Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Оҫта менән оҫта ярышты
Оҫта менән оҫта ярышты
Аҙна буйы тиерлек яуған ямғыр, ниһайәт, туҡтаны, иртәгәһенә бар тирә-яҡ ҡояш нурҙарына күмелде. Нефтекамаға йыйылған ташсыларҙың республика һөнәри бәйгеһендә ҡатнашыусыларға шундай матур йәйге көн дәрт һәм дарман өҫтәне.



...Ҡаланың яңы биҫтәһендә һалына баш­лаған йорт янын­дағы майҙансыҡта әүәлгенән айырылып торған эшлекле йән­лелек. Хужаларҙан тыш, Бәлә­бәй, Бөрө, Октябрьский, Өфө, Салауат, Стәр­ле­тамаҡ һәм Туймазы ҡалаларынан кил­гән ил­легә яҡын ташсы оҫталыҡҡа һынау тотор алдынан остаздарынан һуңғы күр­һәтмә ала. Бер нисә гүзәл заттан башҡа­ла­ры – төрлө йәш­тәге ир-егеттәр. Уларҙы бер­ләштергән си­фат – эште яратып баш­ҡарыу, бай тәжрибә һәм, әлбиттә, һөнәри оҫталыҡ.
Ярыш урынында барыһы ла әҙер. Тиҙ­ҙән стена булып ҡалҡасаҡ кирбес ма­тур рәттәргә өйөлөп ҡуйылған, иҙел­мә кил­терелгән. Махсус эш кейеме һәм ҡыҙ­ғылт һары төҫтәге каска кейгән ташсылар, тәғәйен­ләнгән урындарына баҫып, үҙ ҡорал­дарын барлап бөтөүгә ярышҡа старт бирелде. Икешәр кешенән тор­ған егерме өс звено алышты башланы. Артабан ике сәғәт ярым эсендә оҫталарҙың мастерок менән кирбескә һуғып алыуы, ара-тирә үҙ-ара бер ни­сә һүҙ менән аралашыуы ғына ишетелеп торҙо. Барыһы ла тырышты. Эшкә баһа биргән­дә кир­бес­тәр ара­һындағы иҙмә­нең ҡалынлығы, стенаның ти­геҙ­­­леге һәм башҡа күп күр­һәт­кестәр иҫәпкә алын­ды. Тео­ре­тик әҙер­лекте лә тик­шергәндән һуң, конкурс йом­­ғаҡ­тары иғлан ител­де.
Республиканың иң яҡшы таш­сылары булып Ринат Ғи­лем­ханов менән Сергей Митрофанов танылды. Улар – “Неф­те­камск­стройзаказчик” муниципаль төҙө­лөш пред­приятиеһы вәкилдәре. Был оҫ­та­лар алда Волга буйы федераль окру­гы кимә­лендә республика данын яҡлаясаҡ.
Туймазының 3-сө төҙөлөш фирмаһы­нан Айҙар Зыятдинов менән Динар Миң­лейә­ров – икенсе, “Башгражданстрой” тресы оҫта­лары Вадим Шәрә­фетдинов менән Сергей Пиксаев звеноһы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Еңеүселәр ҡим­мәт­ле бүләк һәм диплом, ҡал­ған бәйгеселәр иҫтәлекле приз һәм рәхмәт хаттары алды.
Ойоштороусылар билдә­лә­үен­сә, бындай ярыштар ҡатна­шыусы­ларҙың ғына түгел, һәр пред­приятиеның артабанғы үҫеше өсөн дә ныҡлы дәртләндереү бу­лып тора, етәкселәрҙе хеҙмәт етештереү­сәнле­ген һәм эштең сифатын күтәреү буйынса даими хәстәрлек күрергә мәжбүр итә.


Автор: А. ӘНҮӘРОВ. Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә