Ыҡсым ғына йорт, һәр ерҙә хәстәрлекле хужа ҡулы тейгәнлеге һиҙелеп торған таҙа ихата, бер ҡый үләне лә күренмәгән йәшелсә баҡсаһы... Әйләнә-тирәңә күҙ һалһаң, өйҙә оло йәштәге яңғыҙ ир донъя көтәлер, тип уйларлыҡ та түгел.
– Эйе, бына ун ике йыл бер үҙем йәшәйем. Әбейем иртәрәк китеп барҙы, – тип һүҙ башланы Каррам Саҙретдин улы. – Тәүге ике-өс йыл үҙем һыйыр һауып, һөт айыртып, балалар ҡайтыуына барыһына ла етерлек ҡаймаҡ әҙерләп ҡуя торғайным. Әкренләп мал-тыуарҙы бөтөрҙөм. Хәҙер бына умарта ҡарайым, баҡса үҫтерәм. Ярай әле, балалар яҡында йәшәй, килеп хәлемде белешәләр, йортто, ихатаны ҡарашалар. Өфөләге ҡыҙым аҙна һайын ҡайтып тора, өҫ-башымды ла, тамағымды ла хәстәрләй.
1934 йылда Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылындағы ишле ғаиләлә донъяға килгән Каррам Низаметдинов бөтә ғүмерен тыуған еренә, ошондағы хужалыҡҡа арнаған. VII класты тамамлау менән “Асылыкүл” машина-трактор станцияһында өс айлыҡ курстар үтеп, тракторсы һөнәре ала. Үҫмергә теория дәрестәренән һуң тәжрибә рәүешендә тәгәрмәсле иҫке тракторҙы ремонтларға тура килә. МТС-тан тыуған ауылына тракторсы-машинист таныҡлығы менән бергә үҙе йүнәткән әлеге «тимер ат»ты ла алып ҡайта. Ике йыл ошо һәм артабан тағы бер йыл «НАТИ» тракторында эшләй.
1953 йылдың көҙөндә төнгө сменала ерҙе туңға һөрөп йөрөгән ваҡытта Каррамға армияға саҡырыу ҡағыҙы килтереп тотторалар. Тымыҡ океан флотына эләккән егеткә дүрт йыл буйы хеҙмәт итергә тура килә. 1957 йылдың ноябрендә тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу менән, ул яңынан тракторға ултыра һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо эшен ташламай. Улай ғына түгел, пенсия йәше еткәс тә дауам итә. Тырыш хеҙмәте, юғары күрһәткестәре өсөн хаҡлы ялға киткәндә уға хужалыҡтан арзаныраҡ хаҡҡа «Т-25» тракторын һатып бирәләр. Ошо техника менән ул яҙғы сәсеү, уңыш йыйыу кеүек ҡыҙыу мәлдәрҙә иретеп йәбештереү яйланмаһын тағып баҫыуҙан баҫыуға йөрөтә, кәрәк ергә һыуын ташый, бесәнен дә саба. Етмеш йәшен уҙғансы шулай дөйөм эштән айырылмай.
Каррам ағайҙың тракторы әле лә төҙөк, йүгерек. Үҙ йомоштарына, күрше-күләнгә ер һөрөү, бесән сабыу өсөн ярап ҡала: баҡсаһында сөгөлдөр үҫтереп, көҙөн уны Раевкалағы шәкәр заводына илтеп тапшыра. Үҙе һымаҡ сөгөлдөр үҫтергән ауылдаштарының уңышын тейәп, күрше районға килгәндә шәкәр заводы хеҙмәткәрҙәре уны танып сәләмләп ҡаршы ала.
Сөгөлдөр үҫтереү серҙәренә Каррам Саҙретдин улын өйрәтеү кәрәкмәй. Ул ғүмере буйы «Россия» (һуңыраҡ – «Дружба») колхозының “татлы тамыр” баҫыуҙарында тир түккән: ер һөрөү, сәсеү, культивациялау, ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеү, көҙөн иһә ҡаҙып сығарыу бурыстары уның иңендә ятҡан. Ҡыштарын да эшһеҙ ултырмаған – фермаға бесән-һалам килтергән, Шишмә, һуңыраҡ Раевка шәкәр заводтарынан сөгөлдөр һығынтыһы ташыған. Үҙе тәрбиәләгән баҫыуҙарында мул уңыш алыуҙы тәьмин иткәне өсөн Каррам Низаметдинов ике тапҡыр Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашҡан, 1973 йылда – «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына, 1974 һәм 1975 йылдарҙа «Социалистик ярышта еңеүсе» билдәһенә лайыҡ булған.
– Ярты быуатҡа яҡын эшләгәс, төрлө маркалы тракторға идара итергә тура килде. “К-700” һәм “Т-150” кеүек ҡеүәтлеләренә тиклем үҙләштерҙем. Ҡышҡы һалҡындарҙа техниканы ҡабыҙа алмай яфаланыуҙар иҫкә төшә лә замансаһының камиллығына һуштар китә. Хәҙер рәхәтләнеп эшләргә була, – ти ветеран.
Мәрхүмә ҡатыны Азия Аҫылгәрәй ҡыҙы менән улар ете балаға ғүмер биргән, тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн биш улдарының икеһе тыуған ауылында йәшәй. Нурфаяз – Бәләбәйҙә, Ғаяз – Өфөлә. Эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән Азат, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл элек йөрәк өйәнәгенән донъя ҡуйған. Асия исемле ҡыҙҙары – күрше Алға ауылында тормошта, иң кеселәре Альбина Өфөлә эшләй.
Ғөмүмән, Каррам ағайҙы яңғыҙ тип әйтергә тел әйләнмәй. Балалары, ейәндәре менән аралашып, үҙ-ара ярҙамлашып йәшәй. Йәй буйы ветеран баҡсаһы эштәре бал ҡорттары менән мәж килә. Әле ун ике баш умартаһы бар. Аяҙ, йылы көндәр етеү менән бал ҡорттары дәррәү эшкә тотондо, тимәк, уңған ир-уҙаман да һис буш ултырмай.