Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Киләсәкте бөгөн хәстәрләргә кәрәк
Киләсәкте бөгөн хәстәрләргә кәрәк
Ҡариҙел районында «Киләсәк инженерҙары» IV халыҡ-ара йәштәр сәнәғәт форумы асылды. Унда Рәсәйҙең 50 төбәгенән, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Мексика, Венгрия, Әрмәнстан илдәренән йәмғеһе меңдән ашыу кеше йыйылды. Буласаҡ инженерҙарҙы республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та тәбрикләне.


Был йыйын йәш конструкторҙар һәм технологтар өсөн йәйге белем биреү лагеры булараҡ эшләй. Программаға яраш­лы, уларға ике аҙна эсендә инженерлыҡ буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирелә, үҙ­ҙә­ренең уйлап тапҡан эшен жюри ҡара­рына тәҡдим итеү мөмкинлеге лә бар.
— Инженер һөнәре – Ер йөҙөндә иң мөһимдәрҙең береһе, – тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. – Ул тәгәрмәсте лә, ракетаны ла, беҙ ҡулланған башҡа при­бор­ҙарҙы ла уйлап тапҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы егерме йыл эсендә был һөнәрҙең абруйы кәмене, әммә быны тө­ҙә­теп була. Бөгөн беҙҙең төп маҡса­тыбыҙ – һәр инженер илгә үҙенең файҙалы икә­нен тойорға тейеш. Бының өсөн уларға эш урындары булдырыу, тейешле шарттар тыуҙырыу фарыз.
Форум барышында шулай уҡ Башҡорт­остан Хөкүмәте менән «Ростех» дәүләт корпорацияһының «Авиация ҡорамал­дары» холдингы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Уға яраш­лы, авиация сәнәғәт предприятие­лары­ның иҡтисади үҫеше һәм юғары һөнәри белем биреү системаһы өсөн республикала уңайлы шарттар, шулай уҡ юғары етештереүсәнле эш урындары булдырыу өҫтөндә бергәләп эшләү күҙаллана.


Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ. Район: Ҡариҙел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә