“Алло, тыңлайбыҙ һеҙҙе!” “Тилмереп Почтальонды көтәбеҙ...”04.07.2014
“Алло, тыңлайбыҙ һеҙҙе!” “Тилмереп Почтальонды көтәбеҙ...”
“Тура бәйләнеш” ойоштороуыбыҙ хаҡында гәзит­тә иғланды даими биреп, ошо хаҡта хәбәрҙар иткән­гәме, әллә инде почта эшмәкәрлегенә ҡарата уҡыу­сыларыбыҙҙың әйтер һүҙҙәре, дәғүәләре күп йыйылып киткәнме – Федераль почта элем­тәһенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урын­баҫары Ленард Шафиҡовҡа тын алырға ла форсат булманы. Билдәләнгән сәғәт ярым ваҡыттың үткәне һиҙелмә­не лә. Дүртенсе яртынан һуң да тынманы телефон. “Башҡа шылтыратыуҙар булмаҫ инде”, – тип урынынан ҡуҙғалған еренән ҡабат ултырырға мәжбүр булды Ленард Рәмил улы.
“Тура бәйләнеш”кә эләгә алмайбыҙ тип секре­тарға ла байтаҡ кеше һорау-тәҡдимдәрен ҡалдырҙы. Алдан да электрон почта аша тиҫтәгә яҡын һорау алғайныҡ.
Әйткәндәй, “тура бәйләнеш”тә һорауҙарға идара­лыҡ рәйесе Ирек Миңлевәли улы Ғәлимов үҙе яуап бирәсәк тип вәғәҙә иткәйнек. Әммә тәғәйен көндө ул, Өфөлә эш сәфәре менән булған Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин менән осрашыуҙа ҡатнашыуы сәбәп­ле, редакцияға килә алманы.


Был көндө Сибай ҡалаһынан Азамат Тажетдиновҡа ысын мәғәнәһендә бәхет йылмайҙы тиергә мөмкин. Ул, “тура бәйләнеш” башланғансы инеп, әйтер һүҙен етәксе­нең күҙенә ҡарап еткерҙе.
Тәүгеләрҙән булып телефондың теге осонда Әбйәлил районынан Азат “күренде”.
– Алло! “Тура бәйләнеш”кә эләктемме? “Йондоҙ” гәзите мөхәрриремен. Үткән ярты йыллыҡта баҫма­ға яҙылыу ойошторғайным, әммә сығарыуҙа тотҡар­лыҡ булыу сәбәпле, ул таратылманы. Хәҙер ха­лыҡ­ҡа аҡсаһын ҡайтарып бирергә ине, әммә ошоғаса мәсьәләне хәл итеп булмай...
– Почта менән килешеү төҙөлгәнме һуң? Урындағы филиалға мөрәжәғәт итеп ҡаранығыҙмы?
– Килешеү бар ул, аҡсаны ҡайтарабыҙ тип вәғәҙә лә итәләр. Тик йөк һаман урынынан ҡуҙғалмай, ярты йыл үтте инде…
– Тиҙҙән Белоретҡа барабыҙ. Һеҙҙең менән осрашып, был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерербеҙ. Беҙҙә квитанциялар һаҡлана, шуға күрә һәр кемгә аҡсаһын ҡайтарып буласаҡ. Урында бергә ҡарап, хәл итергә вәғәҙә бирәм.
– Рәхмәт!
– Һаумыһығыҙ! Әбйәлил районының Әбдрәш ауылынан борсойҙар ине. “Аҙна” гәзитен әллә ҡасандан бирле килтермәйҙәр. Былтыр ҙа өҙөклөк менән тараттылар. Аҡсаны кире ҡайтарып алып буламы?
– Был баҫманың ҡулығыҙға барып етмәүе почта хеҙмәткәрҙәренә бәйле түгел. Сәбәп – редакцияла. Бөгөн “Аҙна” гәзите донъя күрмәй. Әгәр икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылған булһағыҙ, квитанцияғыҙҙы алып барып, почта бүлексәһе начальнигы исеменә ғариза яҙығыҙ. Аҡсаһы ҡайтарыласаҡ.
– Хәйерле көн! Һеҙҙе Владик Ҡыҙрасов борсой ине. Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынанмын. Беҙҙең Теләүембәт почта бүлексәһе биш ауылды хеҙмәтләндерә. Етәксеһе алмаштырылғайны, хәл яҡшырҙы, бер дәғүәбеҙ ҙә юҡ. Киреһенсә, бүлексә начальнигы Әлфиә Ғилмановаға биш ауыл халҡы исеменән рәхмәтемде еткерәм, һәйбәт эшләй.
Икенсе әйтер һүҙем бүлексә бинаһы хаҡында. Уға бик яҡшы ремонт кәрәк. Буласаҡ, тиҙәр ҙә бит, тик, ни өсөндөр, йөк урынынан ҡуҙғалмай. Һалҡындар башланғансы тамамларға ине уны, ҡыш бигерәк һыуыҡ була ул бинала. Шул мәсьәләне үҙегеҙ контролгә алһағыҙ, тим…
– Почта хеҙмәткәрҙәренә ҡарата йылы һүҙ әйтеүегеҙ өсөн рәхмәт. Теләүембәт почта бүлексәһенә килгәндә, ысынлап та, уға ремонт талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туҙған биналарыбыҙ байтаҡ. Һеҙ күтәргән мәсьә­ләне хәл итеүҙе III кварталда йәки киләһе йылдың I кварталында ҡарарбыҙ.
– Әгәр иғтибарға алһағыҙ, бер тәҡдимем дә бар ине. Бәлки, почта бүлексәһен Дауыт-Ҡайып ауылын­дағы социаль-мәҙәни үҙәк бинаһына күсереү отош­ло булыр? Финанс мәсьәләһендә ауырлыҡ тыуһа, тип әйтеүем инде.
– Почта элемтәһе эшмәкәрлеген яҡшыртыу маҡса­тын­да еткергән теләк-тәҡдимегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ремонт мәсьәләһе буйынса хәл асыҡланғас, үҙем шәхсән шылтыратып әйтермен, бәйләнеш өсөн телефон номе­рығыҙҙы ҡалдырығыҙ.
– Рәхмәт.
– “Тура бәйләнеш”ме?
– Эйе-эйе, тыңлайбыҙ!
– Талбазы ауылынан Рәйлә Батталова булам. Район үҙәгендәге почтальондарҙың эшенә ҡарата йылы һүҙҙәр генә әйтә алам, тик матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында әүҙемерәк булһындар ине. Мине уларҙың йыш алмашыныуы борсой. Был инде хеҙмәт хаҡы түбән булыуға бәйлелер, тип уйлайым. Алмашынып тороуҙары арҡаһында осраҡлы кеше­ләр ҙә килеп эләгә. Улар халыҡ менән уртаҡ тел таба белергә лә тейеш бит. Борон-борондан почтальон бик яуаплы һәм мәртәбәле һөнәр һанала, элегерәк махсус кейем кейеп, айырылып та торалар ине. Йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн әле лә килешле кейем-һалым, сумка менән тәьмин иткәндә, һәйбәт булыр ине. Ошо мәсьәлә ҡараламы?
– Иң элек Талбазы ауылы почтальондары эшенә юғары баһа биреүегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең менән килешәм, әлегә уларҙың йыш алмашыныу проблемаһы бар. Әммә тәү ҡарауға күренгән һымаҡ улай уҡ ҙур түгел. Талбазыла, мәҫәлән, оҙаҡ йылдар эшләгән почтальон­дарҙың күпселекте тәшкил итеүен яҡшы беләм. Был райондағы почта элемтәһе бүлексәһендә хеҙмәттәрен еңеләйтеү маҡсатында күләмле генә проекттар тормош­ҡа ашырылды. Автомобилдә, атта йөрөтөүҙәрен күҙ уңында тотоп әйтеүем.
Сер түгел, почтаға эшкә килергә атлығып тормайҙар. Еңел хеҙмәт тип иҫәпләп урынлашалар ҙа, хеҙмәт хаҡы алыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәклеген белеп-күргәс, китергә ашығалар. Мин үҙем дә эш хаҡтарының юғары булыуын бик теләйем. Шулай ҙа әлеге ваҡытта почтальондар хеҙмәт хаҡынан тыш байтаҡ аҡса эшләй ала. Мәҫәлән, гәзит-журналға яҙҙырған сумманың 4 проценты өҫтәлә. Шулай уҡ һәр заказлы хат, извещение килтергән өсөн дә, тауар һатҡанға ла түләү ҡаралған.
Бына тыш, һәр хеҙмәткәр страховкаланған һәм “социаль пакет”тан файҙалана, “Ҡояшҡай” балалар лагерына путевка алырға мөмкин, дәүләт наградаһы биреү ҙә ҡаралған. Ярты йыл эшләгәндән һуң ҡышҡы-йәйге махсус өҫ һәм аяҡ кейеме менән тәьмин ителәләр, шифаханала ял итәләр, түләү хаҡы ҡайтарыла.
– Льготалары барлығы хаҡында белмәй инем. Хәҙер таныштарым араһынан берәйһен һеҙҙең тармаҡта эшләргә күндереп ҡараясаҡмын.
– Рәхмәт! Һау булығыҙ.
– Хәйерле көн! Өфө ҡалаһынан Илмира Саҙиҡова булам. “Башҡортостан” гәзитендә “Һеҙ яңғыҙ түгел” тигән акция иғлан итеүегеҙ хаҡында уҡығайным. Әйберҙәрҙе ҡайҙа тапшырырға икән?
– Эйе, ул акция 16 июндә старт алды. Был сарала ҡат­на­шырға теләүселәр әйберҙәрен йәки өлкән йәштә­геләргә тәғәйенләнгән открыткаларын 1 октябргә тиклем почта бүлексәләренә килтерә йәки элемтә операторҙары аша тапшыра ала.
– Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылынан Фәниә Мостафина борсой. Һорауым шул: ни өсөн “Аҙна” гәзитен килтермәйҙәр?
– Был баҫманы редакция сығармай башланы. Квитан­цияғыҙҙы алып килеп, почта бүлексәһе начальнигы исеменә ғариза яҙһағыҙ, аҡсағыҙҙы ҡайтарасаҡтар.
– Артынан йөрөү мәшәҡәтле бит әле. Өлкән йәш­тәмен шул...
– Борсолмағыҙ, почтальон өйөгөҙгә килер, мөрәжә­ғәтегеҙҙе еткерербеҙ.
– Алло! Өфөнән шылтыратам, Тамара Тимофеева булам. Йортобоҙҙа капиталь ремонт барыу сәбәпле, абонемент йәшниктәрен алдылар. Әммә ремонт һуҙыла, III кварталға тиклем туҡтатҡандар. Мин дүрт төрлө гәзит-журнал алдырам, уҡымай түҙә алмайым. Хәҙер почтальон да, мин дә яфаланабыҙ. Биге­рәк тә ул йәл, өйгә индереп бирергә мәжбүр. Йәш­никтәрҙе ваҡытлыса ғына ҡуйып тороп булмаймы?
Икенсе әйтер һүҙем – почтальоныбыҙ Флүрә Ишбулдина хаҡында. Ундайҙар хәҙер бик һирәк. 15-се почта бүлексәһендә генә лә 20 йыл эшләй, күптән үҙ эшенең оҫтаһы инде. Уға ҡарата берәй төрлө дәрт­ләндереү сараһы күрһәгеҙ ине...
– Подъездарҙа абонемент йәшниктәрен урынлаштырыу өсөн беҙ яуаплы түгел, был мәсьәлә – торлаҡ-фай­ҙа­­ланыу идаралығы өҫтөндә. Шуға ҡарамаҫтан, йор­то­ғоҙ ҡараған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаһы менән бәйләнешкә инермен. Һеҙҙең менән бергә күрше­ләрегеҙ ҙә мөрәжәғәт итһә, мәсьәлә тағы ла тиҙерәк хәл ителер ине, тип уйлайым. Ә почтальон Ф. Ишбулдина хаҡындағы йылы һүҙегеҙҙе мотлаҡ иғтибарға алыр­быҙ.
– Алло! Ишетәһегеҙме? Салауат районы үҙәге Малаяҙҙан Шамил Әхмәтшин борсой ине. Район үҙәгендә матбуғат таратыу буйынса хәл бик киҫкен. Үҙәк гәзиттәрҙең байтаҡ һаны хужаһына барып етмәй, юғала. Йүнләп таратыусы юҡ, шуға ла халыҡ хәҙер матбуғат баҫмаларын бик алдырмай, яҙылыу кампанияһы ауырлыҡ менән бара. Почтальондарҙың хеҙмәт хаҡы түбән булыу сәбәпле, был урынға осраҡлы кешеләр алына. Улар иһә бер эш хаҡынан икенсеһенә тиклем йөрөй ҙә хушлаша. Айына 3 мең һум аҡсаға кемдең эшләгеһе килһен инде?!
– Бындай һорауҙы йыш ишетергә тура килә. Һеҙҙе Малаяҙҙағы хәл борсоймо, әллә тотош районда шундай күренешме?
– Ғөмүмән, район үҙәгендә матбуғат таратыу ҡәнәғәтләндермәй. Почтальондарҙың эшен яйға һалып булмаймы ни?
– Уларҙың эше бер тәртипкә һалынған инде, элекке системанан бер нәмә лә үҙгәрмәне. Ә бына эш күләмен­дә үҙгәреш бар, гәзит-журнал, корреспонденциялар килтереү кәмене. Матбуғат баҫмаларына яҙҙырһалар, ҡулдарына һәйбәт кенә аҡса инә ул. Әйткәндәй, район гәзи­тендә почтальондар хаҡында мәҡәләләр донъя күрәме һуң?
– Был теманы даими яҡтыртып барабыҙ. Район үҙәктәрендә эшләгәндәренә икенсерәк юҫыҡта ҡа­рарға кәрәктер, бәлки. Ни өсөн тигәндә, хеҙмәт­лән­дергән биләмәләре ҙур, йәйәү күп йөрөргә тура килә. Аҙым һайын тигәндәй магазин йәки киоск булғас, тауар һата алмайҙар. Ғөмүмән, эштәре ауыр...
– Уларҙы хәҙер автомобиль менән йөрөтә башланыҡ. Ә бына эттәрҙән ҡотолоп булмаясаҡ. Районығыҙға килгәс, һеҙҙең менән күтәрелгән барлыҡ мәсьәләләр тураһында ла һөйләшербеҙ, урындағы хакимиәт етәксе­леге менән дә осрашырбыҙ.
– Алло! Һаумыһығыҙ! Өфөнән шылтыратам. Почтальондарҙың эш хаҡына бәйле һорауым бар ине. Дәүләкән районындағы бер таныш почтальон тулы булмаған ставкаға эшләп, айына ҡулына 3 500-3 600 һум ала. Ярты ставка өсөн – 2 200 һум. Тимәк, тулы ставка оклады – 4 400 һум. Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменән кәмерәк була түгелме? Закон буйынса хеҙмәт хаҡы МРОТ-тан түбән булырға тейеш түгел бит...
– Тулы ставкаға эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәребеҙ МРОТ-тан түбән хеҙмәт хаҡы алмай. Идаралыҡ етәксе­леге был мәсьәләлә закон талабы үтәлмәүгә юл ҡуймай. Бынан тыш, күҙәтеүсе органдар беҙҙе даими тикшереп тора, шуға күрә үтә түбән эш хаҡы түләп, законды боҙоу мөмкин түгел. Танышығыҙҙың, моғайын, эш күләме бәләкәйҙер. Әйтәйек, 100 гәзит түгел, ә 50 дана тараталыр. Шулай ҙа ниндәй ставкала эшләүенә ҡарамаҫтан, почтальон страховкалана, кейем-һалым менән тәьмин ителә. Бонус системаһы буйынса, гәзит-журналға яҙҙыр­ған сумманың – 4, тауар һатҡандың – 6 проценты, конверт, открытка таратыуҙан 15 процент һәм заказлы коррес­понденциялар алып барып биреүҙән аҡса өҫтәлә. Ярты ставкаға эшләгәндәр ҙә социаль пакеттан файҙа­лана. Квалификацияларын күтәрәбеҙ, тырышып эшлә­гән­дәр 10 мең һум йәки унан күберәк эш хаҡы ала. Хатта 30 мең һумға тиклем еткереүселәр ҙә бар.
– Һаумыһығыҙ! Әбйәлил районы хакимиәтенән Лениза Сәғәҙиева булам. Һеҙгә Асҡарҙа заманса почта бүлексәһе бинаһы төҙөүегеҙ өсөн әбйәлилдәр исеменән оло рәхмә­темде белдерәм. Үтенесем дә бар ине. Районыбыҙҙа йәшәүселәр матбуғат баҫмаларын күп уҡый. Тик бына операторҙы беҙҙән алыуҙарына икенсе йыл, шуны кире ҡайтарырға ине. Элекке хеҙмәткәребеҙ бик яҡшы эшләне, кәрәкле мәғлүмәтте теләгән ва­ҡытта тиҙ генә белергә мөмкин ине. Хәҙер килешеү, счет-фактуралар Белоретҡа ебәрелә, урап ҡайт­ҡан­сы байтаҡ ваҡыт үтә. Үҙебеҙҙә яңынан тергеҙгәндә, мәғлүмәттәрҙе тиҙ генә алыр инек.
– Лениза Камил ҡыҙы, матбуғат баҫмаларына яҙы­лыусыларҙың артыуы йәки кәмеүе операторҙың һеҙҙә булыу-булмауына ғына бәйле түгел. Уларҙың эшенә дәғүәгеҙ бармы әллә? Оператор Асҡарҙа булһа ла, барыбер Белорет аша эш итә бит. Беҙ ул берәмекте ҡыҫ­ҡарт­маныҡ, ә ҡалала цех начальнигы булдырҙыҡ. Уның менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тәҡдим итәм. Мәғлү­мәт­те белеү йәки башҡа мәсьәләне хәл итеү өсөн цех начальнигының һәр саҡ урынында ултырыуы һәм эш барышын яҡшы күҙаллауы ғына кәрәк.
– Балаҡатай районының Урғалы ауылынан Рәхи­лә Сафарова булам. “Аҙна” гәзитенә яҙылғайным, ала алмайым. Сәбәбен аңлатығыҙ әле.
– Был баҫма сығыуҙан туҡтаған, шуға күрә таратылмай. Аҡсағыҙҙы ҡайтарып алырға йәки башҡа гәзиткә яҙылырға кәңәш итәм.
– Алло! Ишетәһегеҙме? Яңауыл районының Мәсә­ғүт бүлексәһенән Гүзәл булам. Шәхсән һеҙгә һора­уым бар ине. Почтальондарға өйҙә түләүҙәр ҡабул иткән өсөн аҡса түләнмәй башланы. Ни өсөн икән?
– Эйе, был шулай. Түләүҙәрҙе өйҙә ҡабул иткән өсөн өҫтәмә ярты йыл элек бөтөрөлдө. Әммә был беҙгә бәйле түгел, тотош Рәсәй буйынса шулай эшләнде.
– Ә 13-сө эш хаҡы буласаҡмы?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең килем уны түләргә мөмкинлек бирмәй. Ә бына шифаханаға барһағыҙ, ҡайтҡас, компенсация ала аласаҡһығыҙ. Шулай уҡ башҡа льготаларҙан да файҙаланырға була.
– Минең өйҙән почтаға тиклемге юлым – алты километр. Эшем буйынса тағы ике саҡрым юл үтәм. Ҡыҫҡаһы, көнөнә 14 километр йәйәү атлайым. Ул эш хаҡында сағылыш табырға тейешме?
– Үкенескә ҡаршы, өйҙән эшкә тиклемге ара иҫәпкә алынмай, вазифа бурысы буйынса йөрөгәне генә иҫәп­ләнә.
– Алло! “Тура бәйләнеш”кә эләктемме? Стәрле­тамаҡтан Рәмил Мансуров булам.
– Эйе. Тыңлайбыҙ.
– Киләсәктә почтальондарҙың эш хаҡы артыуы көтөләме?
– Һорауығыҙ өсөн рәхмәт, көнүҙәк мәсьәләгә ҡағыл­дығыҙ. Ике биш йыллыҡҡа иҫәпләнгән “Почтаны үҫте­реү” программаһы ҡабул ителде инде. Ошо документ ни­ге­ҙендә хеҙмәт хаҡы ла күтәрелде. Әгәр элек матбуғатҡа яҙҙырғандары өсөн баҫма хаҡынан 2 процент өҫтәлһә, хәҙер – 4 процент. Конверт, открытка һатҡан өсөн дә артты. Әлбиттә, программа тормошҡа ашырылған тәүге биш йыллыҡта был мәсьәләгә нөктә ҡуйылыр, тип ышанабыҙ.
– Ҡайһы саҡ хаттар юғала, адресатҡа барып етмәгән осраҡтар ҙа була...
– Беҙҙә йыл һайын миллион самаһы хат һәм корреспонденция эшкәртелә. Уларҙы ваҡытында атҡарып өлгөрәбеҙ, тейешле норманы үтәйбеҙ. Квартал һайын беҙҙе тикшереп тә торалар, шулай булғас, хәл яҡшырыу яғында.
– Алло! Хәйерле көн! “Тура бәйләнеш”кә тип шылтыратам. Белорет ҡалаһынан Мансур Һиҙиәтов булам. Быйыл матбуғат баҫмаларына тарифты хәтәр ныҡ арттырҙылар. Был уҡыусылар һанын кәметеүгә килтерә бит...
– Баҫмаларҙы ташыуға тариф алты йыл күтәрелмәне. Быйыл артыуының сәбәбе бар, йәғни әлегә ҡәҙәр ташыу өсөн дәүләттән дотация бирелә ине. Үкенескә ҡаршы, дәүләт икенсе ярты йыллыҡта ярҙамлашыуҙан баш тартты. Һөҙөмтәлә почта тарифты 25 процент самаһына күтәрергә мәжбүр булды.
– Халыҡты ауылдарҙа почта бүлексәләре ябылыуы борсой…
– Ул бүлексәләрҙең бинаһы ныҡ иҫкергән булған, һәм улар беҙҙең баланста ла түгел. Күсмә почта бүлексә­ләре ҙур сығым талап итә, әммә беҙ уларҙы туҡтатмай­быҙ. Һеҙ әйткән ауылдарҙа биналар юҡ. Нисек кенә булмаһын, халыҡты элемтәһеҙ ҡалдыр­майбыҙ, бүлексә­ләрҙе япмайбыҙ. Тиҫтә йылдар элек ябылғандарында хәҙер күсмә почта элемтәһе бүлексә­ләре хеҙмәтлән­дерә.
– Урындағы баҫмаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ниндәй саралар күрелә?
– Клиенттарға гәзит-журналдарҙы почта бүлексәлә­ренән үҙҙәренә килеп алырға тәҡдим ителде. Бындай осраҡта хаҡы байтаҡҡа түбән була.
– Элегерәк өйҙән-өйгә йөрөп яҙҙырталар ине, хәҙер улай түгел. Йыл да 3,5 мең һумлыҡ гәзит-журналға яҙылам. Әммә почтальондар, матбуғат баҫмаларына яҙҙырыу хеҙмәт хаҡында сағылыш тапмай, ти.
– Гәзит-журналдарға яҙҙырыуҙан аҡса өҫтәлә ул.
– Һаумыһығыҙ! Әбйәлил районының Күсем ауылынан Зөлфирә Ҡарағужина борсой. Ташбулат һәм Күсем ауылдары халҡының фекерен еткермәк­семен. Элек баҫмаларҙы таратыуҙа проблема була торғайны, хәҙер юҡ, уныһы һәйбәт. Ә бына адресты үҙгәртеүгә бәйле мәсьәлә бар: гәзиттәр, хаттар килеп етмәй.
– Телефон номерығыҙҙы әйтегеҙ, мәсьәләне асыҡлағас, хәбәр итербеҙ.
– Һаумыһығыҙ! Шылтыратыусы Булат була, Ишембай районынан. Районыбыҙ матбуғат баҫма­ларына әүҙем яҙыла, һүҙ ҙә юҡ. Ә бына почтальон­дарҙың эшен ойоштороуҙы яҡшыртып булмаймы?
– Ошо йүнәлештә байтаҡ сара үткәрәбеҙ. ”Матбуғатҡа яҙылыу көндәре”н әйтә алам. Редакция хеҙмәткәрҙәре лә саҡырыла. Йыш ҡына акциялар ойошторабыҙ. Шулай уҡ дәртләндереү саралары күрелә.
– Алло! Һаумыһығыҙ! Дыуан районының Мәсәғүт ауылынан Робинзон Зиннуров шылтырата. Районда гәзит-журнал хужаһы ҡулына ваҡытында барып етмәй. Беҙҙә егермеләп урам. Почтальондар, хеҙмәт хаҡы аҙ, тип йөрөмәй. Ошо мәсьәләне яйға һалырға ине. Хатта аҙнаһына өс тапҡыр сыҡҡан район гәзите лә һуңлай...
– Эйе, почтальондарға бәйле проблема бар. Әммә уларға хеҙмәт хаҡына өҫтәп, бонус өлөшөн дә алырға мөмкинлек бирәбеҙ. Баҫма хаҡының – 4 проценты, тауар һатҡандың 6 проценты өҫтәлә. Күп урындарҙа халыҡ уларға булышһа, йәғни тауарын алһа, хеҙмәт хаҡтары күтәрелер ине. Халыҡ шулай уҡ үҙ яғынан ярҙам итһә, почтальондар йыш алмашынмаҫ ине, моғайын. Минең дә һеҙгә үтенесем бар: ошо хаҡта аңлатыу эше алып барһағыҙ ине.
– Аңлашылды. Икенсе һорауым былай: ни өсөн һатыуҙа башҡортса яҙылған открыткалар юҡ?
– Барлыҡҡа-бар ул, әммә күп түгел. Ярар, был хаҡта уйлашырбыҙ. Әйтеп яҡшы иттегеҙ, рәхмәт.
— Һеҙҙе Ғафури районынан борсойҙар ине. “Табын” гәзите хеҙмәткәре Самат Ғәлиуллин. Ра­йоны­быҙҙа матбуғат баҫмаларын таратыуҙы ҡәнә­­ғәт­ләнерлек тип әйтеп булмай. Мобиль почта элем­тәһе хеҙмәте булдырылған Йөҙимән, Үзбәк һәм башҡа ауылдарҙың халҡы ла йонсой, сөнки гәзит-журналды ваҡытында ала алмай. Мобиль почта элемтәһенең эшләп еткермәүе был төбәктә гәзит уҡыусыларҙың һанын ҡырҡа кәметте. Шуға ла Үзбәк һәм Йөҙимән ауылдарында почта бүлексә­ләрен яңынан тергеҙеүҙе үтенәбеҙ. Бының өсөн махсус бина ла, эшләргә кешеләр ҙә бар, тик һеҙҙең тарафтан ярҙам ғына кәрәк.
Райондың урман зонаһында урынлашҡан Ташбү­кән, Ҡурғашлы яҡтарында ла ошондай уҡ хәл. Шулай уҡ Красноусол почта элемтәһе бүлексәһендә тотош районда матбуғатҡа яҙылыу эшен ойоштороу өсөн яуаплы белгес-оператор штаты булдырыу мәсьәләһен хәл итеүҙе һорайбыҙ.
— Бина булмауы йәки уларҙың туҙыуы, бер нисә йыл эшләргә бүлексә начальниктары табылмауы сәбәпле, Туғай (2010), Ташбүкән (2011), Мәндем (2010), Йөҙимән һәм Үзбәк ауылдарында почта элемтәһе бүлексәләре ваҡытлыса ябылды. Күсмә почта элемтәһе өсөн автотранспорт алынғас, 2013 йылдан ул ошо һәм уларға яҡын урынлашҡан ауылдар халҡын хеҙмәтләндереү өсөн бирелде. Барлыҡ пункттарҙа ла почтальондар һаҡланды. Күсмә почта элемтәһенең эш графигы тураһында мәғлүмәт еткерелде. Почта элемтәһе булма­ған Оло Үтәштә һәм Заречныйҙа ла 1-әр сәғәт ҡабул итәләр.
Матбуғат баҫмаларын алдырыусыларҙың кәмеүенә килгәндә, нигеҙҙә, мәктәптә, балалар баҡсаларында, ауыл хакимиәтендә эшләүселәр яҙыла. Ойошмалар, гәзит-журналдың хаҡы ҡиммәтләнеүе сәбәпле, уны алдырыуҙан баш тарта.
– Алло! Һеҙҙе Илеш районынан борсойҙар ине. Элена Ғилмуллина булам. Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һабантуйҙар, баҡса эштәре ҡыҙған мәлгә тура килде. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр яҙылып өлгөрмәне. Яҙылыуҙы дәртләндергән берәй төрлө акция иғлан ителмәйме?
— Кемдер өлгөрмәгән икән, әле лә яҙылырға мөмкин. Һәр айҙың 20-һенә тиклем яҙылған осраҡта, баҫмалар алдағы айҙан башлап киләсәк. Ваҡытынан алда яҙылыу буйынса акция иғлан ителде лә инде, 2015 йылдың тәүге яртыһына 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем әлеге хаҡҡа яҙылырға мөмкин.
– Нефтекаманан Ансар Нуретдинов мөрәжәғәт итә. Беҙҙең ҡалала “Красное знамя” гәзитен алды­рыусыларға “Весточка” тип аталған белдереүҙәр, иғландар гәзите лә бирелә. Нәшер итеүсеһе тип Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идара­лығы күрһәтелгән. Һорауым шул: был баҫманы “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ла таратып булмаймы?
— Ул баҫма Нефтекамала ғына сыға һәм шуға күрә ошо ҡалала ғына таратыла.
— Һаумыһығыҙ! Иглин районынан Сәлим Шәри­пов булам. Мин Аҡбирҙе ауылының яңы биҫтәһе халҡы исеменән мөрәжәғәт итәм. Беҙ унда 2010 йылдан алып йәшәйбеҙ, әммә әлегәсә почтальон юҡ. Ә халыҡ һаны йылдан-йыл арта. Ҡасан гәзит-журнал­ға яҙыла һәм кәрәкле корреспонден­ция­ларҙы ва­ҡытында ала алырбыҙ икән?
— Һорауығыҙ аңлашылды, ысынлап та, был мик­рорайонға ҡағылышлы мәсьәләләр бар. Аҡбирҙе ауылында 2013 йылдан почта элемтәһе бүлексәһе эшләй башланы. Хәҙер ике таратыу участкаһы бар. Ике почтальон аҙнаһына дүрт тапҡыр Аҡбирҙе, Блохин, Ҡа­рамалы, Шипов ауылдары, шул иҫәптән Аҡбирҙенең яңы биҫтәһе халҡын да хеҙмәтләндерә.
Матбуғат баҫмалары уҡыусыларға ваҡытында алып барыла. Бүлексә начальнигы ла, почтальондар ҙа гәзит-журналға яҙылырға тәҡдим итә.
Әлбиттә, яңы биҫтәнең үҙ ауырлыҡтары бар. Мәҫә­лән, йорттарҙа һандар һәм йәшниктәр ҡуйылмауына бәйле лә ҡыйынлыҡтар тыуа. Дәү өйҙәр, нигеҙҙә, Өфөлә йәшәүселәрҙеке, ә улар почта йәшниктәре ҡуйырға ашыҡмай. Ярай, яңы микрорайон халҡын хеҙмәтлән­дереүҙе контролгә алырбыҙ.
— Алло! “Тура бәйләнеш”кә эләгергә ине. Йәмилә Батырханова булам, Илеш районынан. Беҙ мәктәптә уҡыған саҡта бер бала ла гәзит-журналға яҙылмай ҡалманы. “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) — 1 һум 8 тин, “Пионер” журналы (“Аманат”) 1 һум 20 тин булды. Ошо хаҡ оҙаҡ йылдар буйы һаҡлан­ды. Ни өсөн хәҙер балалар баҫмаларына ла хаҡ туҡтауһыҙ арта?
— Гәзит-журналға хаҡ артыуы баҫмаларҙы ташыуға хаҡ күтәрелеүгә генә түгел, ә редакциялар ҡуйған хаҡҡа ла бәйле. Мәҫәлән, 2009 йылдың беренсе яртыһынан алып “Аманат” журналының каталог хаҡы — 233 процент­ҡа, ә хеҙмәттәр күрһәтеү — 88 процентҡа, “Йәншишмә”неке — 234 процентҡа, ә хеҙмәттәр өсөн 97 процентҡа артты. Әйткәндәй, баҫмаларҙы килтереп биреүгә тарифтар республика биләмәһендә барлыҡ уҡыусылар өсөн дә бер үк.
– Өфө ҡалаһынан Айбулат Ишназаров булам. “Тура бәйләнеш” аша етәксегә почта эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булмауымды еткерергә ине. Нумизматика менән шөғөлләнеүсе һәм техника модел­дәрен йыйыусы булараҡ, ҡайһы саҡта ин­тер­нет-магазин йәки таныштар аша заказдар алам. Былтыр Рязань һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан ебәрелгән заказлы ике хат юғалды. Эсендә ҡим­мәтле тимер аҡсалар булырға тейеш ине.
Быйыл ҡыш Украинаның Луганск ҡалаһынан ебәрелгән бандероль Өфө буйлап “аҙашып” йөрө­нө. Ике ай буйы юлда булды.
Яңыраҡ та ошо хәл ҡабатланды. 27 майҙа Мәс­кәүҙән ебәрелгән посылка Өфөгә 3 июндә килеп етте һәм ғәйеп булды. Трек номеры буйынса “Рәсәй почтаһы” сайтынан ҡарап барам – “покинуло сортировочный центр” тип яҙылған.
– Мәсьәлә аңлашылды. Телефон номерығыҙҙы әйте­геҙ, сәбәбен асыҡлағас, бәйләнешкә инеп, һөҙөмтәне мотлаҡ хәбәр итербеҙ.
– Ғафури районының Йөҙимән ауылынан Әлфиә Шәмсетдинова шылтырата. Беҙҙең почта бүлексә­һен яптылар, хәҙер мобиль почта хеҙмәтләндерә. Тик беҙгә ғәҙәти почта кәрәк. Түләүҙәрҙе үҙебеҙгә ҡулай ваҡытта башҡарыр инек. Әле йә компью­тер­ҙары боҙола, йә ваҡыттары булмай. Шунлыҡтан күпселек осраҡта йә Красноусол, йә Ҡарағай почта­һына барабыҙ. Почтальондар элеккесә гәзит-жур­нал­ға яҙҙырып өй беренсә йөрөмәй. Ошо мәсьәләне хәл итегеҙ инде. Мин Имәнлек, Усман, Йөҙимән ауылдары халҡы исеменән һорайым.
— Үтенесегеҙҙе аңланым. Йөҙимәндә почта элемтәһе бүлексәһе милеккә хоҡуғы теркәлмәгән бинала урын­лашҡайны, бер ниндәй ремонт үткәрелмәгәйне. Ҡыш унда һалҡын булды. Электр уты һүнгән осраҡтар ҙа теркәлде, ут сығыу хәүефенә бәйле ауыл Советы электригы уны тулыһынса һүндереп ҡуйҙы. Халыҡты күсмә мобиль элемтәһе менән хеҙмәтләндереү район хакимиә­те менән килешеү нигеҙендә эшләнде.
Әле Йөҙимәнгә күсмә мобиль элемтә бүлексәһе аҙнаһына өс тапҡыр сыға. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ ауылдарҙа ла почтальондар һаҡланды. Түләүҙәрҙе улар аша ла атҡарырға мөмкин.
– Хәйерле көн! Зәйтүнә Сафуанова шылтырата. Күп ҡатлы йорттағы почта йәшниктәрен ҡуйыу кем өҫтөндә ул? Уны эшлектән сығаралар, ҡайҙа һәм кемгә мөрәжәғәт итергә?
– Почта йәшниктәренә бәйле мәсьәлә тыуған осраҡта, уны йорт идаралығы хәл итергә бурыслы.
– Хәйерле көн! Рияз Мәсәлим шылтырата, Бөрө ҡалаһынан. Таныштарым әйтеүенсә, Өфөлә баҫ­малар­ҙы онотҡанда бер генә килтерәләр икән. Ә Бөрөлә хәл тағы ла хөртөрәк. Әгәр «Урал-пресс» агентлығы һәйбәт эшләй икән, «Рәсәй почтаһы» хеҙмәтенән баш тартып, матбуғат таратыуҙы шул агентлыҡҡа тапшырыу отошло булмаҫмы?
– «Урал-пресс» агентлығы гәзит-журналды Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама, Туймазы ҡалаларында ғына тарата, күпләп яҙҙырған предприятие йәки ойош­маларға ғына алып барып бирә. Ә ауылдарҙа ул был эште атҡармай.

РЕДАКЦИЯНАН. Ленард Рәмил улы Шафиҡовҡа гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына ихлас яуап биргә­не өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм, киләсәктә лә бергә хеҙмәттәш­лек итеп, почта эшмәкәрлеген яҡшыртыуға өлөшө­бөҙҙө индереүгә иҫәп тотабыҙ.

Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА яҙып алды.



Вернуться назад