Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мал-тыуар сәләмәт булһын
Мал-тыуар сәләмәт булһын
Республикабыҙҙа мал һаны арта бара. Шуға күрә ветеринария хеҙмәтендә эшләүселәр – Волга буйы округында иң күбе. Төп күрһәткестәр буйынса был тармаҡ – илдә алдынғылар иҫәбендә.


Күптән түгел Октябрьский ҡалаһында ветеринария буйынса төбәк-ара конференция булды. Унда Рәсәй төбәктәре ара­һында тауар әйләнешенең ҡырҡа артыуы һөҙөмтәһендә сеймалдың һәм эшкәр­телгән аҙыҡ-түлектең ветеринар хәүеф­һеҙлеге хаҡында һүҙ барҙы. Ошо юҫыҡта былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса республикала алдынғылар иҫә­бен­дә булған Дыуан районының ве­те­ри­нар станцияһы эшмәкәрлеге маҡ­тауға лайыҡ.
Райондың ветеринар станцияһы 21 мең баштан ашыу һыйыр малын, мең ярым йылҡыны, алты меңдән ашыу сусҡа, 502 һарыҡ, 6191 умарталағы бал ҡортон һәр төрлө сирҙән ҡурсалау бурысын намыҫ менән башҡара. Ойошмала 42 кеше эшләй, һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡарағанға, киҫкен сирҙәргә юл ҡуйылмай.
Етәксе Рауил Жәлил улы Нуриев был эшкә 1981 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетын тамамлағас та тотонған. Тәжрибә­ле, оҫта белгестең баш­лыҡ булып эш­лә­үе­нә лә байтаҡ инде. Районда ветеринар күҙәтеү, лаборатория, прививкалар яһау, диагностика үткәреү эше яҡшы ҡу­йыл­ған. Тө­бәктә мал- ты­уар, ҡош-ҡорт ара­һында бер нисә йыл инде ауы­рыуҙар кү­ҙә­телмәй.
Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндән һуң мал-тыуар буйынса ла сит төбәктәр менән алыш-биреш артты. Был юҫыҡта ситтән кил­те­релгән хайуандар, малсылыҡ тауар­ҙары ентекле тик­шере­лә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы йыл­дарҙа иҫкәртеү эштәре алып барылғанға күрә, был төбәктә йәшәгән халыҡҡа эхинококкоз сире янамай.
Дыуан ве­те­ри­нар стан­ция­һы­ның Ярос­лав­ка участ­ка­һы мө­ди­ре Люд­ми­ла Шамо­ва – Рә­сәй Фе­де­ра­ция­һы­ның По­чет гра­мо­та­һы, Ды­уан участ­ка­һы мө­ди­ре Фи­дә­рис Мәх­мү­тов Баш­ҡорт­остан Ве­те­ри­на­рия ида­ра­­лы­ғы­­ның По­чет гра­мо­та­һы ме­нән бүләк­лән­де. Ә инде Өл­көн­дө ветеринария участкаһынан Ру­шан Юнысов рес­пуб­ли­ка­ла “Иң яҡшы ветеринария участ­каһы мөдире” тип та­был­ды. Рухтин ауы­лы­ның ве­теринария участкаһы мөдире Ти­мур Ра­ма­за­нов та үҙ эше­нең оҫ­та­һы булып танылды.


Автор: Г. ӘМИНЕВА. Район: Дыуан районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә