Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һеҙҙең ярҙам ҡанатландыра
Быйыл Ҡырым ярымутрауы Рәсәйгә кире ҡайтарылғас, йәшәүе бигерәк күңелле булып китте. Башҡортостан артистары беҙгә килеп сығыш яһарға теләк белдерҙе, беҙ ҙә үҙ программабыҙҙы әҙерләнек. Хәҙер инде Ялта халҡын түгел, ә үҙебеҙҙең яҡташтарҙы Ҡырым башҡорттарының йәшәйеше менән таныштырыу теләге тыуҙы.



Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Башҡарма комитетынан Рәйсә Ғәйфуллина менән көн һайын тигәндәй бәйләнештә бул­дыҡ. Ул быға тиклем референдумға әҙер­лән­гән­дә лә, аҙаҡтан да йылы һүҙ, кәңәш­тәре менән беҙҙе алға әйҙәп, ҡанатландырып торҙо.
12 июндә Симферополдә бөтә Ҡырым һабантуйын үткәреү тура­һында иғлан ителде. Беҙ, унда барып, концерт ҡуйҙыҡ та, яҡташта­рыбыҙ янына — Белогорск ҡала­һына — юл алдыҡ.
Майҙанда йәш таланттар, күбә­ләктәй осоп, башҡорт, урыҫ, ҡырым татарҙары бейеүҙәрен башҡарҙы. Башҡортостандан «Далан» төркө­мөнөң килеүе бик тә шатландырҙы. Уның етәксеһе Артур Туктағоловты осратып, беҙгә йышыраҡ килеп тороуҙарын һора­ныҡ.
Белогорск халҡы, Башҡортостан Хөкүмәтенә рәх­мә­тен белдерҙе. Бындай байрамды ғүмер­ҙә күргәнебеҙ булманы, тиҙәр. Беҙ милли кейемдә йөрөгәс, туҡтатып, һеҙ башҡорт­тармы, тип тә һорайҙар. Ике ҡатын килеп, күҙ йәштәре аша рәхмәт әйтте. Ирҙәре Афған һуғышы ветерандары уларҙың. “9 майҙа беҙ­гә байрам бүләге тапшырҙылар, башҡорт балы тураһында ишетеп кенә белә инек, бына тәмләп ҡа­раныҡ”, — тиҙәр. Башҡортостандан килгән гумани­тар ярҙам һуғыш ветерандарына, күп балалы ғаилә­ләргә, оло йәштәге пенсионерҙарға таратылды.
Яҡташтарыбыҙ бейәләр алып килгән, ҡымыҙ менән һыйланылар. Йылҡы ҡараусылар, комбайнсы егет­тәр менән дә осраштыҡ. Әле Белогорск районы баҫыуҙарын­да Баш­­ҡорт­остан­дың 15 ком­байны арпа, арыш ура. Ергән, Баймаҡ, Миәкә яҡта­рынан кил­гән комбайнсылар беҙҙең йәштәр менән тәжрибәһен уртаҡлашты.
Ҡурайҙа уйнап, йырлашып та алдыҡ, үҙем яҙған шиғырҙарҙы ла уҡып ишеттерҙем. Башҡорт рухлы кеше икәнһең, ағай, тип маҡтап та алдылар үҙемде.
Башҡортостандан килгән төҙөү­селәр мәктәпте, балалар баҡсаһын ремонтлай. 2 – 7 июндә Өфөнөң күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты белгестәре, кардиолог­тар килеп, халыҡты ҡабул итте.
Башҡортостандың Ҡырымға ҡа­рата мөнәсәбәте ысын дуҫлыҡ тойғоһо менән һуғарылған. Артабан да бәйләнештәр ихлас дауам итһен, беҙҙең яҡташтар Ҡырым шифаханаларында һаулығын нығытып, донъя күреп ҡайтһын, тип теләйем.

Даларис ИМЕЛБАЕВ,
Ҡырым башҡорттары ҡоролтайының
башҡарма комитеты рәйесе.




Автор: Ялта, Ҡырым Республикаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә