Республикабыҙҙа мал һаны арта бара. Шуға күрә ветеринария хеҙмәтендә эшләүселәр – Волга буйы округында иң күбе. Төп күрһәткестәр буйынса был тармаҡ – илдә алдынғылар иҫәбендә.
Күптән түгел Октябрьский ҡалаһында ветеринария буйынса төбәк-ара конференция булды. Унда Рәсәй төбәктәре араһында тауар әйләнешенең ҡырҡа артыуы һөҙөмтәһендә сеймалдың һәм эшкәртелгән аҙыҡ-түлектең ветеринар хәүефһеҙлеге хаҡында һүҙ барҙы. Ошо юҫыҡта былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса республикала алдынғылар иҫәбендә булған Дыуан районының ветеринар станцияһы эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ.
Райондың ветеринар станцияһы 21 мең баштан ашыу һыйыр малын, мең ярым йылҡыны, алты меңдән ашыу сусҡа, 502 һарыҡ, 6191 умарталағы бал ҡортон һәр төрлө сирҙән ҡурсалау бурысын намыҫ менән башҡара. Ойошмала 42 кеше эшләй, һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡарағанға, киҫкен сирҙәргә юл ҡуйылмай.
Етәксе Рауил Жәлил улы Нуриев был эшкә 1981 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетын тамамлағас та тотонған. Тәжрибәле, оҫта белгестең башлыҡ булып эшләүенә лә байтаҡ инде. Районда ветеринар күҙәтеү, лаборатория, прививкалар яһау, диагностика үткәреү эше яҡшы ҡуйылған. Төбәктә мал- тыуар, ҡош-ҡорт араһында бер нисә йыл инде ауырыуҙар күҙәтелмәй.
Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндән һуң мал-тыуар буйынса ла сит төбәктәр менән алыш-биреш артты. Был юҫыҡта ситтән килтерелгән хайуандар, малсылыҡ тауарҙары ентекле тикшерелә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы йылдарҙа иҫкәртеү эштәре алып барылғанға күрә, был төбәктә йәшәгән халыҡҡа эхинококкоз сире янамай.
Дыуан ветеринар станцияһының Ярославка участкаһы мөдире Людмила Шамова – Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһы, Дыуан участкаһы мөдире Фидәрис Мәхмүтов Башҡортостан Ветеринария идаралығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Ә инде Өлкөндө ветеринария участкаһынан Рушан Юнысов республикала “Иң яҡшы ветеринария участкаһы мөдире” тип табылды. Рухтин ауылының ветеринария участкаһы мөдире Тимур Рамазанов та үҙ эшенең оҫтаһы булып танылды.