып килә!” Улары әҙерләнеп, ҡыҙҙары кейәүгә сығырға йөрө­гән таныш егетте көтә.
Йөк машинаһы йәштәрҙе Ҡужанға алып ҡайта. Унда ҡустыһының туйын үткәреп яталар икән.
“Магнит”тағы ағаһы хәбәр иткәндер, һыуыҡ бу­лыуға ҡарамаҫтан, өлкән ул менән киленде ҡар­шыларға туйҙа ҡатнашҡан бөтә халыҡ сыға. Ауылдан тәүгеләрҙән булып юғары белемгә эйә булған, эшлекле, сибәр Ишмырҙа кемде алып ҡайтҡан икән? Машина туҡтауға ауыл кешеләре лә йыйылып китә. Әсәһе тиҙ генә мамыҡ мендәр һала килендең аяҡ аҫтына. Ах, килене лә, килене: ҡаш­тары ҡыйылып, билдәре өҙөлөп тора. Ауырыу­ҙанмы, һыуыҡтанмы, көтөлмәгән иғти­барҙанмы, биттәре алһыуланған. Ябай ғаиләлә үҫмәгәндер был: башында – ҡиммәтле, килешле бүрек, өҫ­төндә – йылҡылдап торған тун, аяғында – кү­тәрмәле йылы итектәр!
Ауылдың ғорурлығы булған егеттең һайлаған ҡыҙын бик оҡшата ҡужандар.
Тәүге туйҙа ҡатнашыусыларҙы оҙатҡас, Өфө­нән ҡайтҡан улы менән килененә лә ижаб уҡыта һала буласаҡ ҡәйнә. Венера был мәлдәрҙе төш кеүек кенә хәтерләй. Өгөтләгәнгә генә риза бул­мағандыр инде, үҙ йөрәге лә һайлаған яҙмыштыр.

АТА-ӘСӘҺЕ ИКЕНСЕ КЕЙӘҮ КӨТКӘН ИКӘН

Каникул да бөтөп килә. Әсә менән ул теҙгенде ҡыҫҡа тота, тимерҙе ҡыҙыуында һуға: шәп ат егеп, санаға тере һарыҡ һалып, буласаҡ ки­лен­дең ата-әсәһе менән танышырға, туй хаҡында һөйләшергә китәләр.
Ара алыҫ, етмәһә ыжғыр буран. Баймаҡҡа төн уртаһында ғына барып етәләр.
Ҡунаҡтарға ишекте асҡан әсә, ҡыҙы янында икенсе егетте күреп, саҡ иҫтән яҙмай.
– Ҡайҙа кейәү буласаҡ егетең?
– Ошо инде кейәүегеҙ, әсәй. Исеме – Иш­мырҙа, быйыл ул да мединститут тамамлай, Әбйәлил райо­нынан...
Ҡатынының сеңләп илауын ишетеп, атай кеше лә килеп сыға. Ҡыҙы менән саҡырылмаған ҡунаҡ­тарҙы күреп, Фәрит Вәли улы аптырап китә.
– Бар, ҡайтып китегеҙ! – ти Гөлсөм Хизбулла ҡыҙы. – Буласаҡ кейәүебеҙ һеҙ түгел!
Улымды өйләндерәм тип ышанып, оҙон, ауыр юлдар үтеп килгән әсә һулҡылдап илап ебәрә.
– Әсәй, һин бит киң күңелле кеше, – тип инәлә Венера. – Ошондай һыуыҡта, төн уртаһында ҡайҙа барһындар инде?! Бында уларҙың бер кешеләре лә юҡ бит, исмаһам, йоҡлап сығырға рөхсәт ит.
Өй ҙур, бүлмәләр бер нисәү. Инәйҙе сәй эсереп, төпкө бүлмәгә йоҡларға һалалар. Ҡайҙа инде ул йоҡлау?! Улымды тиңһенмәй кире бор­һалар ни эш­ләрбеҙ, тип борсола, буласаҡ киленкәй ҙә бик күңелгә ятҡайны бит әле.
Әсәнең һаман да илауын ишетеп ятҡан өлкән ул Юнир ҙә килеп сыға ваҡиға барған залға. Һеңлеһенең егетен күргәс тә, уны ҡосаҡлап ала:
– О-о-о, Ишмырҙа! Һаумы, коллега? Ниндәй елдәр ташланы?
– Бына Венера менән өйләнешергә тип рөх­сәт алырға ҡайтҡайныҡ.
– Маладис, һеңлекәш. Шәп егетте һайлаған­һың. Институтта иң күрмәлекле, перспективалы студент бит ул. Быйыл табип буласаҡ.
Улдарының һүҙҙәренән һуң, ата-әсә тыныс­лана төшә. Фәрит Вәли улы Ишмырҙаны бүл­мәһенә алып инеп китә. Юнир йоҡо бүлмәһендә әсәһен йы­уата. Венера залда аптырап ултыра. Байтаҡ ваҡыт үтә, ә буласаҡ ҡайны менән кейәү юҡ та юҡ. Кабинетҡа инһәләр, был икәү онотолоп китеп шахмат уйнай. “Мә, биште, – ти өлкән шахматсы, Ишмырҙаға ҡулын һуҙып, – башың шәп эшләй, Баймаҡ чемпионын да еңгәс”.
Иртәгәһенә Әбйәлилдән килгән һарыҡты һуйып, никах уҡыталар. Ошолай башланып китә уртаҡ тормош. Артабан ҡайны-ҡәйнәһе, Венера­ның баш­ҡа туғандары менән дә уртаҡ тел табып дуҫ йәшәй Ишмырҙа. “Минең кейәү һымаҡ изгелекле, яғымлы кеше донъяла юҡ ул”, – тип маҡтанырға ярата Гөлсөм апай таныштары араһында.
Ни мөғжизә, Өфөгә ҡайтҡан саҡта поезда Вене­раның кейәү булырға насип булмаған егете лә осрай бит әле. Бер-береһенән күҙҙәрен ала ал­маған, һыйынышып ултырған тиңдәштәрен күреп, бөтәһен дә аңлай инде ул аҡыллы егет –һө­йөк­лөһөнөң бәхетенә аяҡ салмай, ситкә китә.
Хәлдәрен белешеп йәшәгәндер: Ишмырҙа­ның вафатынан һуң, Венера Фәрит ҡыҙын эҙләп табып, уның ғүмер буйы берҙән-бер мөхәббәте булғанын белдерә.

“ИКЕ ЯРТЫНАН БЕР БӨТӨН БУЛҒАН ПАР ИНЕК”

Һоратыусылар ҙа булды. Тик Ишмырҙа урынында икенсе кешене күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Ике яртынан бер бөтөн булған ке­шеләр ине улар. Шуға ла ҡырҡ дүрт йыл уртаҡ ғүмер ҡырҡ дүрт көндәй ҙә тойолманы. Ғаилә йәнле булды йәмәғәте: өс балаһы өсөн дә өҙө­лөп торҙо. Мәктәптә уҡығандарында ата-әсәләр йыйылышына икәүләп йөрөнөләр. Өфөгә күсеп килгәс, балаларының бөтәһе лә 20-се башҡорт мәктә­бендә белем алды. Уны астырыуҙа рухташтары менән бергә Ишмырҙаһының да өлөшө ҙур булды. Ата-әсәләрҙең ҡултамғаһын йыйып, ниндәй генә юғары түрәләрҙең ишеген асып инмәне улар баш ҡалала башҡорт мәктәбенең мотлаҡ булырға тейешлегенә ышандырыу өсөн. Балалары, шөкөр, һәйбәт уҡыны, ата-әсә­ләре­нең һөнәрен һайлап, үҙҙәре лә балалар үҫтереп, ҡайһылары олатай-өләсәй булып донъя көттө. Илдар – медицина фәндәре докторы, медицина институтының кафедра мөдире, профессор, Гөлнуры ла – медицина фәндәре докторы, биология кафедраһында профессор, Гөлнәзирәһе ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй, һөнәре буйынса – акушер-гинеколог. Өлкән Һиҙиәтовтарҙың биш ейән-ейәнсәре бар, бер бүләләре үҫә. Ейәндәре лә һаулыҡ һаҡлау өлкәһен һайланы. Һәр береһе “Әсәй”, “Өләсәй” тип өҙөлөп тора, шөкөр. Атаһы менән балаларыбыҙҙың һәр береһенә иҫәнлек-һаулыҡ, тормоштарында, эштә­рендә уңыштар теләйбеҙ. “Атаһы менән” тип яңы­лыш әйтмәнем, сөнки ул һәр саҡ минең менән. Уның рухы, тәрбиәһе, кешелек сифаттары, бул­дыҡ­лылығы балаларыбыҙ өсөн һәр саҡ өлгө.
Венера Фәрит ҡыҙы үҙе лә иренә һәр саҡ таяныс була белде. Ул йылдарҙа эшкә йүнәлтмә буйынса ебәрелә ине йәштәр. Ишмырҙаны, етәк­­­селектә лә, уҡыуҙа ла һынатмаған тырыш йәш белгесте, Өфөлә аспирантураға йәки эшкә ҡа­лырға өндәйҙәр, тик ул: “Институттың комсомол ойошмаһы секретары, башҡаларҙы төпкө­лөрәк район үҙәктәренә йәки ауылдарға китергә өндәгән кеше булараҡ, баш ҡалала ҡалырға намыҫым ҡушмай”, – тигәс, Хәйбулла районына йүнәлтмә алдыҡ. Унда сиҙәм ерҙәрҙе үҙ­ләш­тереү бара ине.
Ир ҡайҙа – ҡатын шунда. Ишмырҙаның те­лә­ген үҙенекеләй ҡабул итте. Юл ыңғайы, күреп сығайыҡ әсәйҙе, тип, Ҡужанға ла инделәр. Ә ҡәйнәһе: “Мин һеҙҙән ҡалмайым, ошо киленем ме­нән торғом килә”, – тип, тиҙ генә әйберҙәрен дә төйнәп алды. Ике улы ла: “Әсәй, унда әле фатир ҙа, бер нәмә лә юҡ бит, һуңынан килер­һең”, -– тип әйтеп ҡараны, “Юҡ, барам”, – тип тик тора инде. Әсә кешегә ҡар­шы төшөп өйрә­нел­мәгән, шуға 64 йәшлек инәйҙе лә үҙҙәре менән алдылар. Барған ыңғайы йәшәргә урыны ла табылды йәш белгестәргә. Улар береһе – хирург, икенсеһе терапевт булып, башкөллө эшкә сумды. Ҡәйнәһе йорт-ҡураға хужабикә булып донъя көтөштө.
Аҡъяр, оҙаҡ йәшәмәһәләр ҙә, йылы тойғолар ҡалдырҙы. Үҙаллы йәшәргә, эшләргә өйрәнде улар бында. Күпме һәйбәт кеше менән аралаштылар, көн тимәй, төн тимәй, кеше ғүмере өсөн кө­рәшеүҙе мөҡәддәс бурыстары итеп күрҙеләр. Тәү­ҙә нисек башлана, шулай дауам итә эшкә мөнәсәбәт. Ә уларҙың башҡарған шөғөлдәре ябай хеҙмәт кенә тү­гел, сәләмәтлек, йәшәү менән бәйләнгән. Бын­да хаталаныу, һүлпәнлек енәйәткә тиң. Бар көстәрен, белемдәрен, ваҡыттарын йәл­лә­мәй тырышты Һиҙиәтовтар. Шуға ла тиҙ арала ха­лыҡ­тың да, етәкселектең дә ышанысын, хөр­мәтен яулап өлгөрҙөләр.
Ошонда тағы ла бер нисә йыл эшләгәс, Өфөгә ҡайтып, белемен арттырырға иҫәбе бар ине Ишмырҙаның.
Тик уларҙы, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау ми­нистрының бойороғона ярашлы, Әбйәлил райо­нының “Урал” совхозы дауаханаһына ебә­рә­ләр. Ишмырҙа – баш табип, Венера Фәрит ҡыҙы – терапевт. Бында тормош өр-яңынан баш­лана. Дауахананы ҙурайтыу, ремонтлау, дарыу һәм дауалау ҡорамалдары юллап ҡайтартыу, хирург булараҡ, төрлө ­ операциялар яһау – баш табип елкәһендә. Ә Венера Фәрит ҡыҙы эш менән мәшғүл булып ҡына йөрөмәне, бер улға, бер ҡыҙға әсәй булырға өлгөрҙө. Ҡайҙа инде ул өсәр, етешәр йыл өйҙә бала ҡарап ятыу – сабыйға ике ай тулғас та эшкә саҡыралар. Бына ошонда бик кәрәк булды инде ҡәйнәһе. Әйткәндәй, бик татыу йәшәне килен ме­нән ҡәйнә ун алты йыл буйына. Өфөгә күскәс тә, бер нисә йыл бергә торҙолар әле. Үҙ теләктәрен, тәҡдим­дәрен, хатта үпкәһен дә оло кешенең кү­ңелен аяп ҡына, ипләп кенә белдерҙе килен.
Ашарға ултырһалар, иң тәүҙә уны саҡыр­ҙы­лар, үҙҙәренә кейем-һалым алғанда, әсәйҙе лә буш ҡалдырманылар, балаларын да өләсәйҙәрен хөрмәт итергә өйрәттеләр.
Ҡәйнәһе лә рәхмәтле булды: серҙәре, ­ килене менән уртаҡ ине, бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйт­мәне, сит-ятҡа яманатын һатманы, “балам”, “ҡыҙым”, тип кенә йөрөт­тө. Әсәһе менән ҡаты­нының уртаҡ тел табып, татыу йәшәүенә Ишмыр­ҙаһы ла шатланып бөтә алманы. “Һәйбәт тыл булмаһа, мин дә, балалар ҙа әлеге уңышта­ры­быҙға өлгәшә алмаҫ инек”, – тип һуңғы көндәрендә лә ҡатынына рәхмәт әйтеп ятты.
Ике бала әсәһе ине Венера. Һиҙеп йөрөй: Ишмырҙаһының Өфөлә күренекле остаздар етәк­селегендә белемен камиллаштырғыһы, һөнәри яҡтан үҫкеһе, заманса ҡорамалдар менән эш иткеһе, район ауылдарында алған бай тәжрибәһен фәнни нигеҙҙә башҡалар менән дә уртаҡлашҡыһы килә. Тик нисек әйтһен инде ул был хаҡта ике бәләкәс бала ҡараған һөйөклө ҡатынына?! Ғаи­ләһен ваҡытлыса ғына булһа ла нисек кенә ташлап китһен?!
Венера Фәрит ҡыҙы һүҙҙе үҙе башланы: “Ғү­мер үтә, һин – үҫә торған белгес, хыялдарың тормошҡа ашмай ҡалмаһын! Кит һин Өфөгә”.
– Юҡ, оҙаҡламай балалар ҙа уҡый башла­ясаҡ, бер үҙең нисек өлгөрөрһөң?
– Бына шул балаларҙың киләсәген уйлап әйтәм дә инде, уларға төрлө яҡлап белем биреү, аҙаҡ институтта уҡытыу Өфөлә һәйбәтерәк буласаҡ. Ә миңә ҡәйнәм ярҙам итер.
Ҡатынының батырлыҡҡа тиң хәстәре, ир кү­ңе­лен аңлауы, киләсәкте тормошсан күҙаллай бе­леүе менән ғорурланды Ишмырҙа. 1963 йыл­да – ул, ә 1964 йылда Венера ла ординатураға инде.



(Дауамы. Башы 130-сы һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 707

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 833

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 486

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 113

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 806

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 051

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 181

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 787

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 624

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 879