Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аллаһ” һүҙе яҙылған Таллы тауы
“Аллаһ” һүҙе яҙылған Таллы тауы“Аллаһ” һүҙе яҙылған Таллы тауыАллаһы Тәғәләнең мөғжизәләре сикһеҙ. Әйтерһең, Таллы тауыбыҙҙағы изге һүҙ әҙәм балаларына Ер йөҙөнә тик изгелек ҡылырға ғына ебәрелеүен иҫкәртеп тора кеүек. Һүҙ Түбәнгеташ ауылы эргәһендәге тау хаҡында бара, унда ағастар менән гүйә ғәрәп телендә “Аллаһ” һүҙе яҙылған.
Эргәлә һыйынып ҡына Нөгөш йылғаһы ағып ята. Был ерҙәрҙә сәңкем-ҡыпсаҡ ырыуы йәшәгән. Борон-борондан тауҙың башында төрлө йыйындар, йолалар үткәрелгән. Тирә-яҡтан йыйылған халыҡ ер-һыуға, илгә бәрәкәт, именлек теләгән. Төрлө уйын, ярыштар ойошторолған, һәр төбәктең иң оҫта ҡурайсыһы, йырсыһы, бейеүсеһе билдәләнгән. Был йола онотолмай. Әле лә халҡым тауға күтәрелә. Унан күңелең ҡотайып, сафланып, көсәйеп төшкән кеүек булаһың. Әлбиттә, тауҙарға күтәрелгәндә һәр саҡ изге маҡсат ҡуйылырға тейеш булған. Ишан-хәҙрәттәре менән дә данлы был төбәк. Исеме инде тау буйында тал ағасы күп үҫкәнгә шулай аталған.
Таллы тауы эргәһендә Боҫло тауы бар. Был урын да серле. Элек-электән был тауҙан боҫ күтәрелеп торғанға, халыҡ уға ошо атаманы биргән. Унан ҡыш көнө лә быу сыҡҡан, тиҙәр. Ҡая таштары аҫтынан урғылып Фәйзулла шишмәһе ағып ята. Был һыу иҫ киткес татлы булыуы менән билдәле. Ошо тауҙар теҙеменән Ҡоро Бағырҙай һәм Һыулы Бағырҙай исемле йылғалар ағып сыға. Яҙын ағып, йәйен ҡороғанға тәүгеһенә халыҡ шундай атама биргән. Икенсеһе иһә — тау-таш араһынан урғылып ағып ятҡан һалҡын һыулы йылға. Йәйҙең эҫе көндәрендә яланда эшләгән халыҡ бында һыуһынын ҡандырған. Исеме “һыуға бағыу, рәхмәт әйтеү” һүҙенән барлыҡҡа килгән.
Ни өсөн мин был һыуҙарҙың татлы булыуының сәбәбен халҡыбыҙға еткергем килә? 1980 йылдар тирәһендә Боҫло тауы итәгендә ултырған Ерек ауылы шишмәһенең һәм тирә-яҡтағы һыуҙарҙы анализға алып, Свердловск ҡалаһына тикшерергә ебәрәләр. Санэпидемстанция белгестәре әйтеүенсә, анализ һөҙөмтәһендә ошо Ерек ауылының һыуы үҙенең сифаты һәм таҙалығы буйынса ла иң яҡшыларҙан иҫәпләнгән. Шуға белгән кешеләр, туристар Нөгөш юлында ултырған был ауылдың һыуын татымай китмәй.
Тәбиғәтебеҙ сере, мөғжизәләре сикһеҙ. Тауҙарыбыҙҙа изге һүҙҙең яҙылыуы, һыуҙарыбыҙҙың тирә-яҡта иң таҙаһы булыуы, ошо урында ултырған ауылдарҙағы халыҡтың айыҡ тормош алып барыуы — былар бөтәһе лә мөғжизә түгелме?

“Аллаһ” һүҙе яҙылған Таллы тауыСумған мәмерйәһе

Мәләүез районының Нөгөш ҡасабаһынан 23 километр көньяҡҡа табан Ҡотоҡсумған мәмерйәһе урынлашҡан.
Ҡотоҡсумған Уралда иң оҙон мәмерйәләрҙән һанала. Оҙонлоғо 12 километрға етһә, тәрәнлеге – 126 метр. Мәмерйә өс ҡаттан һәм бер нисә өлөштән тора. Уны ғалимдар тәбиғи музей-лаборатория тип атай. Бында бик ҡыҙыҡлы тәбиғи залдар бар: “Китапхана”, “Фил”, “Кубиктар”, “Метрополитен”, “Тамашалар залы” һәм башҡалар. Шахта стеналары ғәжәйеп сталактит һәм боҙ сусаҡтар менән биҙәлгән. Был коридорҙарҙан һыу аҫты йылғаларының тауышы ишетелеп тора. Серле күлдәре таң ҡалдыра.
Ҡотоҡсумғандан алыҫ түгел тағы ла бер нисә мәмерйә бар. Беренсе Ҡотоҡ 2,8 километр төньяҡҡа табан урынлашҡан. Был формаһы буйынса тоҡҡа оҡшаған ике залдан тора. Иҙәндәре тулыһынса боҙ менән ҡапланған, түбәләре бик түбән. Ҡайһы бер ерҙәрендә мүкәйләп үтергә тура килә. Эске залдарға инеүселәрҙе матур боҙло сталактиттар, ҙур сталагмит колонналары ҡаршы ала. Уның дөйөм оҙонлоғо – 520 метр.
Икенсе Ҡотоҡ мәмерйәһе Сумғандан 2,5 километр төньяҡҡа ҡарай урынлашҡан. Уның дөйөм оҙонлоғо — 2050 метр.
Өсөнсө Ҡотоҡ мәмерйәһе лә үҙенсәлекле. Ул һикәлтәле боҙланған шахтаны хәтерләтә. Оҙонлоғо — 43 метр.
Дүртенсе Ҡотоҡ мәмерйәһе — Сумған мәмерйәһенән төньяҡҡа табан 400 метр алыҫлыҡта. 20 метр тәрәнлектән шахта башлана. Ул иң тәрәндәрҙән һанала.
Сумған мәмерйәһе 1965 йылдан өйрәнелә башлай, ә 1986 йылдан был урындар Башҡортостандың милли паркы тип иғлан ителә. Уға тиклем Мәләүез районының элекке Ленин исемендәге колхоз бесәнлеге еренә инә. Оҙаҡ йылдар бында мал ҡышлатыла. Борон ошо тирәлә Сауҡа, Кәшәлә, Ваҙраш, Күккүл һәм башҡа утар, ауылдар булған. Тәбиғәттең ғәжәйеп матур төбәге был. Был мәмерйәгә Сумған йылғаһы ергә сумғанға шундай атама бирелгән. Бик матур Көмбәҙәкле йылғаһы иһә Сумған йылғаһына барып тоташа. Ер аҫтынан ағып, бер нисә саҡрымдан һуң ул Ағиҙелгә ҡоя. Көмбәҙәкле йылғаһына исемде көн (ҡояш) төшөп торған матур ерҙән аҡҡанға шулай ҡушҡандар.
Ошонда халыҡтың тағы ла яратып һөйләгән Күккүл утары ере бар. Бик матур йәйләү урыны булған ул. Шундай атамалы күле лә бар. Үҙе тәрән, күк төҫтә. Тәбиғәттең серле, бәрәкәтле был төбәгендә йыл һайын торна һәм ҡыр ҡаҙҙары бәпкә сығара.
Ҡанлы күл тип аталған бик тәрән һыу ятҡылығы ла бар. Бында йыландарҙың күп булыуы билдәле. Революцияға тиклем Әбет ауылынан Мөхәмәтша Иҫәнов күлдең тәрәнлеген белер өсөн сумып ҡараған. Күл төбөндә ул бейек ағастарҙың, хатта солоҡтарҙың булыуын шәйләй. Күрәһең, бында ҡасандыр һыу күтәрелгән булғандыр.

Көнгәк тауы

Борон, тәүарих һөйләүсе ҡарттар әйтеүенсә, юрматы күсе ҡайҙалыр, Ыбыр-сыбыр илендәге шикелле, айырылып ҡалған да, уны Урал тауҙарына изге инәбеҙ Аҡ бүре алып ҡайтҡан. Көнгәк итәгендә уларҙы туҡтатып, иң шәп йырсыға иң боронғо йырҙы башҡарырға ҡушҡан. Ни ғәжәп: йырҙы тау үҙе күтәреп алған — унда үҫкән ҡурай көпшәләре шул уҡ көйгә дәррәү һыҙғырып моңланған, ти. Бына йырығыҙ ҡурай менән ҡауышты, сөнки тәүватанығыҙға ҡайттығыҙ тигән, ти, Аҡ бүре.
Шулай итеп, юрматылар ошонда яңынан донъя көтә башлаған, Әтил ата хөрмәтенә аталған Иҙелдә, Һуҡайлыла, Ашҡаҙарҙа һыулаған. Көнгәк менән Торатау Тәңрегә табыныр тауҙары булған. Мал-тыуары ишәйгән, ҡорал һәм ҡороҡ тотор ир-егеттәре артҡан.
Мадъярҙар менән бергә йәшәп алып киткәндәрен тәүарихсы ҡарттар былай бәйән иткән. Бында ҡайтып төпләнеүҙәренә өс быуат үткәс, ниндәйҙер күп һанлы күстең яҡынлашыуы тураһында хәбәр итәләр. Беҙ һеҙҙең аҙашып ҡалған ярпығыҙ, тик хәҙер “мадъяр” тип аталабыҙ, тигән тегеләр. Юрматылар мадъярҙарҙы үҙҙәренең янына ҡабул иткән (Булат Рафиҡовтан).
Ағиҙелдең төньяҡҡа табан боролған урынындағы тауҙы Көнгәк тауы тип йөрөтәләр. Көнгә ҡарап ятҡанға күрә шулай атағандарҙыр инде. Көнгәк тауы Ҡарауыл, Йәнгүҙәй исемле тауҙар теҙмәһенән тора. Халыҡ, илгә килгән дошмандарҙан һаҡланыр өсөн, Ҡарауыл тауына ҡарауыл ҡуйған. Яу килһә, сигнал итеп төтөн һалғандар. Көнгәк түбәһе инде борон-борондан халҡыбыҙҙың Тәңренән фатиха алыр, теләк теләр урыны булған. 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда яуға китеүсе ир-егеттәрҙе ошо тауҙан оҙатҡандар. Оло йыйын уҙғарылған, уларҙың имен-аман яуҙан еңеп ҡайтыуын теләгәндәр.
Наполеонды Рәсәйҙән ҡыуып, Парижды алып, яугирҙәрҙең иҫәндәре тыуған яҡтарына ҡайтҡан. Ошо ҡыуаныстан халыҡ йәнә Көнгәккә сығып, йыйын йыйып, ҙур байрам яһаған. Шунда булған кешеләр йыл һайын бер мәлдә Көнгәккә сығырға һүҙ беркеткән.
Ана шунан алып йәшәй был байрам, именлек, һиллек байрамы.

Әүлиә шишмәһе

Районыбыҙҙың Һыртлан ауылында Әүлиә шишмәһе бар. Изге тауҙа өс әүлиә ерләнгәнлеге билдәле.
Борондан был шишмәнең һыуы шифалы һаналған. Ауырыған, күңел тыныслығы тапмаған кешеләр ихлас ышанып, доғалар ҡылып һыуын эсһә, еңеллек һәм дауа тапҡан. Бөгөн дә был изге ергә халыҡ төрлө яҡтан килә. Боронғо ҡарттарҙың һөйләүенсә, был тауҙа элек үҙенең ырыуы менән бер хан ултырған. Ул әүлиә булған. Ә шишмәнең һул яғындағы ике әүлиәнең кемлеге билдәһеҙ. Шишмә өҫтөндәге Әүлиә ҡәберенең аҡ ташы бик мөғжизәле һәм хикмәтле. Тауға насар уйлы кешеләр килһә йәки хәмер эсһә, таштың төбөнән ҡан һарҡыған. Күрәһең, әүлиә рухы рәнйегәндер.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ниндәйҙер ғалимдар килеп, тикшеренеү үткәргән. Уларҙың әйтеүенсә, был таштың тамыры өс яҡҡа бик тәрәнгә һәм йыраҡҡа айырылып киткән. Шуға уны ҡуҙғатырға ҡушмағандар. Юғиһә туфан һыуы ҡалҡыуы мөмкин, тигәндәр. Ғөмүмән, Ағиҙел буйындағы тауҙарҙы, Сорғояҙ ауылы тирәһен әүлиәләр төйәге тип йөрөтәләр.
Хәҙерге көндә был изге урын таш кирбес менән буралып, иркен иттереп кәртәләп ҡуйылған.

“Аллаһ” һүҙе яҙылған Таллы тауыКүперле

Меңәр йыл дауамында Сумған, Юрмаш, Көмбәҙәкле, Күперле һәм башҡа йылғаларҙың бер ер өҫтөнән, бер ер аҫтынан алҡынып ағыуы карст ҡатламдарынан төрлө мөғжизәләр барлыҡҡа килтергән.
Күперле шарлауығы — тәбиғәттең ҡулы менән һалынған бейек таш күпер — шул мөғжизәләрҙең береһе.
Күпергә юл Нөгөш һыу һаҡлағысынан арыраҡ, Ҡыҙ күҙ йәше гөрләүегенән биш километр алыҫлыҡта ята. Был шарлауыҡ тураһында ошондай легенда бар. Имеш, бер һылыу ҡыҙҙы үҙенән бик күпкә оло кешегә кейәүгә бирергә булғандар. Ә уның яратып йөрөгән егете булған.
Ҡыҙ риза булмаған, ошо ҡаяларҙы ҡосоп серҙәрен һөйләгән. Уның зарын ер-һыу ҙа уртаҡлашҡан. Шуға ошо ҡаянан шишмә урғылып сыҡҡан.
Күперле — Нөгөш йылғаһы тармағынан барлыҡҡа килгән бәләкәй йылға. Тәбиғи күперҙән ике-өс километрҙараҡ өҫтә, ер аҫты юлынан ағып, бейек ҡаялар араһынан килеп төшөп, бәләкәй шарлауыҡҡа әйләнә. Тәбиғи күперҙең оҙонлоғо — 35, бейеклеге — 20, киңлеге — 4 метр.

Гөбөргәйел күле

Районыбыҙҙың перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә инеп, юғалып ҡалған Төбәк ауылы биләмәһендә, Көнгәк тауының көньяҡ битләүендә серле Гөбөргәйел күле бар.
Ауыл ҡарттары һөйләүенсә, был күлдә борондан ташбаҡалар йәшәгән. Шуға ла был күл Гөбөргәйел, йәғни ташбаҡа тип исемләнгән. Хатта был күлде Аждаһалы күл тип тә йөрөтәләр. Күлдә ташбаҡалар бөгөн дә бар, ләкин күп түгел. Аптраҡ ауылында йәшәүсе Фәрзәнә инәй: “60-сы йылдарҙа өй һалдыҡ, күл янына мүк үләне йолҡорға барҙыҡ. Ул яҡҡа барырға ҡурҡа торғайныҡ, сөнки тәрилкә кеүек ташбаҡалар мыжғып торор ине”, — тине. Элегерәк был ташбаҡалар ҡороған ағастар өҫтөндә ҡыҙыҡ ҡына итеп теҙелешеп ултыра торғайны, ти ауыл халҡы. Бер йылды ер һөрөп йөрөгән тракторҙың тырмаһына эләгеп ҡайта бер ташбаҡа. Аҙаҡ ауылдан ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күленә кире әйләнеп ҡайтҡан был йән эйәһе. Яҙғы ташҡындар ваҡытында күлдең мороно Ағиҙелгә ҡушылып та ала, шуға ҙур-ҙур йәйендәр, төрлө балыҡтар тулып ҡала. Шундай ҡотло күл ул — Гөбөргәйел.
Бөгөнгө заводтарыбыҙҙың төтөнөнә, экологияның хөртлөгөнә ҡарамайынса, заманыбыҙға яраҡлашып йәшәп ята ташбаҡалар — шул мөғжизә түгелме?

Ҡыҙыл Таштың киләсәккә ишараһымы?

Беҙҙең Нөгөш буйында Ҡыҙыл Таш ҡаяһына ҡағылышлы ғәжәйеп тарих бар. Был тауға яҡын ике йылға аға: береһе — Суханыш (Үс ҡаныш), икенсеһе — Нөгөш.
Суханыш исеменең барлыҡҡа килеүе ошондай ваҡиғаға бәйле. Бер ҡалмыҡ егете Юрматы ырыуынан ҡыҙ урлаған. Ҡыҙҙың һөйгәне улар артынан ҡыуа төшкән. Юлда өс-дүрт йортло утарға еткән һайын: “Ҡалдыр!” — тип ҡысҡыра икән был (тирә-яҡтағы Ҡалдар исемле ауылдар атамаһы ошо ваҡиғанан таралған, тиҙәр). Ағиҙелде үтеп, Нөгөш буйына килеп еткәндәр. Нөгөш аръяғындағы бер бәләкәй йылға буйында егет быларҙы ҡыуып еткән. Алыш башланған. Ҡалмыҡ егете дошманын инде сәнстем тигәндә, һуңғыһының өҫтөнә эте һикереп өлгөргән. Үлемесле алышта еңгән егет йылғала йыуынған мәлдә бер ылау килеп туҡтай. Юлаусылар: “Был ниндәй үлтереш?” — тип һөрәнләй башлай. Юрматы егете: “Ә хәҙер үс ҡанды, туғандар!” — тип яуап биргән. Шул ваҡыттан алып әлеге йылғаны “Үсҡаныш” тип атай башлағандар. Был ерҙәргә урыҫтар килеп ултыра башлағас, уның исеме Суханыш булып киткән.
Әбет, Түбәнге Таш, Эткөсөк ауылдары Нөгөштөң һул яҡ ярында урынлашҡан. 1760 – 1800 йылдарҙа уң яҡ ярында урыҫ ауылдары барлыҡҡа килгән. Хлебодаровка урынында — Килтәй исемле башҡорт ауылы, Александровка урынында Сәңкем ҡарт ырыуы ултырған ауыл булған. Башҡорт ырыуҙары үҙ-ара һуғышҡанда, сәңкем ырыуы низағҡа ҡыҫылмайынса, хәҙерге Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы урынлашҡан ергә күскән.
“Ҡар иреһә — Нөгөш таша, ғауға булһа — сәңкем ҡаса” тигән әйтем дә шул замандан ҡалған. Сәңкем ҡарт иһә бик аҡыллы булған, ҡурҡаҡлыҡтан күсенмәгән, ырыуҙы һаҡлау маҡсатынан сығып эш иткән.
Нөгөш йылғаһының уң яғындағы ерҙәр бөтәһе лә Килтәй исемле ҡарттыҡы булған. Борон бында бик ҙур башҡорт ауылдары урынлашҡан. Тау һыртындағы боронғо зыярат, таш менән өйөлгән Әүлиә ҡәбере әле лә бар. Халыҡ был урында һаҡ йөрөй, ғибәҙәт ҡыла.
Килтәй исемле ауыл был тирәлә икәү. Береһе Ағиҙелдең уң яҡ ярында, Йомағужаға ҡаршы, урынлашҡан булһа, икенсеһе — Нөгөш аръяғындағы хәҙерге Хлебодаровка.
Килтәй Үтәшев (1746 – 1822) Сәңкем-Ҡыпсаҡ волосы старшинаһы була. 1800 йылдарҙа Килтәй урыҫтарға ер һатҡан. Тәүҙә улар бер үгеҙ тиреһе тиклем генә ер һораған, аҙаҡ тирене нәҙек кенә итеп ҡырҡып, бер нисәһен ялғаған. Тире ахыр сиктә ете метрға еткән. “Тәүәккәлләнем, әйҙә алығыҙ!” — тигән Килтәй. Урыҫтар бер арба баҡыр аҡса менән иҫәпләшкән, тиҙәр. Әлбиттә, урыҫ аҙ ғына ер менән ҡәнәғәтләнеп ҡалмаған, ата-бабаларыбыҙҙы эсереп, алдаштырып, Нөгөш йылғаһының уң яғын тотош үҙенә тартып алған. Халыҡ ҡартты ҡәһәрләгән. Килтәй иһә Ағиҙел йылғаһы буйындағы биләмәһенә күсеп киткән. Нөгөш буйы һатылғас, Ҡыҙыл таш тауы өс көн, өс төн ниндәйҙер сәйер тауыш сығарып геүләгән, аҙаҡ бейек тау ишелеп төшөп, ҡыҙыл ташлы ҡая хасил булған. Халыҡ фекеренсә, ер-һыу рухы был ҡылыҡҡа ризаһыҙлығын белдергән.
Ысынлап та, донъяла бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй. Килтәй ҡартты ерләгән ваҡытта ғәжәйеп хәл була. Уны ерләп, йыназа уҡығанда ер уйыла башлай. Халыҡ тиҙ генә ҡаса. Был тирә әле лә уйһыу булып ята. Халыҡ фаразлауынса, ер һатыусыға тәбиғәтебеҙҙең ҡәһәре төштөмө икән? Беҙ бындай ғибрәттән фәһем алырға тейешбеҙ. Ер-һыуҙарыбыҙға бер ниндәй ҙә байлыҡ та, аҡса ла торошло түгел. Бөгөн дә алыҫтан ҡыҙарып ҡарап торған Ҡыҙыл Таш тауы киләсәккә ишара яһай, халҡыбыҙҙы киҫәтә кеүек. Тәбиғәтебеҙҙең мөғжизәләре сикһеҙ, уларҙы ҡәҙерләй генә күрәйек.
Фирүзә АРЫҪЛАНОВА.
Мәләүез районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872