“Тура бәйләнеш” ойоштороуыбыҙ хаҡында гәзиттә иғланды даими биреп, ошо хаҡта хәбәрҙар иткәнгәме, әллә инде почта эшмәкәрлегенә ҡарата уҡыусыларыбыҙҙың әйтер һүҙҙәре, дәғүәләре күп йыйылып киткәнме – Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ленард Шафиҡовҡа тын алырға ла форсат булманы. Билдәләнгән сәғәт ярым ваҡыттың үткәне һиҙелмәне лә. Дүртенсе яртынан һуң да тынманы телефон. “Башҡа шылтыратыуҙар булмаҫ инде”, – тип урынынан ҡуҙғалған еренән ҡабат ултырырға мәжбүр булды Ленард Рәмил улы.
“Тура бәйләнеш”кә эләгә алмайбыҙ тип секретарға ла байтаҡ кеше һорау-тәҡдимдәрен ҡалдырҙы. Алдан да электрон почта аша тиҫтәгә яҡын һорау алғайныҡ.
Әйткәндәй, “тура бәйләнеш”тә һорауҙарға идаралыҡ рәйесе Ирек Миңлевәли улы Ғәлимов үҙе яуап бирәсәк тип вәғәҙә иткәйнек. Әммә тәғәйен көндө ул, Өфөлә эш сәфәре менән булған Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин менән осрашыуҙа ҡатнашыуы сәбәпле, редакцияға килә алманы.
Был көндө Сибай ҡалаһынан Азамат Тажетдиновҡа ысын мәғәнәһендә бәхет йылмайҙы тиергә мөмкин. Ул, “тура бәйләнеш” башланғансы инеп, әйтер һүҙен етәксенең күҙенә ҡарап еткерҙе.
Тәүгеләрҙән булып телефондың теге осонда Әбйәлил районынан Азат “күренде”.
– Алло! “Тура бәйләнеш”кә эләктемме? “Йондоҙ” гәзите мөхәрриремен. Үткән ярты йыллыҡта баҫмаға яҙылыу ойошторғайным, әммә сығарыуҙа тотҡарлыҡ булыу сәбәпле, ул таратылманы. Хәҙер халыҡҡа аҡсаһын ҡайтарып бирергә ине, әммә ошоғаса мәсьәләне хәл итеп булмай...
– Почта менән килешеү төҙөлгәнме һуң? Урындағы филиалға мөрәжәғәт итеп ҡаранығыҙмы?
– Килешеү бар ул, аҡсаны ҡайтарабыҙ тип вәғәҙә лә итәләр. Тик йөк һаман урынынан ҡуҙғалмай, ярты йыл үтте инде…
– Тиҙҙән Белоретҡа барабыҙ. Һеҙҙең менән осрашып, был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерербеҙ. Беҙҙә квитанциялар һаҡлана, шуға күрә һәр кемгә аҡсаһын ҡайтарып буласаҡ. Урында бергә ҡарап, хәл итергә вәғәҙә бирәм.
– Рәхмәт!
– Һаумыһығыҙ! Әбйәлил районының Әбдрәш ауылынан борсойҙар ине. “Аҙна” гәзитен әллә ҡасандан бирле килтермәйҙәр. Былтыр ҙа өҙөклөк менән тараттылар. Аҡсаны кире ҡайтарып алып буламы?
– Был баҫманың ҡулығыҙға барып етмәүе почта хеҙмәткәрҙәренә бәйле түгел. Сәбәп – редакцияла. Бөгөн “Аҙна” гәзите донъя күрмәй. Әгәр икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылған булһағыҙ, квитанцияғыҙҙы алып барып, почта бүлексәһе начальнигы исеменә ғариза яҙығыҙ. Аҡсаһы ҡайтарыласаҡ.
– Хәйерле көн! Һеҙҙе Владик Ҡыҙрасов борсой ине. Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынанмын. Беҙҙең Теләүембәт почта бүлексәһе биш ауылды хеҙмәтләндерә. Етәксеһе алмаштырылғайны, хәл яҡшырҙы, бер дәғүәбеҙ ҙә юҡ. Киреһенсә, бүлексә начальнигы Әлфиә Ғилмановаға биш ауыл халҡы исеменән рәхмәтемде еткерәм, һәйбәт эшләй.
Икенсе әйтер һүҙем бүлексә бинаһы хаҡында. Уға бик яҡшы ремонт кәрәк. Буласаҡ, тиҙәр ҙә бит, тик, ни өсөндөр, йөк урынынан ҡуҙғалмай. Һалҡындар башланғансы тамамларға ине уны, ҡыш бигерәк һыуыҡ була ул бинала. Шул мәсьәләне үҙегеҙ контролгә алһағыҙ, тим…
– Почта хеҙмәткәрҙәренә ҡарата йылы һүҙ әйтеүегеҙ өсөн рәхмәт. Теләүембәт почта бүлексәһенә килгәндә, ысынлап та, уға ремонт талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туҙған биналарыбыҙ байтаҡ. Һеҙ күтәргән мәсьәләне хәл итеүҙе III кварталда йәки киләһе йылдың I кварталында ҡарарбыҙ.
– Әгәр иғтибарға алһағыҙ, бер тәҡдимем дә бар ине. Бәлки, почта бүлексәһен Дауыт-Ҡайып ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәк бинаһына күсереү отошло булыр? Финанс мәсьәләһендә ауырлыҡ тыуһа, тип әйтеүем инде.
– Почта элемтәһе эшмәкәрлеген яҡшыртыу маҡсатында еткергән теләк-тәҡдимегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ремонт мәсьәләһе буйынса хәл асыҡланғас, үҙем шәхсән шылтыратып әйтермен, бәйләнеш өсөн телефон номерығыҙҙы ҡалдырығыҙ.
– Рәхмәт.
– “Тура бәйләнеш”ме?
– Эйе-эйе, тыңлайбыҙ!
– Талбазы ауылынан Рәйлә Батталова булам. Район үҙәгендәге почтальондарҙың эшенә ҡарата йылы һүҙҙәр генә әйтә алам, тик матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында әүҙемерәк булһындар ине. Мине уларҙың йыш алмашыныуы борсой. Был инде хеҙмәт хаҡы түбән булыуға бәйлелер, тип уйлайым. Алмашынып тороуҙары арҡаһында осраҡлы кешеләр ҙә килеп эләгә. Улар халыҡ менән уртаҡ тел таба белергә лә тейеш бит. Борон-борондан почтальон бик яуаплы һәм мәртәбәле һөнәр һанала, элегерәк махсус кейем кейеп, айырылып та торалар ине. Йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн әле лә килешле кейем-һалым, сумка менән тәьмин иткәндә, һәйбәт булыр ине. Ошо мәсьәлә ҡараламы?
– Иң элек Талбазы ауылы почтальондары эшенә юғары баһа биреүегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең менән килешәм, әлегә уларҙың йыш алмашыныу проблемаһы бар. Әммә тәү ҡарауға күренгән һымаҡ улай уҡ ҙур түгел. Талбазыла, мәҫәлән, оҙаҡ йылдар эшләгән почтальондарҙың күпселекте тәшкил итеүен яҡшы беләм. Был райондағы почта элемтәһе бүлексәһендә хеҙмәттәрен еңеләйтеү маҡсатында күләмле генә проекттар тормошҡа ашырылды. Автомобилдә, атта йөрөтөүҙәрен күҙ уңында тотоп әйтеүем.
Сер түгел, почтаға эшкә килергә атлығып тормайҙар. Еңел хеҙмәт тип иҫәпләп урынлашалар ҙа, хеҙмәт хаҡы алыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәклеген белеп-күргәс, китергә ашығалар. Мин үҙем дә эш хаҡтарының юғары булыуын бик теләйем. Шулай ҙа әлеге ваҡытта почтальондар хеҙмәт хаҡынан тыш байтаҡ аҡса эшләй ала. Мәҫәлән, гәзит-журналға яҙҙырған сумманың 4 проценты өҫтәлә. Шулай уҡ һәр заказлы хат, извещение килтергән өсөн дә, тауар һатҡанға ла түләү ҡаралған.
Бына тыш, һәр хеҙмәткәр страховкаланған һәм “социаль пакет”тан файҙалана, “Ҡояшҡай” балалар лагерына путевка алырға мөмкин, дәүләт наградаһы биреү ҙә ҡаралған. Ярты йыл эшләгәндән һуң ҡышҡы-йәйге махсус өҫ һәм аяҡ кейеме менән тәьмин ителәләр, шифаханала ял итәләр, түләү хаҡы ҡайтарыла.
– Льготалары барлығы хаҡында белмәй инем. Хәҙер таныштарым араһынан берәйһен һеҙҙең тармаҡта эшләргә күндереп ҡараясаҡмын.
– Рәхмәт! Һау булығыҙ.
– Хәйерле көн! Өфө ҡалаһынан Илмира Саҙиҡова булам. “Башҡортостан” гәзитендә “Һеҙ яңғыҙ түгел” тигән акция иғлан итеүегеҙ хаҡында уҡығайным. Әйберҙәрҙе ҡайҙа тапшырырға икән?
– Эйе, ул акция 16 июндә старт алды. Был сарала ҡатнашырға теләүселәр әйберҙәрен йәки өлкән йәштәгеләргә тәғәйенләнгән открыткаларын 1 октябргә тиклем почта бүлексәләренә килтерә йәки элемтә операторҙары аша тапшыра ала.
– Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылынан Фәниә Мостафина борсой. Һорауым шул: ни өсөн “Аҙна” гәзитен килтермәйҙәр?
– Был баҫманы редакция сығармай башланы. Квитанцияғыҙҙы алып килеп, почта бүлексәһе начальнигы исеменә ғариза яҙһағыҙ, аҡсағыҙҙы ҡайтарасаҡтар.
– Артынан йөрөү мәшәҡәтле бит әле. Өлкән йәштәмен шул...
– Борсолмағыҙ, почтальон өйөгөҙгә килер, мөрәжәғәтегеҙҙе еткерербеҙ.
– Алло! Өфөнән шылтыратам, Тамара Тимофеева булам. Йортобоҙҙа капиталь ремонт барыу сәбәпле, абонемент йәшниктәрен алдылар. Әммә ремонт һуҙыла, III кварталға тиклем туҡтатҡандар. Мин дүрт төрлө гәзит-журнал алдырам, уҡымай түҙә алмайым. Хәҙер почтальон да, мин дә яфаланабыҙ. Бигерәк тә ул йәл, өйгә индереп бирергә мәжбүр. Йәшниктәрҙе ваҡытлыса ғына ҡуйып тороп булмаймы?
Икенсе әйтер һүҙем – почтальоныбыҙ Флүрә Ишбулдина хаҡында. Ундайҙар хәҙер бик һирәк. 15-се почта бүлексәһендә генә лә 20 йыл эшләй, күптән үҙ эшенең оҫтаһы инде. Уға ҡарата берәй төрлө дәртләндереү сараһы күрһәгеҙ ине...
– Подъездарҙа абонемент йәшниктәрен урынлаштырыу өсөн беҙ яуаплы түгел, был мәсьәлә – торлаҡ-файҙаланыу идаралығы өҫтөндә. Шуға ҡарамаҫтан, йортоғоҙ ҡараған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаһы менән бәйләнешкә инермен. Һеҙҙең менән бергә күршеләрегеҙ ҙә мөрәжәғәт итһә, мәсьәлә тағы ла тиҙерәк хәл ителер ине, тип уйлайым. Ә почтальон Ф. Ишбулдина хаҡындағы йылы һүҙегеҙҙе мотлаҡ иғтибарға алырбыҙ.
– Алло! Ишетәһегеҙме? Салауат районы үҙәге Малаяҙҙан Шамил Әхмәтшин борсой ине. Район үҙәгендә матбуғат таратыу буйынса хәл бик киҫкен. Үҙәк гәзиттәрҙең байтаҡ һаны хужаһына барып етмәй, юғала. Йүнләп таратыусы юҡ, шуға ла халыҡ хәҙер матбуғат баҫмаларын бик алдырмай, яҙылыу кампанияһы ауырлыҡ менән бара. Почтальондарҙың хеҙмәт хаҡы түбән булыу сәбәпле, был урынға осраҡлы кешеләр алына. Улар иһә бер эш хаҡынан икенсеһенә тиклем йөрөй ҙә хушлаша. Айына 3 мең һум аҡсаға кемдең эшләгеһе килһен инде?!
– Бындай һорауҙы йыш ишетергә тура килә. Һеҙҙе Малаяҙҙағы хәл борсоймо, әллә тотош районда шундай күренешме?
– Ғөмүмән, район үҙәгендә матбуғат таратыу ҡәнәғәтләндермәй. Почтальондарҙың эшен яйға һалып булмаймы ни?
– Уларҙың эше бер тәртипкә һалынған инде, элекке системанан бер нәмә лә үҙгәрмәне. Ә бына эш күләмендә үҙгәреш бар, гәзит-журнал, корреспонденциялар килтереү кәмене. Матбуғат баҫмаларына яҙҙырһалар, ҡулдарына һәйбәт кенә аҡса инә ул. Әйткәндәй, район гәзитендә почтальондар хаҡында мәҡәләләр донъя күрәме һуң?
– Был теманы даими яҡтыртып барабыҙ. Район үҙәктәрендә эшләгәндәренә икенсерәк юҫыҡта ҡарарға кәрәктер, бәлки. Ни өсөн тигәндә, хеҙмәтләндергән биләмәләре ҙур, йәйәү күп йөрөргә тура килә. Аҙым һайын тигәндәй магазин йәки киоск булғас, тауар һата алмайҙар. Ғөмүмән, эштәре ауыр...
– Уларҙы хәҙер автомобиль менән йөрөтә башланыҡ. Ә бына эттәрҙән ҡотолоп булмаясаҡ. Районығыҙға килгәс, һеҙҙең менән күтәрелгән барлыҡ мәсьәләләр тураһында ла һөйләшербеҙ, урындағы хакимиәт етәкселеге менән дә осрашырбыҙ.
– Алло! Һаумыһығыҙ! Өфөнән шылтыратам. Почтальондарҙың эш хаҡына бәйле һорауым бар ине. Дәүләкән районындағы бер таныш почтальон тулы булмаған ставкаға эшләп, айына ҡулына 3 500-3 600 һум ала. Ярты ставка өсөн – 2 200 һум. Тимәк, тулы ставка оклады – 4 400 һум. Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменән кәмерәк була түгелме? Закон буйынса хеҙмәт хаҡы МРОТ-тан түбән булырға тейеш түгел бит...
– Тулы ставкаға эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәребеҙ МРОТ-тан түбән хеҙмәт хаҡы алмай. Идаралыҡ етәкселеге был мәсьәләлә закон талабы үтәлмәүгә юл ҡуймай. Бынан тыш, күҙәтеүсе органдар беҙҙе даими тикшереп тора, шуға күрә үтә түбән эш хаҡы түләп, законды боҙоу мөмкин түгел. Танышығыҙҙың, моғайын, эш күләме бәләкәйҙер. Әйтәйек, 100 гәзит түгел, ә 50 дана тараталыр. Шулай ҙа ниндәй ставкала эшләүенә ҡарамаҫтан, почтальон страховкалана, кейем-һалым менән тәьмин ителә. Бонус системаһы буйынса, гәзит-журналға яҙҙырған сумманың – 4, тауар һатҡандың – 6 проценты, конверт, открытка таратыуҙан 15 процент һәм заказлы корреспонденциялар алып барып биреүҙән аҡса өҫтәлә. Ярты ставкаға эшләгәндәр ҙә социаль пакеттан файҙалана. Квалификацияларын күтәрәбеҙ, тырышып эшләгәндәр 10 мең һум йәки унан күберәк эш хаҡы ала. Хатта 30 мең һумға тиклем еткереүселәр ҙә бар.
– Һаумыһығыҙ! Әбйәлил районы хакимиәтенән Лениза Сәғәҙиева булам. Һеҙгә Асҡарҙа заманса почта бүлексәһе бинаһы төҙөүегеҙ өсөн әбйәлилдәр исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Үтенесем дә бар ине. Районыбыҙҙа йәшәүселәр матбуғат баҫмаларын күп уҡый. Тик бына операторҙы беҙҙән алыуҙарына икенсе йыл, шуны кире ҡайтарырға ине. Элекке хеҙмәткәребеҙ бик яҡшы эшләне, кәрәкле мәғлүмәтте теләгән ваҡытта тиҙ генә белергә мөмкин ине. Хәҙер килешеү, счет-фактуралар Белоретҡа ебәрелә, урап ҡайтҡансы байтаҡ ваҡыт үтә. Үҙебеҙҙә яңынан тергеҙгәндә, мәғлүмәттәрҙе тиҙ генә алыр инек.
– Лениза Камил ҡыҙы, матбуғат баҫмаларына яҙылыусыларҙың артыуы йәки кәмеүе операторҙың һеҙҙә булыу-булмауына ғына бәйле түгел. Уларҙың эшенә дәғүәгеҙ бармы әллә? Оператор Асҡарҙа булһа ла, барыбер Белорет аша эш итә бит. Беҙ ул берәмекте ҡыҫҡартманыҡ, ә ҡалала цех начальнигы булдырҙыҡ. Уның менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тәҡдим итәм. Мәғлүмәтте белеү йәки башҡа мәсьәләне хәл итеү өсөн цех начальнигының һәр саҡ урынында ултырыуы һәм эш барышын яҡшы күҙаллауы ғына кәрәк.
– Балаҡатай районының Урғалы ауылынан Рәхилә Сафарова булам. “Аҙна” гәзитенә яҙылғайным, ала алмайым. Сәбәбен аңлатығыҙ әле.
– Был баҫма сығыуҙан туҡтаған, шуға күрә таратылмай. Аҡсағыҙҙы ҡайтарып алырға йәки башҡа гәзиткә яҙылырға кәңәш итәм.
– Алло! Ишетәһегеҙме? Яңауыл районының Мәсәғүт бүлексәһенән Гүзәл булам. Шәхсән һеҙгә һорауым бар ине. Почтальондарға өйҙә түләүҙәр ҡабул иткән өсөн аҡса түләнмәй башланы. Ни өсөн икән?
– Эйе, был шулай. Түләүҙәрҙе өйҙә ҡабул иткән өсөн өҫтәмә ярты йыл элек бөтөрөлдө. Әммә был беҙгә бәйле түгел, тотош Рәсәй буйынса шулай эшләнде.
– Ә 13-сө эш хаҡы буласаҡмы?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең килем уны түләргә мөмкинлек бирмәй. Ә бына шифаханаға барһағыҙ, ҡайтҡас, компенсация ала аласаҡһығыҙ. Шулай уҡ башҡа льготаларҙан да файҙаланырға була.
– Минең өйҙән почтаға тиклемге юлым – алты километр. Эшем буйынса тағы ике саҡрым юл үтәм. Ҡыҫҡаһы, көнөнә 14 километр йәйәү атлайым. Ул эш хаҡында сағылыш табырға тейешме?
– Үкенескә ҡаршы, өйҙән эшкә тиклемге ара иҫәпкә алынмай, вазифа бурысы буйынса йөрөгәне генә иҫәпләнә.
– Алло! “Тура бәйләнеш”кә эләктемме? Стәрлетамаҡтан Рәмил Мансуров булам.
– Эйе. Тыңлайбыҙ.
– Киләсәктә почтальондарҙың эш хаҡы артыуы көтөләме?
– Һорауығыҙ өсөн рәхмәт, көнүҙәк мәсьәләгә ҡағылдығыҙ. Ике биш йыллыҡҡа иҫәпләнгән “Почтаны үҫтереү” программаһы ҡабул ителде инде. Ошо документ нигеҙендә хеҙмәт хаҡы ла күтәрелде. Әгәр элек матбуғатҡа яҙҙырғандары өсөн баҫма хаҡынан 2 процент өҫтәлһә, хәҙер – 4 процент. Конверт, открытка һатҡан өсөн дә артты. Әлбиттә, программа тормошҡа ашырылған тәүге биш йыллыҡта был мәсьәләгә нөктә ҡуйылыр, тип ышанабыҙ.
– Ҡайһы саҡ хаттар юғала, адресатҡа барып етмәгән осраҡтар ҙа була...
– Беҙҙә йыл һайын миллион самаһы хат һәм корреспонденция эшкәртелә. Уларҙы ваҡытында атҡарып өлгөрәбеҙ, тейешле норманы үтәйбеҙ. Квартал һайын беҙҙе тикшереп тә торалар, шулай булғас, хәл яҡшырыу яғында.
– Алло! Хәйерле көн! “Тура бәйләнеш”кә тип шылтыратам. Белорет ҡалаһынан Мансур Һиҙиәтов булам. Быйыл матбуғат баҫмаларына тарифты хәтәр ныҡ арттырҙылар. Был уҡыусылар һанын кәметеүгә килтерә бит...
– Баҫмаларҙы ташыуға тариф алты йыл күтәрелмәне. Быйыл артыуының сәбәбе бар, йәғни әлегә ҡәҙәр ташыу өсөн дәүләттән дотация бирелә ине. Үкенескә ҡаршы, дәүләт икенсе ярты йыллыҡта ярҙамлашыуҙан баш тартты. Һөҙөмтәлә почта тарифты 25 процент самаһына күтәрергә мәжбүр булды.
– Халыҡты ауылдарҙа почта бүлексәләре ябылыуы борсой…
– Ул бүлексәләрҙең бинаһы ныҡ иҫкергән булған, һәм улар беҙҙең баланста ла түгел. Күсмә почта бүлексәләре ҙур сығым талап итә, әммә беҙ уларҙы туҡтатмайбыҙ. Һеҙ әйткән ауылдарҙа биналар юҡ. Нисек кенә булмаһын, халыҡты элемтәһеҙ ҡалдырмайбыҙ, бүлексәләрҙе япмайбыҙ. Тиҫтә йылдар элек ябылғандарында хәҙер күсмә почта элемтәһе бүлексәләре хеҙмәтләндерә.
– Урындағы баҫмаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй саралар күрелә?
– Клиенттарға гәзит-журналдарҙы почта бүлексәләренән үҙҙәренә килеп алырға тәҡдим ителде. Бындай осраҡта хаҡы байтаҡҡа түбән була.
– Элегерәк өйҙән-өйгә йөрөп яҙҙырталар ине, хәҙер улай түгел. Йыл да 3,5 мең һумлыҡ гәзит-журналға яҙылам. Әммә почтальондар, матбуғат баҫмаларына яҙҙырыу хеҙмәт хаҡында сағылыш тапмай, ти.
– Гәзит-журналдарға яҙҙырыуҙан аҡса өҫтәлә ул.
– Һаумыһығыҙ! Әбйәлил районының Күсем ауылынан Зөлфирә Ҡарағужина борсой. Ташбулат һәм Күсем ауылдары халҡының фекерен еткермәксемен. Элек баҫмаларҙы таратыуҙа проблема була торғайны, хәҙер юҡ, уныһы һәйбәт. Ә бына адресты үҙгәртеүгә бәйле мәсьәлә бар: гәзиттәр, хаттар килеп етмәй.
– Телефон номерығыҙҙы әйтегеҙ, мәсьәләне асыҡлағас, хәбәр итербеҙ.
– Һаумыһығыҙ! Шылтыратыусы Булат була, Ишембай районынан. Районыбыҙ матбуғат баҫмаларына әүҙем яҙыла, һүҙ ҙә юҡ. Ә бына почтальондарҙың эшен ойоштороуҙы яҡшыртып булмаймы?
– Ошо йүнәлештә байтаҡ сара үткәрәбеҙ. ”Матбуғатҡа яҙылыу көндәре”н әйтә алам. Редакция хеҙмәткәрҙәре лә саҡырыла. Йыш ҡына акциялар ойошторабыҙ. Шулай уҡ дәртләндереү саралары күрелә.
– Алло! Һаумыһығыҙ! Дыуан районының Мәсәғүт ауылынан Робинзон Зиннуров шылтырата. Районда гәзит-журнал хужаһы ҡулына ваҡытында барып етмәй. Беҙҙә егермеләп урам. Почтальондар, хеҙмәт хаҡы аҙ, тип йөрөмәй. Ошо мәсьәләне яйға һалырға ине. Хатта аҙнаһына өс тапҡыр сыҡҡан район гәзите лә һуңлай...
– Эйе, почтальондарға бәйле проблема бар. Әммә уларға хеҙмәт хаҡына өҫтәп, бонус өлөшөн дә алырға мөмкинлек бирәбеҙ. Баҫма хаҡының – 4 проценты, тауар һатҡандың 6 проценты өҫтәлә. Күп урындарҙа халыҡ уларға булышһа, йәғни тауарын алһа, хеҙмәт хаҡтары күтәрелер ине. Халыҡ шулай уҡ үҙ яғынан ярҙам итһә, почтальондар йыш алмашынмаҫ ине, моғайын. Минең дә һеҙгә үтенесем бар: ошо хаҡта аңлатыу эше алып барһағыҙ ине.
– Аңлашылды. Икенсе һорауым былай: ни өсөн һатыуҙа башҡортса яҙылған открыткалар юҡ?
– Барлыҡҡа-бар ул, әммә күп түгел. Ярар, был хаҡта уйлашырбыҙ. Әйтеп яҡшы иттегеҙ, рәхмәт.
— Һеҙҙе Ғафури районынан борсойҙар ине. “Табын” гәзите хеҙмәткәре Самат Ғәлиуллин. Районыбыҙҙа матбуғат баҫмаларын таратыуҙы ҡәнәғәтләнерлек тип әйтеп булмай. Мобиль почта элемтәһе хеҙмәте булдырылған Йөҙимән, Үзбәк һәм башҡа ауылдарҙың халҡы ла йонсой, сөнки гәзит-журналды ваҡытында ала алмай. Мобиль почта элемтәһенең эшләп еткермәүе был төбәктә гәзит уҡыусыларҙың һанын ҡырҡа кәметте. Шуға ла Үзбәк һәм Йөҙимән ауылдарында почта бүлексәләрен яңынан тергеҙеүҙе үтенәбеҙ. Бының өсөн махсус бина ла, эшләргә кешеләр ҙә бар, тик һеҙҙең тарафтан ярҙам ғына кәрәк.
Райондың урман зонаһында урынлашҡан Ташбүкән, Ҡурғашлы яҡтарында ла ошондай уҡ хәл. Шулай уҡ Красноусол почта элемтәһе бүлексәһендә тотош районда матбуғатҡа яҙылыу эшен ойоштороу өсөн яуаплы белгес-оператор штаты булдырыу мәсьәләһен хәл итеүҙе һорайбыҙ.
— Бина булмауы йәки уларҙың туҙыуы, бер нисә йыл эшләргә бүлексә начальниктары табылмауы сәбәпле, Туғай (2010), Ташбүкән (2011), Мәндем (2010), Йөҙимән һәм Үзбәк ауылдарында почта элемтәһе бүлексәләре ваҡытлыса ябылды. Күсмә почта элемтәһе өсөн автотранспорт алынғас, 2013 йылдан ул ошо һәм уларға яҡын урынлашҡан ауылдар халҡын хеҙмәтләндереү өсөн бирелде. Барлыҡ пункттарҙа ла почтальондар һаҡланды. Күсмә почта элемтәһенең эш графигы тураһында мәғлүмәт еткерелде. Почта элемтәһе булмаған Оло Үтәштә һәм Заречныйҙа ла 1-әр сәғәт ҡабул итәләр.
Матбуғат баҫмаларын алдырыусыларҙың кәмеүенә килгәндә, нигеҙҙә, мәктәптә, балалар баҡсаларында, ауыл хакимиәтендә эшләүселәр яҙыла. Ойошмалар, гәзит-журналдың хаҡы ҡиммәтләнеүе сәбәпле, уны алдырыуҙан баш тарта.
– Алло! Һеҙҙе Илеш районынан борсойҙар ине. Элена Ғилмуллина булам. Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һабантуйҙар, баҡса эштәре ҡыҙған мәлгә тура килде. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр яҙылып өлгөрмәне. Яҙылыуҙы дәртләндергән берәй төрлө акция иғлан ителмәйме?
— Кемдер өлгөрмәгән икән, әле лә яҙылырға мөмкин. Һәр айҙың 20-һенә тиклем яҙылған осраҡта, баҫмалар алдағы айҙан башлап киләсәк. Ваҡытынан алда яҙылыу буйынса акция иғлан ителде лә инде, 2015 йылдың тәүге яртыһына 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем әлеге хаҡҡа яҙылырға мөмкин.
– Нефтекаманан Ансар Нуретдинов мөрәжәғәт итә. Беҙҙең ҡалала “Красное знамя” гәзитен алдырыусыларға “Весточка” тип аталған белдереүҙәр, иғландар гәзите лә бирелә. Нәшер итеүсеһе тип Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы күрһәтелгән. Һорауым шул: был баҫманы “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ла таратып булмаймы?
— Ул баҫма Нефтекамала ғына сыға һәм шуға күрә ошо ҡалала ғына таратыла.
— Һаумыһығыҙ! Иглин районынан Сәлим Шәрипов булам. Мин Аҡбирҙе ауылының яңы биҫтәһе халҡы исеменән мөрәжәғәт итәм. Беҙ унда 2010 йылдан алып йәшәйбеҙ, әммә әлегәсә почтальон юҡ. Ә халыҡ һаны йылдан-йыл арта. Ҡасан гәзит-журналға яҙыла һәм кәрәкле корреспонденцияларҙы ваҡытында ала алырбыҙ икән?
— Һорауығыҙ аңлашылды, ысынлап та, был микрорайонға ҡағылышлы мәсьәләләр бар. Аҡбирҙе ауылында 2013 йылдан почта элемтәһе бүлексәһе эшләй башланы. Хәҙер ике таратыу участкаһы бар. Ике почтальон аҙнаһына дүрт тапҡыр Аҡбирҙе, Блохин, Ҡарамалы, Шипов ауылдары, шул иҫәптән Аҡбирҙенең яңы биҫтәһе халҡын да хеҙмәтләндерә.
Матбуғат баҫмалары уҡыусыларға ваҡытында алып барыла. Бүлексә начальнигы ла, почтальондар ҙа гәзит-журналға яҙылырға тәҡдим итә.
Әлбиттә, яңы биҫтәнең үҙ ауырлыҡтары бар. Мәҫәлән, йорттарҙа һандар һәм йәшниктәр ҡуйылмауына бәйле лә ҡыйынлыҡтар тыуа. Дәү өйҙәр, нигеҙҙә, Өфөлә йәшәүселәрҙеке, ә улар почта йәшниктәре ҡуйырға ашыҡмай. Ярай, яңы микрорайон халҡын хеҙмәтләндереүҙе контролгә алырбыҙ.
— Алло! “Тура бәйләнеш”кә эләгергә ине. Йәмилә Батырханова булам, Илеш районынан. Беҙ мәктәптә уҡыған саҡта бер бала ла гәзит-журналға яҙылмай ҡалманы. “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) — 1 һум 8 тин, “Пионер” журналы (“Аманат”) 1 һум 20 тин булды. Ошо хаҡ оҙаҡ йылдар буйы һаҡланды. Ни өсөн хәҙер балалар баҫмаларына ла хаҡ туҡтауһыҙ арта?
— Гәзит-журналға хаҡ артыуы баҫмаларҙы ташыуға хаҡ күтәрелеүгә генә түгел, ә редакциялар ҡуйған хаҡҡа ла бәйле. Мәҫәлән, 2009 йылдың беренсе яртыһынан алып “Аманат” журналының каталог хаҡы — 233 процентҡа, ә хеҙмәттәр күрһәтеү — 88 процентҡа, “Йәншишмә”неке — 234 процентҡа, ә хеҙмәттәр өсөн 97 процентҡа артты. Әйткәндәй, баҫмаларҙы килтереп биреүгә тарифтар республика биләмәһендә барлыҡ уҡыусылар өсөн дә бер үк.
– Өфө ҡалаһынан Айбулат Ишназаров булам. “Тура бәйләнеш” аша етәксегә почта эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булмауымды еткерергә ине. Нумизматика менән шөғөлләнеүсе һәм техника моделдәрен йыйыусы булараҡ, ҡайһы саҡта интернет-магазин йәки таныштар аша заказдар алам. Былтыр Рязань һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан ебәрелгән заказлы ике хат юғалды. Эсендә ҡиммәтле тимер аҡсалар булырға тейеш ине.
Быйыл ҡыш Украинаның Луганск ҡалаһынан ебәрелгән бандероль Өфө буйлап “аҙашып” йөрөнө. Ике ай буйы юлда булды.
Яңыраҡ та ошо хәл ҡабатланды. 27 майҙа Мәскәүҙән ебәрелгән посылка Өфөгә 3 июндә килеп етте һәм ғәйеп булды. Трек номеры буйынса “Рәсәй почтаһы” сайтынан ҡарап барам – “покинуло сортировочный центр” тип яҙылған.
– Мәсьәлә аңлашылды. Телефон номерығыҙҙы әйтегеҙ, сәбәбен асыҡлағас, бәйләнешкә инеп, һөҙөмтәне мотлаҡ хәбәр итербеҙ.
– Ғафури районының Йөҙимән ауылынан Әлфиә Шәмсетдинова шылтырата. Беҙҙең почта бүлексәһен яптылар, хәҙер мобиль почта хеҙмәтләндерә. Тик беҙгә ғәҙәти почта кәрәк. Түләүҙәрҙе үҙебеҙгә ҡулай ваҡытта башҡарыр инек. Әле йә компьютерҙары боҙола, йә ваҡыттары булмай. Шунлыҡтан күпселек осраҡта йә Красноусол, йә Ҡарағай почтаһына барабыҙ. Почтальондар элеккесә гәзит-журналға яҙҙырып өй беренсә йөрөмәй. Ошо мәсьәләне хәл итегеҙ инде. Мин Имәнлек, Усман, Йөҙимән ауылдары халҡы исеменән һорайым.
— Үтенесегеҙҙе аңланым. Йөҙимәндә почта элемтәһе бүлексәһе милеккә хоҡуғы теркәлмәгән бинала урынлашҡайны, бер ниндәй ремонт үткәрелмәгәйне. Ҡыш унда һалҡын булды. Электр уты һүнгән осраҡтар ҙа теркәлде, ут сығыу хәүефенә бәйле ауыл Советы электригы уны тулыһынса һүндереп ҡуйҙы. Халыҡты күсмә мобиль элемтәһе менән хеҙмәтләндереү район хакимиәте менән килешеү нигеҙендә эшләнде.
Әле Йөҙимәнгә күсмә мобиль элемтә бүлексәһе аҙнаһына өс тапҡыр сыға. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ ауылдарҙа ла почтальондар һаҡланды. Түләүҙәрҙе улар аша ла атҡарырға мөмкин.
– Хәйерле көн! Зәйтүнә Сафуанова шылтырата. Күп ҡатлы йорттағы почта йәшниктәрен ҡуйыу кем өҫтөндә ул? Уны эшлектән сығаралар, ҡайҙа һәм кемгә мөрәжәғәт итергә?
– Почта йәшниктәренә бәйле мәсьәлә тыуған осраҡта, уны йорт идаралығы хәл итергә бурыслы.
– Хәйерле көн! Рияз Мәсәлим шылтырата, Бөрө ҡалаһынан. Таныштарым әйтеүенсә, Өфөлә баҫмаларҙы онотҡанда бер генә килтерәләр икән. Ә Бөрөлә хәл тағы ла хөртөрәк. Әгәр «Урал-пресс» агентлығы һәйбәт эшләй икән, «Рәсәй почтаһы» хеҙмәтенән баш тартып, матбуғат таратыуҙы шул агентлыҡҡа тапшырыу отошло булмаҫмы?
– «Урал-пресс» агентлығы гәзит-журналды Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама, Туймазы ҡалаларында ғына тарата, күпләп яҙҙырған предприятие йәки ойошмаларға ғына алып барып бирә. Ә ауылдарҙа ул был эште атҡармай.
РЕДАКЦИЯНАН. Ленард Рәмил улы Шафиҡовҡа гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына ихлас яуап биргәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм, киләсәктә лә бергә хеҙмәттәшлек итеп, почта эшмәкәрлеген яҡшыртыуға өлөшөбөҙҙө индереүгә иҫәп тотабыҙ. Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА яҙып алды.
Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.