Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Биксән ауылы ҡыҙы Сабира Мырҙа­ғәлинаға ауыр, аяныслы тормош юлы үтергә тура килә. 1921 йылғы аслыҡ осоро... Ауылда көн һайын дүрт-бишәр кеше вафат була, күбеһе – сабыйҙар. Бер йыл эсендә ярты ауыл зыяратҡа күсеп бөтә. Үлгәндәрҙе йыйып ерләйҙәр, ҡәбер ҙә һай ғына ҡаҙыла, асыҡҡан кешенең хәле ҡайҙан булһын!
Буй еткереп килгәндә Сабира 1937 йылдың ҡот осҡос ваҡиғаларына шаһит була. Ауылда бер-бер артлы ҡулға алыуҙар башлана.


– Беҙҙең ғаиләгә лә кулак мөһөрө тағылды, дүрт баланы өйҙән сығарып, ситән аласыҡҡа индереп ултырттылар, атай-әсәйҙе ҡулға алдылар, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашҡайны ул. – Балалары барыбер аслыҡтан үлер, тип, өйҙө һүтеп алып, Ҡанаҡай ауылына күсерҙеләр. Беҙ, меҫкен балалар (иң олоһо миңә – 17 йәш), үкһеҙ етем булып, ҡан илап ҡалдыҡ. Һәр ауыр замандың да яҡшы кешеләре була, беҙҙе лә ғаиләләр бүлешеп алды. Бер нисә айҙан әсәйемде ҡайтарҙылар, быныһы беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ булды, тимәк, үлмә­йә­сәкбеҙ, йәшәйәсәкбеҙ тип һөйөндөк. Ҡәҙерлебеҙҙе дүрт яҡтан дүрт бала ҡосаҡлап-ҡосаҡлап иланыҡ, һөйөнөсөбөҙ эсебеҙгә һыйманы. Әсәйҙән дә яҡын кеше бармы икән ул донъяла! Ситән үреп, балсыҡ менән һылап өй рәтләнек, ауылдаштар ярҙамға килде. Муйыл, балан йыйып, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләнек. Һәләүек буйы емеш-еләккә шундай бай ине, ул халыҡҡа дарыу ҙа, аҙыҡ та булып хеҙмәт итте. Кесерткәндән, балтырғандан аш бешерҙек. Кеше яҡшы донъянан туямы ни, һәр кем йәшәргә тырышты. Тормош нисек кенә ауыр бул­маһын, һәр таңды өмөт, ышаныс менән ҡар­шыланыҡ. Бәндәне маҡсат йәшәтә. “Шайтан ғына өмөтһөҙ”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул.
Яҙ етеү менән бөтә халыҡ баҡсаға серек бәрәң­ге йыйырға сыға. Уны әрсеп табала бешерһәң, тамаҡ ялғана. Ашарға етмәгәндә әсәйҙәр уны тоҙло итеп бешерә йәки тоҙ ялата. Был ысул бик уңайлы, һыуҙы күберәк эсәһең, асығыу баҫы­ла. 1921, 1937–1940 йылдар бөтә халыҡ өсөн иң ауыр, үлемесле осор булды. Бер нисә йылдан һуң ҙур һынауҙар үтеп, ғаиләбеҙгә шатлыҡ өҫтәп, атайыбыҙ иҫән-һау ҡайтып төштө. Уны уратып алып, ҡосаҡлап-ҡосаҡлап күҙ йәштәренә мансыл­дыҡ. Беҙҙең күңелдә өмөт, киләсәккә ышаныс уянды.
Атайыбыҙҙың ҡотолоуы айырыуса ҙур шатлыҡ булды. Ул яңынан, ең һыҙғанып, ғаилә усағын тоҡандырып ебәрҙе. Туғандарыбыҙ ишәйҙе, хатта игеҙәктәр донъяға килде. Тормош ауыр булһа ла, рухыбыҙ һынманы.
1941 йылда илгә тағы афәт килде, ҡәһәр һуҡҡыр Гитлер һуғыш асты. Мин, инде еткән ҡыҙ, Сибәғәт исемле егеткә ғашиҡ булдым. Тиҙҙән никах уҡы­тып, ғаилә ҡорҙоҡ. Бик аҙ йәшәп ҡалдыҡ. Һөй­гәнемде һуғышҡа илай-илай оҙаттым. Оҙон буйлы, муйыл күҙле мөхәббәтем менән бәхетле йәшәү эләкмәне. Һуғыш беҙҙе айырҙы. “Көт, иҫән-һау ҡайтһам, тормошобоҙ ал да гөл булыр” тип өс­мөйөшлө хаттар яҙҙы.
1943 йылда Сибәғәттең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килде, ышанманым. Һәләүек буйында бергәләп йөрөгән һуҡмаҡтарға, туғайҙарға ҡарап күҙ йәше түктем. “Йәнем, үлгәнсе һине кө­төрмөн”, тип үҙ-үҙемә ант бирҙем.
Еңеү өсөн халыҡ йәне-тәне менән тырышты, баҫыуҙарҙа көнө-төнө эш ҡайнаны. Бөтәһе лә фронт өсөн, еңеү өсөн эшләнде.
1945 йылдың 9 майы бар донъяға Еңеү яҙын бүләк итте. Ауылыбыҙҙан киткән 150 ир-егеттең яртыһы һуғыш яланында мәңгелеккә ятып ҡалды. Атайыбыҙҙың иҫән-һау ҡайтыуы барыбыҙ өсөн дә шатлыҡ булды. Ә мин 24 йәшемдә тол ҡалдым. Юғалтыу ҡайғыһын эш менән баҫырға тырыштым. Беҙҙең кеүек тол ҡатындарҙы ниндәй ауыр эш бар, шунда ебәрҙеләр, ауыҙ асып һүҙ әйтергә яраманы.
Баҫыуҙа һуғылған игенде киптерер өсөн та­пағанда аяғымды йылан саҡты, үлемдән саҡ ҡо­толдом. 1956 йылда ғаиләлә туғыҙ бала тәр­биә­ләнә ине. Әсәйебеҙ күргән ыҙаларҙан яфаланып, ғәзиз балаларын ҡалдырып, мәңгелеккә беҙҙе ташлап китте. Һуғыштан һуң тыуған биш бала минең елкәлә ҡалды. Бәхилләшкәндә эргәһенә ултыртып, күҙҙәремә мөлдөрәп ҡарап, әсәкәйем һуңғы васыятын әйтте: “Сабира ҡыҙым, бәлки, Сибәғәтең иҫән­дер, башҡаға кейәүгә сыҡма, ошо етемдәрҙе ҡарап үҫтер, юҡһа, атайың балалар йортона бирер, ә мин ҡәберемдә тыныс йоҡлай алмам!” Күҙ йәштәремә быуылып, ту­ғандарымды ҡосаҡлап, бына-бына яҡты донъя менән хушлашырға йыйынған әсәйем алдында ант иттем. Хәҙер инде мин тәрбиәләп үҫ­тер­гән Миңлегөл, Сания, игеҙәк Кинйәбикә менән Ишғәле лә юҡ. Ә мин һаман, Хоҙай ғүме­ремде ­бир­гәс, йәшәүемде дауам итәм. Донъяның бөтә этлектәрен күреп бөткәс, ожмахҡа күскәндәй йәшә­нем: пенсия килә, һаулыҡ та бар. Һуғыш тамам­ла­ныуға күпме йылдар үтһә лә, тәүге мөхәббәтемде һәр саҡ йөрәгемдең иң түрендә һаҡлайым.
Сибәғәтемдең атаһы, минең ҡайным, I Бөтә донъя һуғышында Австрияла ете йыл тотҡонлоҡта булып, унан ҡаса алған. Өс ай тигәндә утыҙ кешенән өсәү генә тыуған яҡтарға ҡайтып еткән. “Килен, һин дә көт, бәлки, Сибәғәтең дә ҡайтыр”, тип өмөтләндерһә лә, беҙгә осрашырға насип булманы. Ә шулай ҙа ғүмеребеҙ бушҡа үтмәне. Һуғыш арҡаһында ирһеҙ ҡалған тол ҡатындар еңеүҙе яҡынайтты, яңы тормош төҙөүҙең иң уртаһында булды. Донъяла меңәрләгән һәйкәл ҡойолған, ә тол ҡатындарға арналғандары бармы икән?

* * *

Өс йыл элек, 90 йәшендә, Сабира апай яҡты донъянан китеп барҙы. Ер аҫтында осрашырға юлдар юҡ, тиһәләр ҙә, Сибәғәтең менән ожмахта булырһығыҙ тип ышанам, тыныс йоҡла, Сабира апай. Ҡабат һуғыш уты ғына тоҡана күрмәһен.





Автор: Вараҡа ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА. Район: Ишембай районы, Яңы Әптек ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә