Йәшлек эҙҙәре буйлап08.07.2014
Ә ул саҡта Венера менән Ишмырҙа һуңғы, алтынсы курстың уртаһында Урал аръяғына йыйына. Ишмырҙа – Әбйәлиленә, Венера, ата-әсәһен, яңы ғына мединститут тамамлап эшләп йөрөүсе ағаһын һағынып, Баймаҡҡа, төркөмдәш ҡыҙы Сибайға ҡайтырға ниәтләнеп, Өфө аэропортында ултыралар. Самолет өс тәүлек осмағас, аптырап, Силәбе поезына сығалар. Шунан һуң поезда Магнитогорск ҡалаһына бараһың да, кемгә ниндәй транспорт тура килһә, шуның менән ары, үҙеңдең ҡайтыу яғына юлланаһың инде. Ә һыуыҡ утыҙ биш-ҡырҡ градусҡа етә. Көтмәгәндә Венера, һалҡын тейҙерепме, ҡаты грипп эләгепме, поезда бик ҡаты ауырып китә. Ошо көндәр ике йәш йөрәкте тағы ла нығыраҡ яҡынайта.
Туҡталыштағы дарыухананан кәрәкле дарыуҙар алып, буласаҡ табип һөйөклө юлдашын тырышып дауалай. “Магнит”ҡа килеп төшкәс, ике туған ағаларына алып бара. Йәш ҡыҙ күтәреп баҫҡыстан менеп килгән Ишмырҙа ағаһы менән еңгәһенә: “Кәләш алып ҡайтып киләм”, – ти.
Әбйәлил яғына йөк машинаһында юлға сығалар. Егет ҡыҙҙың өшөгәнен күреп, уға үҙ кейемен һалып бирә. Егеттең мөнәсәбәте Венераның күңелендә лә наҙлы яуап хистәре тыуҙыра.
Иптәш ҡыҙы Сибайҙа төшөп ҡала ла, әсәләренә хәбәр итә: “Венера кейәү алып ҡайтып килә!” Улары әҙерләнеп, ҡыҙҙары кейәүгә сығырға йөрөгән таныш егетте көтә.
Йөк машинаһы йәштәрҙе Ҡужанға алып ҡайта. Унда ҡустыһының туйын үткәреп яталар икән.
“Магнит”тағы ағаһы хәбәр иткәндер, һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, өлкән ул менән киленде ҡаршыларға туйҙа ҡатнашҡан бөтә халыҡ сыға. Ауылдан тәүгеләрҙән булып юғары белемгә эйә булған, эшлекле, сибәр Ишмырҙа кемде алып ҡайтҡан икән? Машина туҡтауға ауыл кешеләре лә йыйылып китә. Әсәһе тиҙ генә мамыҡ мендәр һала килендең аяҡ аҫтына. Ах, килене лә, килене: ҡаштары ҡыйылып, билдәре өҙөлөп тора. Ауырыуҙанмы, һыуыҡтанмы, көтөлмәгән иғтибарҙанмы, биттәре алһыуланған. Ябай ғаиләлә үҫмәгәндер был: башында – ҡиммәтле, килешле бүрек, өҫтөндә – йылҡылдап торған тун, аяғында – күтәрмәле йылы итектәр!
Ауылдың ғорурлығы булған егеттең һайлаған ҡыҙын бик оҡшата ҡужандар.
Тәүге туйҙа ҡатнашыусыларҙы оҙатҡас, Өфөнән ҡайтҡан улы менән килененә лә ижаб уҡыта һала буласаҡ ҡәйнә. Венера был мәлдәрҙе төш кеүек кенә хәтерләй. Өгөтләгәнгә генә риза булмағандыр инде, үҙ йөрәге лә һайлаған яҙмыштыр.
АТА-ӘСӘҺЕ ИКЕНСЕ КЕЙӘҮ КӨТКӘН ИКӘН
Каникул да бөтөп килә. Әсә менән ул теҙгенде ҡыҫҡа тота, тимерҙе ҡыҙыуында һуға: шәп ат егеп, санаға тере һарыҡ һалып, буласаҡ килендең ата-әсәһе менән танышырға, туй хаҡында һөйләшергә китәләр.
Ара алыҫ, етмәһә ыжғыр буран. Баймаҡҡа төн уртаһында ғына барып етәләр.
Ҡунаҡтарға ишекте асҡан әсә, ҡыҙы янында икенсе егетте күреп, саҡ иҫтән яҙмай.
– Ҡайҙа кейәү буласаҡ егетең?
– Ошо инде кейәүегеҙ, әсәй. Исеме – Ишмырҙа, быйыл ул да мединститут тамамлай, Әбйәлил районынан...
Ҡатынының сеңләп илауын ишетеп, атай кеше лә килеп сыға. Ҡыҙы менән саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы күреп, Фәрит Вәли улы аптырап китә.
– Бар, ҡайтып китегеҙ! – ти Гөлсөм Хизбулла ҡыҙы. – Буласаҡ кейәүебеҙ һеҙ түгел!
Улымды өйләндерәм тип ышанып, оҙон, ауыр юлдар үтеп килгән әсә һулҡылдап илап ебәрә.
– Әсәй, һин бит киң күңелле кеше, – тип инәлә Венера. – Ошондай һыуыҡта, төн уртаһында ҡайҙа барһындар инде?! Бында уларҙың бер кешеләре лә юҡ бит, исмаһам, йоҡлап сығырға рөхсәт ит.
Өй ҙур, бүлмәләр бер нисәү. Инәйҙе сәй эсереп, төпкө бүлмәгә йоҡларға һалалар. Ҡайҙа инде ул йоҡлау?! Улымды тиңһенмәй кире борһалар ни эшләрбеҙ, тип борсола, буласаҡ киленкәй ҙә бик күңелгә ятҡайны бит әле.
Әсәнең һаман да илауын ишетеп ятҡан өлкән ул Юнир ҙә килеп сыға ваҡиға барған залға. Һеңлеһенең егетен күргәс тә, уны ҡосаҡлап ала:
– О-о-о, Ишмырҙа! Һаумы, коллега? Ниндәй елдәр ташланы?
– Бына Венера менән өйләнешергә тип рөхсәт алырға ҡайтҡайныҡ.
– Маладис, һеңлекәш. Шәп егетте һайлағанһың. Институтта иң күрмәлекле, перспективалы студент бит ул. Быйыл табип буласаҡ.
Улдарының һүҙҙәренән һуң, ата-әсә тыныслана төшә. Фәрит Вәли улы Ишмырҙаны бүлмәһенә алып инеп китә. Юнир йоҡо бүлмәһендә әсәһен йыуата. Венера залда аптырап ултыра. Байтаҡ ваҡыт үтә, ә буласаҡ ҡайны менән кейәү юҡ та юҡ. Кабинетҡа инһәләр, был икәү онотолоп китеп шахмат уйнай. “Мә, биште, – ти өлкән шахматсы, Ишмырҙаға ҡулын һуҙып, – башың шәп эшләй, Баймаҡ чемпионын да еңгәс”.
Иртәгәһенә Әбйәлилдән килгән һарыҡты һуйып, никах уҡыталар. Ошолай башланып китә уртаҡ тормош. Артабан ҡайны-ҡәйнәһе, Венераның башҡа туғандары менән дә уртаҡ тел табып дуҫ йәшәй Ишмырҙа. “Минең кейәү һымаҡ изгелекле, яғымлы кеше донъяла юҡ ул”, – тип маҡтанырға ярата Гөлсөм апай таныштары араһында.
Ни мөғжизә, Өфөгә ҡайтҡан саҡта поезда Венераның кейәү булырға насип булмаған егете лә осрай бит әле. Бер-береһенән күҙҙәрен ала алмаған, һыйынышып ултырған тиңдәштәрен күреп, бөтәһен дә аңлай инде ул аҡыллы егет –һөйөклөһөнөң бәхетенә аяҡ салмай, ситкә китә.
Хәлдәрен белешеп йәшәгәндер: Ишмырҙаның вафатынан һуң, Венера Фәрит ҡыҙын эҙләп табып, уның ғүмер буйы берҙән-бер мөхәббәте булғанын белдерә.
“ИКЕ ЯРТЫНАН БЕР БӨТӨН БУЛҒАН ПАР ИНЕК”
Һоратыусылар ҙа булды. Тик Ишмырҙа урынында икенсе кешене күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Ике яртынан бер бөтөн булған кешеләр ине улар. Шуға ла ҡырҡ дүрт йыл уртаҡ ғүмер ҡырҡ дүрт көндәй ҙә тойолманы. Ғаилә йәнле булды йәмәғәте: өс балаһы өсөн дә өҙөлөп торҙо. Мәктәптә уҡығандарында ата-әсәләр йыйылышына икәүләп йөрөнөләр. Өфөгә күсеп килгәс, балаларының бөтәһе лә 20-се башҡорт мәктәбендә белем алды. Уны астырыуҙа рухташтары менән бергә Ишмырҙаһының да өлөшө ҙур булды. Ата-әсәләрҙең ҡултамғаһын йыйып, ниндәй генә юғары түрәләрҙең ишеген асып инмәне улар баш ҡалала башҡорт мәктәбенең мотлаҡ булырға тейешлегенә ышандырыу өсөн. Балалары, шөкөр, һәйбәт уҡыны, ата-әсәләренең һөнәрен һайлап, үҙҙәре лә балалар үҫтереп, ҡайһылары олатай-өләсәй булып донъя көттө. Илдар – медицина фәндәре докторы, медицина институтының кафедра мөдире, профессор, Гөлнуры ла – медицина фәндәре докторы, биология кафедраһында профессор, Гөлнәзирәһе ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй, һөнәре буйынса – акушер-гинеколог. Өлкән Һиҙиәтовтарҙың биш ейән-ейәнсәре бар, бер бүләләре үҫә. Ейәндәре лә һаулыҡ һаҡлау өлкәһен һайланы. Һәр береһе “Әсәй”, “Өләсәй” тип өҙөлөп тора, шөкөр. Атаһы менән балаларыбыҙҙың һәр береһенә иҫәнлек-һаулыҡ, тормоштарында, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. “Атаһы менән” тип яңылыш әйтмәнем, сөнки ул һәр саҡ минең менән. Уның рухы, тәрбиәһе, кешелек сифаттары, булдыҡлылығы балаларыбыҙ өсөн һәр саҡ өлгө.
Венера Фәрит ҡыҙы үҙе лә иренә һәр саҡ таяныс була белде. Ул йылдарҙа эшкә йүнәлтмә буйынса ебәрелә ине йәштәр. Ишмырҙаны, етәкселектә лә, уҡыуҙа ла һынатмаған тырыш йәш белгесте, Өфөлә аспирантураға йәки эшкә ҡалырға өндәйҙәр, тик ул: “Институттың комсомол ойошмаһы секретары, башҡаларҙы төпкөлөрәк район үҙәктәренә йәки ауылдарға китергә өндәгән кеше булараҡ, баш ҡалала ҡалырға намыҫым ҡушмай”, – тигәс, Хәйбулла районына йүнәлтмә алдыҡ. Унда сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү бара ине.
Ир ҡайҙа – ҡатын шунда. Ишмырҙаның теләген үҙенекеләй ҡабул итте. Юл ыңғайы, күреп сығайыҡ әсәйҙе, тип, Ҡужанға ла инделәр. Ә ҡәйнәһе: “Мин һеҙҙән ҡалмайым, ошо киленем менән торғом килә”, – тип, тиҙ генә әйберҙәрен дә төйнәп алды. Ике улы ла: “Әсәй, унда әле фатир ҙа, бер нәмә лә юҡ бит, һуңынан килерһең”, -– тип әйтеп ҡараны, “Юҡ, барам”, – тип тик тора инде. Әсә кешегә ҡаршы төшөп өйрәнелмәгән, шуға 64 йәшлек инәйҙе лә үҙҙәре менән алдылар. Барған ыңғайы йәшәргә урыны ла табылды йәш белгестәргә. Улар береһе – хирург, икенсеһе терапевт булып, башкөллө эшкә сумды. Ҡәйнәһе йорт-ҡураға хужабикә булып донъя көтөштө.
Аҡъяр, оҙаҡ йәшәмәһәләр ҙә, йылы тойғолар ҡалдырҙы. Үҙаллы йәшәргә, эшләргә өйрәнде улар бында. Күпме һәйбәт кеше менән аралаштылар, көн тимәй, төн тимәй, кеше ғүмере өсөн көрәшеүҙе мөҡәддәс бурыстары итеп күрҙеләр. Тәүҙә нисек башлана, шулай дауам итә эшкә мөнәсәбәт. Ә уларҙың башҡарған шөғөлдәре ябай хеҙмәт кенә түгел, сәләмәтлек, йәшәү менән бәйләнгән. Бында хаталаныу, һүлпәнлек енәйәткә тиң. Бар көстәрен, белемдәрен, ваҡыттарын йәлләмәй тырышты Һиҙиәтовтар. Шуға ла тиҙ арала халыҡтың да, етәкселектең дә ышанысын, хөрмәтен яулап өлгөрҙөләр.
Ошонда тағы ла бер нисә йыл эшләгәс, Өфөгә ҡайтып, белемен арттырырға иҫәбе бар ине Ишмырҙаның.
Тик уларҙы, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының бойороғона ярашлы, Әбйәлил районының “Урал” совхозы дауаханаһына ебәрәләр. Ишмырҙа – баш табип, Венера Фәрит ҡыҙы – терапевт. Бында тормош өр-яңынан башлана. Дауахананы ҙурайтыу, ремонтлау, дарыу һәм дауалау ҡорамалдары юллап ҡайтартыу, хирург булараҡ, төрлө операциялар яһау – баш табип елкәһендә. Ә Венера Фәрит ҡыҙы эш менән мәшғүл булып ҡына йөрөмәне, бер улға, бер ҡыҙға әсәй булырға өлгөрҙө. Ҡайҙа инде ул өсәр, етешәр йыл өйҙә бала ҡарап ятыу – сабыйға ике ай тулғас та эшкә саҡыралар. Бына ошонда бик кәрәк булды инде ҡәйнәһе. Әйткәндәй, бик татыу йәшәне килен менән ҡәйнә ун алты йыл буйына. Өфөгә күскәс тә, бер нисә йыл бергә торҙолар әле. Үҙ теләктәрен, тәҡдимдәрен, хатта үпкәһен дә оло кешенең күңелен аяп ҡына, ипләп кенә белдерҙе килен.
Ашарға ултырһалар, иң тәүҙә уны саҡырҙылар, үҙҙәренә кейем-һалым алғанда, әсәйҙе лә буш ҡалдырманылар, балаларын да өләсәйҙәрен хөрмәт итергә өйрәттеләр.
Ҡәйнәһе лә рәхмәтле булды: серҙәре, килене менән уртаҡ ине, бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәне, сит-ятҡа яманатын һатманы, “балам”, “ҡыҙым”, тип кенә йөрөттө. Әсәһе менән ҡатынының уртаҡ тел табып, татыу йәшәүенә Ишмырҙаһы ла шатланып бөтә алманы. “Һәйбәт тыл булмаһа, мин дә, балалар ҙа әлеге уңыштарыбыҙға өлгәшә алмаҫ инек”, – тип һуңғы көндәрендә лә ҡатынына рәхмәт әйтеп ятты.
Ике бала әсәһе ине Венера. Һиҙеп йөрөй: Ишмырҙаһының Өфөлә күренекле остаздар етәкселегендә белемен камиллаштырғыһы, һөнәри яҡтан үҫкеһе, заманса ҡорамалдар менән эш иткеһе, район ауылдарында алған бай тәжрибәһен фәнни нигеҙҙә башҡалар менән дә уртаҡлашҡыһы килә. Тик нисек әйтһен инде ул был хаҡта ике бәләкәс бала ҡараған һөйөклө ҡатынына?! Ғаиләһен ваҡытлыса ғына булһа ла нисек кенә ташлап китһен?!
Венера Фәрит ҡыҙы һүҙҙе үҙе башланы: “Ғүмер үтә, һин – үҫә торған белгес, хыялдарың тормошҡа ашмай ҡалмаһын! Кит һин Өфөгә”.
– Юҡ, оҙаҡламай балалар ҙа уҡый башлаясаҡ, бер үҙең нисек өлгөрөрһөң?
– Бына шул балаларҙың киләсәген уйлап әйтәм дә инде, уларға төрлө яҡлап белем биреү, аҙаҡ институтта уҡытыу Өфөлә һәйбәтерәк буласаҡ. Ә миңә ҡәйнәм ярҙам итер.
Ҡатынының батырлыҡҡа тиң хәстәре, ир күңелен аңлауы, киләсәкте тормошсан күҙаллай белеүе менән ғорурланды Ишмырҙа. 1963 йылда – ул, ә 1964 йылда Венера ла ординатураға инде.
(Дауамы. Башы 130-сы һанда).