Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белем диңгеҙендә йөҙгән нәҫел
Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн
Йырлайым алтын илем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн
Шәйехзада Бабич.

Был нәҫелдең тормошо Шәйехзада Бабичтың һүҙҙәренә шул тиклем тап килә. Улар ғүмер буйы халҡым тип, төплө белемле булайым, милләттәштәремде белемле итәйем, уның тормошон еңеләйтәйем тип тырышҡан. Яҙмам бик йыраҡҡа, бынан 200 йыл элекке осорға, барып терәлә: һүҙ башҡорттоң арҙаҡлы улы Зәки Вәлидиҙең әсәһе Өмөлхаят Мөхәммәткафи ҡыҙы Вәлидова (Сатлыҡова) нәҫеле тураһында.

Мөхәммәткафи Ҡотлозаман улы

Имам-хатип Мөхәммәткафи Ҡотлозаман улы Сатлыҡов хәҙерге Ғафури районының Үтәк ауылында тыуа. Белемде билдәле Балыҡлыкүл мәҙрәсәһендә ала. Урыҫ телен белмәгән кешегә муллалыҡ указы алыу бик ауыр булған. Шуға күрә Мөхәмәткафи, урыҫ байҙарында хеҙмәтселектә йөрөп, уҡырға-яҙырға өйрәнә. Белемгә ынтылышы ҙур була — уҡыуҙы дауам итеү хыялы менән яна. Ғаиләнең матди хәле әллә ни шәптән булмаһа ла, ул Бохара ҡалаһына китә. Бохара һәм Хиуа мәҙрәсәләрендә белем ала. Ауылға указлы мулла булып ҡайта.
Йәш егет дәртләнеп эшкә тотона. Ауыл халҡы уға бик ныҡ ярҙам итә. Бында беренсе мәсетте һала һәм мәҙрәсә төҙөтә. Үтәк һәм күрше ауылдарҙың балалары ошо мәҙрәсәлә белем ала башлай. Мөхәммәткафи Ямал исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡора. Уларҙың һигеҙ балаһы була (биш малай һәм өс ҡыҙ). Барыһы ла бик тәрбиәле, эшһөйәр, белемле үҫә. Дүрт улдары мулла була: Хәбибназар, Тайып, Мөхәммәттаһир — Үтәктә, Мөхәммәтзариф Ташбүкән ауылында (бөтәһе лә — хәҙерге Ғафури районында), ә Ғабдрахман сауҙагәр булып китә. Ҡыҙҙары — Мәрзиә, Ғизелбанат, Өмөлхаят исемле.
Мөхәммәткафи Ҡотлозаман улы төрлө яҡтан белемле була. Фарсы телен яҡшы белә. Румиҙың шиғырҙарын ярата. Уҡыусы балаларға ла шул шиғырҙарҙы уҡый. Ғаиләлә балалар китапты иң ҡәҙерле рухи хазина итеп күрә. Сит яҡтарҙан төрлө баҫмалар алдырып, донъялағы ваҡиғаларҙы ла белеп йәшәй имам-хатип Мөхәммәткафи. Ул балаларына, ҙур белем биреү менән бергә, тормош мәшәҡәттәрен еңеп сығырға ла өйрәтә. Тирә-яҡтан килеп, күптәр унан белем ала. Мөхәммәткафи Ҡотлозаман улы 1895 йылда вафат була, Үтәк ауылы зыяратында ерләнә. Ҡәберенә мәрмәр таш ҡуйылған. Ваҡыт үтеү менән ул таш икегә бүленеп ауғас, Үтәк ауылы халҡы, ҡәберлекте таҙартып, ватылған таштың ике яртыһын бер-береһенә ялғап, нығытып, тәрбиәләп ҡуя. Ул ҡәбергә халыҡ әле лә йөрөп, доғаларын уҡый. Мөхәммәткафи төҙөгән мәсетте һәм мәҙрәсәне совет власы ваҡытында күсереп һалып, мәҙәниәт йорто итеп ҡулланалар.
Ауыл халҡы күңелендә Мөхәммәткафи биргән белем һәм тәрбиә әле лә онотолмаған.

Хәбибназар Үтәки

Мөхәммәткафи Сатлыҡовтың иң оло улы Хәбибназар Үтәки 1862 йылдың 12 сентябрендә (иҫке стиль менән) Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Үтәк ауылында тыуа.
Хәбибназар Үтәкиҙең тормош юлына айырым туҡталып китәм, сөнки ул — ғалим, мәғрифәтсе, Зәки Вәлидиҙең остазы, тәрбиәсеһе, уға ныҡлы белем нигеҙе һалған шәхес.
Хәбибназар башланғыс белемде атаһының мәҙрәсәһендә ала. 1873 йылда Стәрлетамаҡта уҡый башлай. Ошонда ислам нигеҙҙәрен, логика, хоҡуҡ фәндәрен ныҡлап өйрәнә. 1879 йылда күренекле мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев ҡулы аҫтында урыҫ теле, математика фәндәрен уҡый.
Хәбибназар бик зирәк бала була. Ул юғарыраҡ уҡыу йорттарында белем алырға хыяллана. Ошо маҡсаты менән, ата-әсәһенең фатихаһын алып, Ҡазан ҡалаһына китә.
Ҡазанда Хәбибназарға сығышы менән Үтәк ауылы кешеһе Мостафа Әмирхан ҙур ярҙам күрһәтә. Ул Ҡазанда тиҫтәләгән магазин, ҙур булмаған тире эшкәртеү заводы тотҡан. Уның ярҙамы менән Хәбибназар “Мәржәниә” мәҙрәсәһендә Мәржәниә хәҙрәттә белем ала башлай. Уҡыу йортон тамамлағас, ошонда мөғәллимлек итеүгә ҡалдырыла. Остазы менән бергә фәнни хеҙмәттәр яҙа. Мәржәни хәҙрәттең бай китапханаһында күп ғалимдарҙың мираҫы менән таныша.
Һуңғы көндәренә тиклем хәҙрәттең яҡын дуҫы һәм ярҙамсыһы була.
Ваҡыт үтеү менән Хәбибназар хәҙрәт насар күрә башлай һәм күҙлек кейеп йөрөргә мәжбүр була. Көнө-төнө китап өҫтөндә ултырған кешегә был хәл ҙур ауырлыҡ тыуҙыра. Ошо арҡала ул 1889 йылда тыуған ауылы Үтәккә ҡайта, имам-хатип һәм мөдәрис булып эш башлай. Яңыса уҡытыуҙы ойоштороп ебәрә. Мәҙрәсәнең даны тирә-яҡҡа тарала.
Уҡытыу эшен уңайлыраҡ итеү өсөн мәктәп биналары төҙөтә башлайҙар. Унда Ташбүкән ауылына илткән юлдағы ташты ҡулланалар. Эш башлар алдынан 1893 йылда Ҡазанда был таштарҙы тикшереп, яраҡлы тип табалар. Ете мәҙрәсә бинаһының барыһы ла тип әйтерлек ошо материалдан төҙөлә.
Хәбибназар хәҙрәт бик күркәм холоҡло, тыныс кеше була. Халыҡ менән тиҙ уртаҡ тел таба. Һәр ваҡыт белем алырға өндәй. Халыҡтың ихтирамын яулай, уға таяныс була.
Хәҙрәт йәштән үк төрки халыҡтарҙың үҙаллы юлға баҫыуын көтә. Бының өсөн уҡытыу-тәрбиә йүнәлешендә күп эшләргә кәрәклеген аңлай. Мәҙрәсәлә донъяуи фәндәргә иғтибарын көсәйтә. Шәкерттәргә урыҫ телен өйрәтеүҙе кәрәк тип таба, хатта губернаторҙан шундай класс асыуға рөхсәт алып, эште башҡарыуға аҡса юллап ала. Тик дини халыҡ быға ҡаршы төшә, һәм Хәбибназар хәҙрәт юллап алған аҡсаға Петровское ауылында урыҫ мәктәбе һалына. Бик тырыш, белемле шәкерттәрен хәҙрәт Троицк ҡалаһына үҙе алып барып уҡырға индерә. Ике-өс йыл үткәс кенә уның хыялы тормошҡа аша. 1912 йылда мәҙрәсә эргәһендәге ирекле мәктәптә урыҫ телен уҡыта башлайҙар.
Мәҙрәсәләр заманы үткән, тип Хәбибназар хәҙрәт Үтәктә заман талабына яуап биргән ислам колледжы һәм агрономдар әҙерләүсе ауыл хужалығы мәктәбен асырға хыяллана. Ауыл халҡының көнкүрешен яҡшыртыу, йәшәү кимәлен күтәреү тураһында ла ҡайғырта. Картуф менән бер рәттән еләк-емеш баҡсаларын да үҫтерһендәр тип өгөтләй. Ҡалаларҙан алмағас, сейә үҫентеләрен алып ҡайтып, халыҡҡа тарата. Ул Үтәкте мәҙәниәт һәм фән үҙәгенә әйләндерергә тырыша, ләкин тормош үҙенекен итә. 1914 йылғы Беренсе бөтә донъя һуғышы һәм 1917 йылдағы революциялар был изге башланғыстарҙы юҡҡа сығара. Хәбибназар хәҙрәт ауылда йәшәһә лә, Рәсәй һәм донъя ваҡиғалары, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына һәм шөғөлләнә, мәҙрәсәләр өсөн ҡулланмалар яҙа. Петербургтан, Ҡазандан, Ырымбурҙан, Әстрхандан, Баҡынан, Ҡырымдан гәзит-журналдар алдыра. Уның бик ҙур шәхси китапханаһы була. Ташкенттағы китап магазиндары менән дә бәйләнеш тота. Тарихи мәҡәләләр, әҙәби әҫәрҙәр, фәнни хеҙмәттәр яҙа. Ислам тарихына арналған “Тарихтар асҡысы” хеҙмәтен төрөксә баҫтыра. Метафизика һәм физика китабына ғәрәп телендә аңлатмалар яҙа. Үтәктең һәм тирә-яҡ ауылдарҙың тарихын ҡағыҙға төшөрә.
Хәбибназар хәҙрәтте 1917 йылда Өфө Диниә назаратының мөхтәсибе итеп ҡуялар. Бер аҙҙан, сәләмәтлеге насар булғанлыҡтан, был эштән азат итеүҙәрен үтенә. Кире ауылға ҡайтып, һаулығы булмаһа ла, яратҡан халҡына белем биреүҙе дауам итә. Бик ауыр осор була был: бер көн аҡтар килә, бер көн — ҡыҙылдар. Ошо буталыш ваҡытында ҡыҙылдар Хәбибназарҙы, аҡтарға ярҙам итеүҙә ғәйепләп, ҡулға алып атмаҡсы була. Ауыл халҡы берҙәм сығып: “Атмағыҙ, күҙ терәп торған кешебеҙ бит”, — тип, уны үлемдән алып ҡала.
Хәбибназар Үтәки 1921 йылдың 25 июнендә вафат була. Был турала Зәки Вәлидигә атаһы Әхмәтша Вәлидов хат аша хәбәр итә: “Мәрхүм Юрматы илендә бер әүлиә кеүек хөрмәт күрҙе. Йыназаһына һәр тарафтан шул тиклем күп кеше йыйылды, һуңғы йылдарҙа, айырыуса совет осоронда, был ҡәҙәр бер йыназа ла булманы”. Әхмәтзәки Вәлиди был юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Ауыл халҡы, хәҙрәт менән бәйләнеш тотҡан һәр кеше тәрән ҡайғыра, уға арнап, шиғырҙар сығара.
Хәбибназар хәҙрәтте үтәктәр һаман хәтерләй. Ауыл мәктәбендә уға арналған бай музей бар. Унда әле лә өйрәнеп бөтөлмәгән материалдар күп. Был музейҙы нәҡ үҙҙәренең теләге һәм көсө менән уҡытыусы Рауил Әнүәр улы Раҡаев һәм мәктәп директоры Ришат Дауыт улы Мәхмүтов ойошторған. Уларға нәҫелебеҙ исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ғалим, мәғрифәтсе Хәбибназар Үтәкиҙең эшмәкәрлеге, тормош юлы аҙ өйрәнелгән. Ғалимдар ошо эшкә иғтибар итһә, киләсәк быуын өсөн байтаҡ тәрбиәүи һәм ғилми һорауҙарға яуап табылыр ине.
(Аҙағы бар).
Нурия КИЛМӨХӘМӘТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






9 майҙа республика учреждениеларына Еңеү байрағының күсермәләре эленергә тейеш

9 майҙа республика учреждениеларына Еңеү байрағының күсермәләре эленергә тейеш 30.04.2025 // Йәмғиәт

9 майҙа республика учреждениеларына Еңеү байрағының күсермәләре эленергә тейеш...

Тотош уҡырға 49

Өфөнөң яңы урамына Рамазан Өмөтбаев исеме бирелде

Өфөнөң яңы урамына Рамазан Өмөтбаев исеме бирелде 30.04.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң яңы урамына Рамазан Өмөтбаев исеме бирелде...

Тотош уҡырға 44

Республикала бер аҙ ямғыр яуыуы һәм ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала бер аҙ ямғыр яуыуы һәм ҡырау төшөүе фаразлана 30.04.2025 // Йәмғиәт

Республикала бер аҙ ямғыр яуыуы һәм ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 40

9 майҙа Өфөлә йәмәғәт транспортының эш графигы билдәле булды

9 майҙа Өфөлә йәмәғәт транспортының эш графигы билдәле булды 30.04.2025 // Йәмғиәт

9 майҙа Өфөлә йәмәғәт транспортының эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 38

Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияға бәйле хәл тотороҡланды

Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияға бәйле хәл тотороҡланды 29.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияға бәйле хәл тотороҡланды...

Тотош уҡырға 45

Республикала Өфө — Инйәр — Белорет трассаһы участкаһы штат режимында эшләй

Республикала Өфө — Инйәр — Белорет трассаһы участкаһы штат режимында эшләй 29.04.2025 // Йәмғиәт

Республикала Өфө — Инйәр — Белорет трассаһы участкаһы штат режимында эшләй...

Тотош уҡырға 46

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеленә әҙерлек әүҙем бара

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеленә әҙерлек әүҙем бара 29.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеленә әҙерлек әүҙем бара...

Тотош уҡырға 45

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 405 меңдән ашыу кеше яҙған

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 405 меңдән ашыу кеше яҙған 29.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 405 меңдән ашыу кеше яҙған...

Тотош уҡырға 46

Башҡортостанда һуғыш балаларына 2-шәр мең һум аҡса түләнә

Башҡортостанда һуғыш балаларына 2-шәр мең һум аҡса түләнә 29.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һуғыш балаларына 2-шәр мең һум аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 44

Башҡортостанда һуғыш балаларына 2-шәр мең һум аҡса түләнә

Башҡортостанда һуғыш балаларына 2-шәр мең һум аҡса түләнә 29.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һуғыш балаларына 2-шәр мең һум аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 44

Иғтибар, күнекмә! Бөгөн Өфөнөң барлыҡ мәктәптәрен эвакуациялайҙар

Иғтибар, күнекмә! Бөгөн Өфөнөң барлыҡ мәктәптәрен эвакуациялайҙар 29.04.2025 // Йәмғиәт

Иғтибар, күнекмә! Бөгөн Өфөнөң барлыҡ мәктәптәрен эвакуациялайҙар...

Тотош уҡырға 39

Республикала 7,3 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй

Республикала 7,3 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй 28.04.2025 // Йәмғиәт

Республикала 7,3 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй...

Тотош уҡырға 49