Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – үтә яуаплы һәм ҡатмарлы бурыс. Айырыуса бөгөн еңел түгел, сөнки автомобилдәр йылдан-йыл арта, ә юлдың сифаты бер кемде лә тиерлек тулыһынса ҡәнәғәтләндермәй. Үкенескә ҡаршы, кешеләрҙе ҡорбан иткән юл-транспорт фажиғәләре тураһында көн дә тиерлек ишетергә мәжбүрбеҙ.
Ошондай шарттарҙа йөктөң иң ауыр өлөшө ЮХХДИ инспекторҙары иңенә төшә. Уларҙың профессионаллегенә, үҙ эшенә етди, яуаплы ҡарауына бик күп нәмә бәйле. Бөгөн шундай хеҙмәткәрҙәрҙең береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығының икенсе ротаһындағы бишенсе взвод инспекторы, полиция лейтенанты Булат Хәйретдинов ул.
Булат Батыр улын, һис шикһеҙ, герой тип атарға мөмкин. Үҙенең Тыуған ил алдындағы бурысын “ҡыҙыу нөктә”лә лә башҡарған ул. Ике меңенсе йылдар башында Төньяҡ Кавказ тарафтарында командировкала булғаны, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡаны һәм ҡаһарманлығы өсөн бирелгән миҙалдары ла байтаҡ. Армиянан ҡайтҡас, Благовар районының эске эштәр бүлегендәге юл-патруль хеҙмәтендә инспектор булып эш башлаған. Ситтән тороп хоҡуҡ буйынса белем дә алырға өлгөргән. Эске эштәр бүлегендә ете йыл самаһы хеҙмәт иткәндән һуң ЮХХДИ-ның республика батальонындағы икенсе ротаға күскән. Булат Хәйретдинов хеҙмәт иткән бишенсе взвод М5 “Урал” федераль трассаһының Шишмә, Бүздәк, Благовар, Туймазы райондары һәм Октябрьский ҡалаһы биләмәһенә ингән өлөшөндә юлдың хәүефһеҙлеген тәьмин итә.
Һүҙ ҙә юҡ, эше яуаплы. Ил әһәмиәтендәге юлда машиналар ағымы бер ҡасан да тынмай, ҙур-ҙур йөк автомобилдәре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Булат Батыр улы көн һайын эшкә иртәнге 7-лә сығып китә лә төн еткәнсе тиерлек шунда мәж килә. Төп маҡсат – автоһәләкәттәрҙе булдырмау, уларға юл ҡуйылған осраҡта, тиҙ генә сәбәбен асыҡлап, башҡа транспорт сараларын тотҡарламайынса ағымды көйләү.
– Юлдарҙа хәл һәр саҡ ҡатмарлы. Шуға күрә водителдәрҙе мөмкин тиклем иғтибарлы булырға, тиҙлекте арттырмаѕҡа, бер-береңде ихтирам итергә саҡырам, – ти Булат Хәйретдинов. – Нисек кенә булмаһын, ҡалала юл хәрәкәтен ойоштороу еңелерәк, сөнки унда светофорҙар бар. Ә бына трассала уларҙың булмауы күптәрҙең тиҙлекте саманан арттырыуына килтерә. Юлда ҡомарланып уҙышыуҙы иһә кеше ғүмерен хәүеф аѕтына ҡуйыу тип баһалайым. Яуаплылыҡты һәр кем тойһон ине.
Булат Батыр улы әйтеүенсә, инспекторҙарға күп осраҡта психолог булырға ла тура килә. Низағтарҙы көйләргә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларға быны дөрөѕ итеп, тыныс ҡына аңлатырға кәрәк бит. Йыш ҡына “Штраф”, “Иғтибар – балалар”, “Автобус”, “Мәк”, “Эҙләү” кеүек акцияларҙа һәм махсус операцияларҙа ла ҡатнашып, дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә тырыш инспектор.
Дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәтендә ете йыл эшләй Хәйретдинов. Әлбиттә, был осорҙа байтаҡ тәжрибә туплаған. “Йөкмәтелгән һәр эште оѕта башҡара, үҙе ярҙамсыл һәм үтә яуаплы”, – ти уның тураһында хеҙмәттәштәре.
Булат Хәйретдинов ғаиләһе менән Благовар районының Беренсе Май ҡасабаһында йәшәй. Ике бала атаһы. Вадим менән Владик аталарының эштән ҡайтыуын һәм ял көндәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ни өсөн тигәндә, ғаилә башлығы буш ваҡытта бергәләп балыҡҡа йөрөйҙәр, сәйәхәт итергә яраталар, баҡса үѕтерәләр. Шулай эшендә лә, ғаиләһендә лә ныҡлы терәк-таяныс ул Булат Батыр улы.