Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай Олоғайған көндә лә...
Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай Олоғайған көндә лә...
Татыу ғаилә нигеҙе – мөхәббәт, ышаныс, тоғролоҡ. Бер-береңде аңлап йәшәгәндә генә көмөш, алтын, гәүһәр туйҙарға етергә мөмкиндер ул. Илле, алтмыш, унан да күберәк йылдар тиң йәшәп, матур донъя көтөп, тормош һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларыңа, ейәндәреңә ярҙамлашып йәшәүҙәре ниндәй бәхет!



60 йыл татыу ғүмер иткән Мәрүәрә Мансур ҡыҙы менән Миңләхмәт Ғө­бәйҙулла улы Ғайсиндарға (беренсе рәттә), ярты быуат иңгә-иң терәп ғүмер һөргән Фатима Ғосан ҡыҙы һәм Әмир Шакирйән улы Әхмәт­йәнов­тар­ға күҙ һалығыҙ әле! Һоҡла­нып туй­маҫлыҡ үҙҙәренә! Бына ҡайҙа ул ысын мөхәббәт өлгөһө! Бына кем­дәрҙән өйрәнергә кәрәк тормош һабағына!
Йәмле йәй көндәренең береһендә ҡала хакимиәте һәм ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре ошондай матур ғаилә парҙарын тантанаға йыйҙы. Юбиляр­ҙарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиә­те­нең эштәр идарасыһы Рөстәм Мө­шә­­рәпов, ҡала Советы депутаты Светлана Ковальская, мәҙәниәт һарайынан һәүәҫкәр артистар, балалары, туғандары ҡотланы.
– Туйҙар үткәреп өйләнешергә тура килмәне беҙгә. Ћуғыштан һуңғы ауыр йылдар ине. Аллаға шөкөр, бына ярты быуат инде аңлашып, татыу донъя көтәбеҙ. Шуға күрә ауырлыҡтарға ла бирешмәнек, – тип бер-береһенә ҡарашып йылмайыш­ты Рима Ғәли ҡыҙы менән Зөфәр Зәки улы Мирхәйҙәровтар.
Бер миллион һумға туй үткәреп, бер ай ҙа йәшәй алмаған хәҙерге ҡайһы бер йәштәргә был һүҙҙәрҙе доға итеп ятлатырға ине лә бит.
Юбилярҙарға Башҡортостан Рес­публикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хә­ми­тов исеменән төрлө бүләктәр тапшырылды, шулай уҡ Стәр­ле­тамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы­ның ҡот­лауы, яҡындарынан бик күп йылы һүҙҙәр һәм изге теләктәр яңғыраны.




Автор: Эльдар МӨНИРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә