Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәйерле юл теләй Хәйретдинов
Хәйерле юл теләй Хәйретдинов
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – үтә яуаплы һәм ҡатмарлы бурыс. Айырыуса бөгөн еңел түгел, сөнки автомобилдәр йылдан-йыл арта, ә юлдың сифаты бер кемде лә тиерлек тулыһынса ҡәнәғәтләндермәй. Үкенескә ҡаршы, кешеләрҙе ҡорбан иткән юл-транспорт фажиғәләре тураһында көн дә тиерлек ишетергә мәжбүрбеҙ.

Ошондай шарттарҙа йөктөң иң ауыр өлөшө ЮХХДИ инспекторҙары иңенә төшә. Уларҙың профессионаллегенә, үҙ эшенә етди, яуаплы ҡарауына бик күп нәмә бәйле. Бөгөн шундай хеҙмәткәрҙәрҙең береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. Башҡорт­остан буйынса ЮХХДИ идаралығының икенсе ротаһындағы бишенсе взвод инспекторы, полиция лейтенанты Булат Хәйретдинов ул.
Булат Батыр улын, һис шикһеҙ, герой тип атарға мөмкин. Үҙенең Тыуған ил алдындағы бурысын “ҡыҙыу нөктә”лә лә башҡарған ул. Ике меңенсе йылдар башында Төньяҡ Кавказ тарафтарында коман­дировкала булғаны, хәрби хәрә­­кәттәрҙә ҡатнашҡаны һәм ҡаһарманлығы өсөн бирелгән миҙалдары ла байтаҡ. Армиянан ҡайтҡас, Благовар райо­нының эске эштәр бү­леген­­дәге юл-патруль хеҙмәтендә инспектор булып эш башлаған. Ситтән тороп хоҡуҡ буйынса белем дә алырға өлгөргән. Эске эштәр бүлегендә ете йыл самаһы хеҙмәт иткәндән һуң ЮХХДИ-ның республика батальонындағы икенсе ротаға күскән. Булат Хәйретдинов хеҙмәт иткән бишенсе взвод М5 “Урал” федераль трассаһының Шиш­мә, Бүздәк, Благовар, Туймазы райондары һәм Октябрьский ҡалаһы биләмәһенә ингән өлөшөндә юлдың хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
Һүҙ ҙә юҡ, эше яуаплы. Ил әһәмиәтендәге юлда машиналар ағымы бер ҡасан да тынмай, ҙур-ҙур йөк автомобилдәре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Булат Батыр улы көн һайын эшкә иртәнге 7-лә сығып китә лә төн еткәнсе тиерлек шунда мәж килә. Төп маҡсат – автоһәләкәттәрҙе булдырмау, уларға юл ҡуйылған осраҡта, тиҙ генә сәбәбен асыҡлап, башҡа транспорт сараларын тотҡарламайынса ағымды көйләү.
– Юлдарҙа хәл һәр саҡ ҡатмарлы. Шуға күрә водителдәрҙе мөмкин тиклем иғтибарлы булырға, тиҙлекте арттырмаѕҡа, бер-береңде ихтирам итергә саҡырам, – ти Булат Хәйретдинов. – Нисек кенә булмаһын, ҡалала юл хәрәкәтен ойоштороу еңелерәк, сөнки унда светофорҙар бар. Ә бына трассала уларҙың булмауы күптәрҙең тиҙлекте саманан арттырыуына килтерә. Юлда ҡомарланып уҙышыуҙы иһә кеше ғүмерен хәүеф аѕтына ҡуйыу тип баһалайым. Яуаплылыҡты һәр кем тойһон ине.
Булат Батыр улы әйтеүенсә, инспекторҙарға күп осраҡта психолог булырға ла тура килә. Низағтарҙы көйләргә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларға быны дөрөѕ итеп, тыныс ҡына аңлатырға кәрәк бит. Йыш ҡына “Штраф”, “Иғтибар – балалар”, “Автобус”, “Мәк”, “Эҙләү” кеүек акция­лар­ҙа һәм махсус опе­­ра­ция­лар­ҙа ла ҡат­нашып, дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә тырыш инспектор.
Дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәтендә ете йыл эшләй Хәйретдинов. Әлбиттә, был осорҙа байтаҡ тәжрибә туплаған. “Йөкмәтелгән һәр эште оѕта башҡара, үҙе ярҙамсыл һәм үтә яуаплы”, – ти уның тураһында хеҙмәттәштәре.
Булат Хәйретдинов ғаиләһе менән Благовар районының Беренсе Май ҡасабаһында йәшәй. Ике бала атаһы. Вадим менән Владик ата­ла­­рының эштән ҡайтыуын һәм ял көндәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ни өсөн тигәндә, ғаилә башлығы буш ваҡытта бергәләп балыҡҡа йөрөйҙәр, сәйәхәт итергә яраталар, баҡса үѕтерәләр. Шулай эшендә лә, ғаиләһендә лә ныҡлы терәк-таяныс ул Булат Батыр улы.


Автор: Әлфиә МИҢҒӘЛИЕВА. Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә