Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тормош дауам итә
Тормош дауам итә
Ыҡсым ғына йорт, һәр ерҙә хәстәрлекле хужа ҡулы тейгәнлеге һиҙелеп торған таҙа ихата, бер ҡый үләне лә күренмәгән йәшелсә баҡсаһы... Әйләнә-тирәңә күҙ һалһаң, өйҙә оло йәштәге яңғыҙ ир донъя көтәлер, тип уйларлыҡ та түгел.


– Эйе, бына ун ике йыл бер үҙем йәшәйем. Әбейем иртәрәк китеп барҙы, – тип һүҙ башланы Каррам Саҙретдин улы. – Тәүге ике-өс йыл үҙем һыйыр һауып, һөт айыртып, балалар ҡайтыуына барыһына ла етерлек ҡаймаҡ әҙерләп ҡуя торғайным. Әкренләп мал-тыуарҙы бөтөрҙөм. Хәҙер бына умарта ҡарайым, баҡса үҫтерәм. Ярай әле, балалар яҡында йәшәй, килеп хәлемде беле­шәләр, йортто, ихатаны ҡарашалар. Өфөләге ҡыҙым аҙна һайын ҡайтып тора, өҫ-башымды ла, тамағымды ла хәс­тәрләй.
1934 йылда Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылындағы ишле ғаиләлә донъяға килгән Каррам Низаметдинов бөтә ғүмерен тыуған еренә, ошондағы хужалыҡҡа арнаған. VII класты тамамлау менән “Асылыкүл” машина-трактор станцияһында өс айлыҡ курстар үтеп, тракторсы һөнәре ала. Үҫмергә теория дәрестәренән һуң тәжрибә рәүешендә тәгәрмәсле иҫке тракторҙы ремонтларға тура килә. МТС-тан тыуған ауылына тракторсы-машинист таныҡлығы менән бергә үҙе йүнәткән әлеге «тимер ат»ты ла алып ҡайта. Ике йыл ошо һәм артабан тағы бер йыл «НАТИ» тракторында эшләй.
1953 йылдың көҙөндә төнгө сменала ерҙе туңға һөрөп йөрөгән ваҡытта Каррамға армияға саҡырыу ҡағыҙы килтереп тотторалар. Тымыҡ океан флотына эләккән егеткә дүрт йыл буйы хеҙмәт итергә тура килә. 1957 йылдың нояб­рендә тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу менән, ул яңынан тракторға ултыра һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо эшен ташламай. Улай ғына түгел, пенсия йәше еткәс тә дауам итә. Тырыш хеҙмәте, юғары күрһәткестәре өсөн хаҡлы ялға киткәндә уға хужалыҡтан арзаныраҡ хаҡҡа «Т-25» тракторын һатып бирәләр. Ошо техника менән ул яҙғы сәсеү, уңыш йыйыу кеүек ҡыҙыу мәлдәрҙә иретеп йәбештереү яйланмаһын тағып баҫыуҙан баҫыуға йөрөтә, кәрәк ергә һыуын ташый, бесәнен дә саба. Етмеш йәшен уҙғансы шулай дөйөм эштән айырылмай.
Каррам ағайҙың тракторы әле лә төҙөк, йүгерек. Үҙ йомоштарына, күрше-күләнгә ер һөрөү, бесән сабыу өсөн ярап ҡала: баҡсаһында сөгөлдөр үҫтереп, көҙөн уны Раевкалағы шәкәр заводына илтеп тапшыра. Үҙе һымаҡ сөгөлдөр үҫтергән ауылдаштарының уңышын тейәп, күрше районға килгәндә шәкәр заводы хеҙмәткәрҙәре уны танып сәләмләп ҡаршы ала.
Сөгөлдөр үҫтереү серҙәренә Каррам Саҙретдин улын өйрәтеү кәрәкмәй. Ул ғүмере буйы «Россия» (һуңыраҡ – «Дружба») колхозының “татлы тамыр” баҫыуҙарында тир түккән: ер һөрөү, сәсеү, культивациялау, ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеү, көҙөн иһә ҡаҙып сығарыу бурыстары уның иңендә ятҡан. Ҡыштарын да эшһеҙ ултырмаған – фермаға бесән-һалам килтергән, Шишмә, һуңыраҡ Раевка шәкәр заводтарынан сөгөлдөр һығынтыһы ташыған. Үҙе тәрбиәләгән баҫыуҙарында мул уңыш алыуҙы тәьмин иткәне өсөн Каррам Низаметдинов ике тапҡыр Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашҡан, 1973 йылда – «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына, 1974 һәм 1975 йылдарҙа «Социалистик ярышта еңеүсе» билдәһенә лайыҡ булған.
– Ярты быуатҡа яҡын эшләгәс, төрлө маркалы тракторға идара итергә тура килде. “К-700” һәм “Т-150” кеүек ҡеүәтлеләренә тиклем үҙләштерҙем. Ҡышҡы һалҡындарҙа техниканы ҡабыҙа алмай яфаланыуҙар иҫкә төшә лә замансаһының камиллығына һуштар китә. Хәҙер рәхәтләнеп эшләргә була, – ти ветеран.
Мәрхүмә ҡатыны Азия Аҫылгәрәй ҡыҙы менән улар ете балаға ғүмер биргән, тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн биш улдарының икеһе тыуған ауылында йәшәй. Нурфаяз – Бәләбәйҙә, Ғаяз – Өфөлә. Эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән Азат, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл элек йөрәк өйәнәгенән донъя ҡуйған. Асия исемле ҡыҙҙары – күрше Алға ауылында тормошта, иң кеселәре Альбина Өфөлә эшләй.
Ғөмүмән, Каррам ағайҙы яңғыҙ тип әйтергә тел әйләнмәй. Балалары, ейән­дәре менән аралашып, үҙ-ара ярҙам­лашып йәшәй. Йәй буйы ветеран баҡ­саһы эштәре бал ҡорттары менән мәж килә. Әле ун ике баш умартаһы бар. Аяҙ, йылы көндәр етеү менән бал ҡорттары дәррәү эшкә тотондо, тимәк, уңған ир-уҙаман да һис буш ултырмай.





Автор: Гөлфирә ҒӘСКӘРОВА. Район: Дәүләкән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә