Аҙна буйы тиерлек яуған ямғыр, ниһайәт, туҡтаны, иртәгәһенә бар тирә-яҡ ҡояш нурҙарына күмелде. Нефтекамаға йыйылған ташсыларҙың республика һөнәри бәйгеһендә ҡатнашыусыларға шундай матур йәйге көн дәрт һәм дарман өҫтәне.
...Ҡаланың яңы биҫтәһендә һалына башлаған йорт янындағы майҙансыҡта әүәлгенән айырылып торған эшлекле йәнлелек. Хужаларҙан тыш, Бәләбәй, Бөрө, Октябрьский, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Туймазы ҡалаларынан килгән иллегә яҡын ташсы оҫталыҡҡа һынау тотор алдынан остаздарынан һуңғы күрһәтмә ала. Бер нисә гүзәл заттан башҡалары – төрлө йәштәге ир-егеттәр. Уларҙы берләштергән сифат – эште яратып башҡарыу, бай тәжрибә һәм, әлбиттә, һөнәри оҫталыҡ.
Ярыш урынында барыһы ла әҙер. Тиҙҙән стена булып ҡалҡасаҡ кирбес матур рәттәргә өйөлөп ҡуйылған, иҙелмә килтерелгән. Махсус эш кейеме һәм ҡыҙғылт һары төҫтәге каска кейгән ташсылар, тәғәйенләнгән урындарына баҫып, үҙ ҡоралдарын барлап бөтөүгә ярышҡа старт бирелде. Икешәр кешенән торған егерме өс звено алышты башланы. Артабан ике сәғәт ярым эсендә оҫталарҙың мастерок менән кирбескә һуғып алыуы, ара-тирә үҙ-ара бер нисә һүҙ менән аралашыуы ғына ишетелеп торҙо. Барыһы ла тырышты. Эшкә баһа биргәндә кирбестәр араһындағы иҙмәнең ҡалынлығы, стенаның тигеҙлеге һәм башҡа күп күрһәткестәр иҫәпкә алынды. Теоретик әҙерлекте лә тикшергәндән һуң, конкурс йомғаҡтары иғлан ителде.
Республиканың иң яҡшы ташсылары булып Ринат Ғилемханов менән Сергей Митрофанов танылды. Улар – “Нефтекамскстройзаказчик” муниципаль төҙөлөш предприятиеһы вәкилдәре. Был оҫталар алда Волга буйы федераль округы кимәлендә республика данын яҡлаясаҡ.
Туймазының 3-сө төҙөлөш фирмаһынан Айҙар Зыятдинов менән Динар Миңлейәров – икенсе, “Башгражданстрой” тресы оҫталары Вадим Шәрәфетдинов менән Сергей Пиксаев звеноһы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Еңеүселәр ҡиммәтле бүләк һәм диплом, ҡалған бәйгеселәр иҫтәлекле приз һәм рәхмәт хаттары алды.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай ярыштар ҡатнашыусыларҙың ғына түгел, һәр предприятиеның артабанғы үҫеше өсөн дә ныҡлы дәртләндереү булып тора, етәкселәрҙе хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм эштең сифатын күтәреү буйынса даими хәстәрлек күрергә мәжбүр итә.