Ҡариҙел районында «Киләсәк инженерҙары» IV халыҡ-ара йәштәр сәнәғәт форумы асылды. Унда Рәсәйҙең 50 төбәгенән, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Мексика, Венгрия, Әрмәнстан илдәренән йәмғеһе меңдән ашыу кеше йыйылды. Буласаҡ инженерҙарҙы республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та тәбрикләне.
Был йыйын йәш конструкторҙар һәм технологтар өсөн йәйге белем биреү лагеры булараҡ эшләй. Программаға ярашлы, уларға ике аҙна эсендә инженерлыҡ буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирелә, үҙҙәренең уйлап тапҡан эшен жюри ҡарарына тәҡдим итеү мөмкинлеге лә бар.
— Инженер һөнәре – Ер йөҙөндә иң мөһимдәрҙең береһе, – тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. – Ул тәгәрмәсте лә, ракетаны ла, беҙ ҡулланған башҡа приборҙарҙы ла уйлап тапҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы егерме йыл эсендә был һөнәрҙең абруйы кәмене, әммә быны төҙәтеп була. Бөгөн беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – һәр инженер илгә үҙенең файҙалы икәнен тойорға тейеш. Бының өсөн уларға эш урындары булдырыу, тейешле шарттар тыуҙырыу фарыз.
Форум барышында шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте менән «Ростех» дәүләт корпорацияһының «Авиация ҡорамалдары» холдингы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, авиация сәнәғәт предприятиеларының иҡтисади үҫеше һәм юғары һөнәри белем биреү системаһы өсөн республикала уңайлы шарттар, шулай уҡ юғары етештереүсәнле эш урындары булдырыу өҫтөндә бергәләп эшләү күҙаллана.