Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илебеҙ именлеге – улар ҡулында
Илебеҙ именлеге – улар ҡулында
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты алдындағы майҙан һабантуйҙы хәтерләтә. Автомобилдәр рәт-рәт теҙелеп киткән, кешеләрҙән иһә – һыу буйы сират. Кем әйтмешләй, яҡын да барырлыҡ түгел.


– Бында ниндәй сара булыуы көтөлә? – тип юрамал аптыраулы ҡарашымды эргәмдә торған оҙон буйлы ағайға тө­бәйем.
– Ҡыҙыбыҙ диплом ала бөгөн, шул ҡыуаныс­тан баш ҡалалабыҙ, – тине ул.
Әлеге танышым, Марат Сырлыбаев, алыҫ тип тормай, Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан Өфөгә 500 саҡрым ер үтеп килгән. Ҡыҙы Динара биш йыл ошо институтта белем алған икән. Ағай эргәһендә баҫып торған мөләйем йөҙлө ҡа­тыны, Нур исемле улы, йәнә биш йәш­лек ейәнсәре менән таныш­тырҙы.
– Бәләкәйҙән хәрби кеше булырға хыял­ланды, тәртип һәм таҙалыҡ яратты, – тип һүҙгә ҡушыла Динараның әсәһе Гөлнара Сырлыбае­ва. – Тәфтишсегә уҡыны, бик ауыр һөнәр, әлбиттә. Яуап­лылыҡ унда бик көслө, йөҙөбөҙгә ҡыҙыл­лыҡ килтермәҫ, тулы­һын­са ышанабыҙ. Баймаҡ ҡалаһына эшкә ҡайтасаҡ.
Институт биләмәһенә аяҡ баҫҡас та үҙемде бөтөнләй бүтән донъялағылай хис иттем, хатта ошонда йөрөү күңелле әрме хеҙмәтен әҙме-күпме иҫкә тө­шөрҙө. Таҙалыҡтан асфальт көҙгөләй ялтырай, газондағы үлән тигеҙ генә итеп сабылған, төр­лө ағастар тирә-яҡты йәмләй. Ҡупшы йорттар­ҙың эсенә инеп ҡарарға теләк тыуҙы, ләкин ваҡыт тығыҙ. Плацҡа теҙелгән егет һәм ҡыҙ­ҙар­ҙың йөҙө май ҡояшылай балҡый. Офицер­ҙарҙың, шулай уҡ курсанттарҙың ыҫпай кейеме һәр кемде көнләште­рер­лек! Оркестр дәртле көй уйнай.
Тантана башланыр алдынан уҡыу йортоноң флагын сығарҙылар, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы Фәим Мөхәмәт­шин белдереүенсә, илебеҙҙең именлеге, яҡты киләсәге офицерҙар менән туранан-тура бәй­лән­гән. Генерал-майор һәр кемгә уңыштар, үҫеш теләне. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа буласаҡ офицерҙарҙың шатлығын уртаҡ­лаш­ты.
Был көндө өс йөҙгә яҡын курсант диплом һәм лейтенант погоны алып һөйөн­дө. Альбина Рәимова менән Жанна Иҫән­ғазинаға иһә алтын миҙал тапшырылды, шулай уҡ ун ҡыҙ һәм егеттең уҡыу йортон ҡыҙыл диплом­ға тамамлауы асыҡ­ланды.
Сара тамамланыр ваҡыт еткәндә сәскә гөлләмә­лә­ренә күмелгән сибәр лейтенант ҡыҙ янына яҡынайҙым. Уның да исеме Динара икән, ул да – тәфтишсе. Ҡыҙҙы ҡотларға Силә­бенән ире Динар, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылынан әсәһе Гүзәл Ғәбиҙуллина, Өфөнән ҡайныһы Руслан Рамаҙанов килгән.
– Әсәйем – табибә, тимәк, кеше һау­лығы өсөн яуаплы, – ти Динара. – Ә ми­нең бурысым – әҙәм балаһының күңелен дауалау. Быға алдан һәм ныҡлы әҙерлән­дем. Ғөмүмән, ғәҙеллек яҡлымын. Хеҙмәт юлым тыуған яҡтарымда башланасаҡ, шул бәхет түгелме ни?!
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында байрам оҙаҡ дауам итте. Мөҡсинов урамынан һулға ҡайырылып, Софья Перовская урамы буйлап атлағанда ла оркестр тауышы тынмағайны әле...


Автор: И. АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә