Быйыл Ҡырым ярымутрауы Рәсәйгә кире ҡайтарылғас, йәшәүе бигерәк күңелле булып китте. Башҡортостан артистары беҙгә килеп сығыш яһарға теләк белдерҙе, беҙ ҙә үҙ программабыҙҙы әҙерләнек. Хәҙер инде Ялта халҡын түгел, ә үҙебеҙҙең яҡташтарҙы Ҡырым башҡорттарының йәшәйеше менән таныштырыу теләге тыуҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетынан Рәйсә Ғәйфуллина менән көн һайын тигәндәй бәйләнештә булдыҡ. Ул быға тиклем референдумға әҙерләнгәндә лә, аҙаҡтан да йылы һүҙ, кәңәштәре менән беҙҙе алға әйҙәп, ҡанатландырып торҙо.
12 июндә Симферополдә бөтә Ҡырым һабантуйын үткәреү тураһында иғлан ителде. Беҙ, унда барып, концерт ҡуйҙыҡ та, яҡташтарыбыҙ янына — Белогорск ҡалаһына — юл алдыҡ.
Майҙанда йәш таланттар, күбәләктәй осоп, башҡорт, урыҫ, ҡырым татарҙары бейеүҙәрен башҡарҙы. Башҡортостандан «Далан» төркөмөнөң килеүе бик тә шатландырҙы. Уның етәксеһе Артур Туктағоловты осратып, беҙгә йышыраҡ килеп тороуҙарын һораныҡ.
Белогорск халҡы, Башҡортостан Хөкүмәтенә рәхмәтен белдерҙе. Бындай байрамды ғүмерҙә күргәнебеҙ булманы, тиҙәр. Беҙ милли кейемдә йөрөгәс, туҡтатып, һеҙ башҡорттармы, тип тә һорайҙар. Ике ҡатын килеп, күҙ йәштәре аша рәхмәт әйтте. Ирҙәре Афған һуғышы ветерандары уларҙың. “9 майҙа беҙгә байрам бүләге тапшырҙылар, башҡорт балы тураһында ишетеп кенә белә инек, бына тәмләп ҡараныҡ”, — тиҙәр. Башҡортостандан килгән гуманитар ярҙам һуғыш ветерандарына, күп балалы ғаиләләргә, оло йәштәге пенсионерҙарға таратылды.
Яҡташтарыбыҙ бейәләр алып килгән, ҡымыҙ менән һыйланылар. Йылҡы ҡараусылар, комбайнсы егеттәр менән дә осраштыҡ. Әле Белогорск районы баҫыуҙарында Башҡортостандың 15 комбайны арпа, арыш ура. Ергән, Баймаҡ, Миәкә яҡтарынан килгән комбайнсылар беҙҙең йәштәр менән тәжрибәһен уртаҡлашты.
Ҡурайҙа уйнап, йырлашып та алдыҡ, үҙем яҙған шиғырҙарҙы ла уҡып ишеттерҙем. Башҡорт рухлы кеше икәнһең, ағай, тип маҡтап та алдылар үҙемде.
Башҡортостандан килгән төҙөүселәр мәктәпте, балалар баҡсаһын ремонтлай. 2 – 7 июндә Өфөнөң күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты белгестәре, кардиологтар килеп, халыҡты ҡабул итте.
Башҡортостандың Ҡырымға ҡарата мөнәсәбәте ысын дуҫлыҡ тойғоһо менән һуғарылған. Артабан да бәйләнештәр ихлас дауам итһен, беҙҙең яҡташтар Ҡырым шифаханаларында һаулығын нығытып, донъя күреп ҡайтһын, тип теләйем.
Даларис ИМЕЛБАЕВ,
Ҡырым башҡорттары ҡоролтайының
башҡарма комитеты рәйесе.