Татыу ғаилә нигеҙе – мөхәббәт, ышаныс, тоғролоҡ. Бер-береңде аңлап йәшәгәндә генә көмөш, алтын, гәүһәр туйҙарға етергә мөмкиндер ул. Илле, алтмыш, унан да күберәк йылдар тиң йәшәп, матур донъя көтөп, тормош һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларыңа, ейәндәреңә ярҙамлашып йәшәүҙәре ниндәй бәхет!
60 йыл татыу ғүмер иткән Мәрүәрә Мансур ҡыҙы менән Миңләхмәт Ғөбәйҙулла улы Ғайсиндарға (беренсе рәттә), ярты быуат иңгә-иң терәп ғүмер һөргән Фатима Ғосан ҡыҙы һәм Әмир Шакирйән улы Әхмәтйәновтарға күҙ һалығыҙ әле! Һоҡланып туймаҫлыҡ үҙҙәренә! Бына ҡайҙа ул ысын мөхәббәт өлгөһө! Бына кемдәрҙән өйрәнергә кәрәк тормош һабағына!
Йәмле йәй көндәренең береһендә ҡала хакимиәте һәм ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре ошондай матур ғаилә парҙарын тантанаға йыйҙы. Юбилярҙарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рөстәм Мөшәрәпов, ҡала Советы депутаты Светлана Ковальская, мәҙәниәт һарайынан һәүәҫкәр артистар, балалары, туғандары ҡотланы.
– Туйҙар үткәреп өйләнешергә тура килмәне беҙгә. Ћуғыштан һуңғы ауыр йылдар ине. Аллаға шөкөр, бына ярты быуат инде аңлашып, татыу донъя көтәбеҙ. Шуға күрә ауырлыҡтарға ла бирешмәнек, – тип бер-береһенә ҡарашып йылмайышты Рима Ғәли ҡыҙы менән Зөфәр Зәки улы Мирхәйҙәровтар.
Бер миллион һумға туй үткәреп, бер ай ҙа йәшәй алмаған хәҙерге ҡайһы бер йәштәргә был һүҙҙәрҙе доға итеп ятлатырға ине лә бит.
Юбилярҙарға Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов исеменән төрлө бүләктәр тапшырылды, шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының ҡотлауы, яҡындарынан бик күп йылы һүҙҙәр һәм изге теләктәр яңғыраны.