Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәйәүләп килеп яуланған бәхет
”Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 18 апрель һанында күренекле ғалим, педагог Мирас Иҙелбаевтың “Директорыбыҙҙың ышанысын аҡланылар” исемле мәҡәләһе менән “Интернатым – пар ҡанатым” тигән рубрика асылыуы минең өсөн ҙур шатлыҡ булды. Данлыҡлы белем усағының икенсе сығарылыш уҡыусыһы булараҡ, хәтирәләрҙе яҙып ебәреүҙе ҙур бурысым тип һанайым.


...1945 йылдың август аҙаҡтарында Арҡауыл ауылынан Әғзәм Ғилманов, Мәрфуға Әбүбәкирова һәм мин, Күҫә­ләрҙән Сайма Закирова, Фәүзиә Зиннурова, Бишәүҙәрҙән Фәрит Фәйзуллин, Хәтмулла Камалов, Әкрәм Закиров, Жәмил Булатов, арҡабыҙға тоҡсайҙар аҫып, Өфөгә барыу маҡсатында ауылдан 65 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан “Кропачево” станция­һына табан йәйәүләп юлға сыҡтыҡ.
Тәүге көн 30 километр йыраҡлыҡтағы район үҙәге Ма­лаяҙ­ҙа ҡундыҡ, унан кискә табан станцияға барып еттек. Арабыҙҙа Өфөнө яҡшы белгән Мәғмүр бар, уның ағаһы Ибраһим ағай Гулин ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитетында бүлек мөдире булып эшләгән.
Өфөгә поезд башына ултырып килеп еткәс, Мәғмүр беҙҙе ағаһы йәшәгән ергә – Сталин урамындағы 75-се фатирға – алып китте. Ул Хөкүмәт хеҙмәткәрҙәренең йорто булып сыҡты, алдында милиция будкаһы ла бар. Беҙҙе, ауылдан килгән балаларҙы, фатирға тотҡарлыҡһыҙ үткәреп ебәрҙеләр. Ун көн самаһы йәшәнек унда. Ауылдан килгән тиҫтәләгән үҫмерҙе ашатып-эсергән, йоҡлатҡан Ибраһим ағайҙың ниндәй мәрхәмәтле, кешелекле һәм кеселекле булғанын үҫкәс кенә аңланыҡ.
Августың һуңғы көндәренең береһендә Ибраһим ағай беҙ йәшәгән бүлмәгә инеп: “Балалар, иртәгә Зенцов урамын­дағы башҡорт мәктәбенә уҡырға бараһығыҙ, директоры менән һөйләштем, барығыҙҙы ла алырҙар”, – тип белдерҙе. Был һүҙҙәрҙе ишетеү менән башыбыҙ күккә тейгәндәй булды, ифрат шатландыҡ, ағайға рәхмәт әйттек. Икенсе көн иһә иртүк тороп, Зенцов урамын эҙләп табып, документ­тарҙы тапшыр­ҙыҡ.
Беҙҙе 9-сы башҡорт мәктәп-интернатының IX класына алдылар. Йәшәү урыныбыҙ Киров урамындағы 37-се йорт­та, педагогия училищеһының ныҡ иҫкергән дөйөм ятағы бинаһында икән. Дүрт-биш бүлмәнән торғанында – малай­ҙар, икенсе­һен­дә ҡыҙҙар урынлаштырылды. Һәр бүлмәлә мейес бар, әммә һыу юҡ, уны колонканан килтерә­беҙ. Ғөмүмән, үҙебеҙҙе үҙе­беҙ хеҙмәтләндерә башланыҡ. Тәүге көндә үк Сиған яланына барып, матрас, мендәр тыштарына һалам тултырып алып ҡайттыҡ. Ашханала бешеренеү өсөн утын бысабыҙ, ярабыҙ. Бер нисә тапҡыр Ағиҙел йылға­һындағы баржаларҙан утын алып килдек. Яғыулыҡ әҙерләү өсөн машина менән урманға йөрөтөүҙәре лә хәтерҙә ҡалған. Ҡыҫҡаһы, һалҡындар баш­лан­ғансы интернат утын менән тәьмин ителде.
Ыҡсым ғына кейем дә биргәс, ҡалала электән йәшәгән үҫмер­ҙәргә оҡшап киттек.
Тәүге дәрес. Кабинетҡа ифрат һөйкөмлө апай килеп инде.
– Класс етәксегеҙ Нәфисә Ярулла ҡыҙы Илһамова булам, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытасаҡмын, – тип таныш­тырҙы ул үҙе менән.
Класыбыҙҙа 18 уҡыусы булһа, шуларҙың яртыһын Салауат районы балалары тәшкил итте. Хөрмәтле уҡытыу­сы­лары­быҙға – Әминә Әхмәроваға, Фәрзәнә Ибраһимоваға, Шәриф Чураевҡа, Мөсәлиә Хәйруллинаға, Мәхмүзә Мөхә­мәҙиеваға, Нәфисә Мөхтәроваға һәм башҡаларға – төплө белем, яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ.
Уҡыу йылы барышында мәктәпкә яҙыусылар, шағирҙар, артистар йыш килә торғайны. Баязит Бикбай, Сәйфи Ҡудаш, Ғәйнан Әмири, Сәғит Агиш һәм башҡа әҙиптәр әҫәрҙәрен уҡып, киләсәккә пландары хаҡында һөйләп, беҙҙе тырышып белем алырға, тәртипле булырға өндәне.
Мәктәптә төрлө түңәрәктәр эшләй башланы. Мәғәфүр Хисмәтуллиндың килгәне хәтерҙә ныҡлы уйылып ҡалған. Егермеләп уҡыусыны йыйып алып, йыр өйрәтә башланы ул. Күпмелер ваҡыттан һуң беҙҙе радионан сығыш яһарға тип Сталин һәм Ленин урамдары киҫешкән ерҙә урынлашҡан Үҙәк почтамттың өҫкө ҡатына алып килделәр. Ҙур булмаған бүл­мәлә диктор ултыра. Тауышһыҙ ғына уның эргәһенә теҙелдек. “Аҡ ҡайын” (З. Йәрмәки һүҙҙәре, М. Вәлиев көйө), “Шайморатов генерал” (Ҡ. Даян һүҙҙәре, З. Исмәғилев көйө) йырҙарын башҡарҙыҡ. Сығышыбыҙҙы барлыҡ Башҡорт­остан халҡы тыңланы, быға шатлығыбыҙҙың сиге булманы.
Урыҫ теле уҡытыусыһы Әхмәров ағайҙың “Йәш гвардия” әҫәренән 25 – 30 минутлыҡ сценарий яҙып, беҙҙең класс уҡыусылары менән сәхнәләштергәне хәтерҙә ҡалған. Олег Кошевойҙы – Әкрәм Закиров, Ульяна Громованы Сайма Закирова уйнаны, мин Иван Земнухов ролен башҡарҙым. Пьесаны класыбыҙ менән бөтә мәктәпкә ҡуйыуыбыҙ ғүмерлеккә хәтерҙә ҡалған.
Беҙҙең сығарылыш кисәһенә мәғариф министры Сәғит Әлибаев та килде. Мәктәпте тамамлағас, К. Тимирязев исемен­дәге педагогия институтының география факультетына уҡырға индем. Уны 1951 йылда тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Көйөргәҙе районына эшкә ебәрелдем. Биш йылдан ауылдашым, интернатташым Сайма Закирова менән ғаилә ҡорҙоҡ. Мине Мәғариф министрлығының бойороғо менән үҙебеҙҙең Салауат районына эшкә ҡайтарҙылар.
Бөтә ғүмеремде йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаным. Хеҙмәт стажым – 48 йыл. Бер нисә уҡыусымдың, БДУ-ның география факультетын тамамлап, төрлө тарафта эшләп йөрөүе минең өсөн айырыуса һөйөнөслө.
Эшемде баһаланылар: КПСС, ВЛКСМ Өлкә комитетта­ры, район Советы, мәғариф идаралығы һәм башҡа ойошма­лар­ҙың Почет грамоталары, “Бөйөк Ватан һуғышы йыл­­да­рын­дағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны”, “Мө­хәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалдары менән бүләк­ләндем.
Ҡатыным Сайма Харис ҡыҙының да шундай уҡ миҙал­дары бар, бынан тыш, халыҡ мәғарифы отличнигы ла ул. 87 йәшкә еттек, Аллаһ бойорһа, быйыл 26 июлдә бергә йә­шәгәнебеҙгә 60 йыл була. Дүрт бала үҫтерҙек, барыһы ла – юғары белем­ле. Йәшәү мәғәнәһен уларҙа, ейән-ейән­сәр­ҙәребеҙҙә, бүләсә­ре­беҙҙә күрәбеҙ.

Рәшит ФӘЙЗУЛЛИН,
педагогик хеҙмәт ветераны,
гимназия-интернаттың 1947 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.




Район: Салауат районы, Арҡауыл ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә