Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты алдындағы майҙан һабантуйҙы хәтерләтә. Автомобилдәр рәт-рәт теҙелеп киткән, кешеләрҙән иһә – һыу буйы сират. Кем әйтмешләй, яҡын да барырлыҡ түгел.
– Бында ниндәй сара булыуы көтөлә? – тип юрамал аптыраулы ҡарашымды эргәмдә торған оҙон буйлы ағайға төбәйем.
– Ҡыҙыбыҙ диплом ала бөгөн, шул ҡыуаныстан баш ҡалалабыҙ, – тине ул.
Әлеге танышым, Марат Сырлыбаев, алыҫ тип тормай, Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан Өфөгә 500 саҡрым ер үтеп килгән. Ҡыҙы Динара биш йыл ошо институтта белем алған икән. Ағай эргәһендә баҫып торған мөләйем йөҙлө ҡатыны, Нур исемле улы, йәнә биш йәшлек ейәнсәре менән таныштырҙы.
– Бәләкәйҙән хәрби кеше булырға хыялланды, тәртип һәм таҙалыҡ яратты, – тип һүҙгә ҡушыла Динараның әсәһе Гөлнара Сырлыбаева. – Тәфтишсегә уҡыны, бик ауыр һөнәр, әлбиттә. Яуаплылыҡ унда бик көслө, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ, тулыһынса ышанабыҙ. Баймаҡ ҡалаһына эшкә ҡайтасаҡ.
Институт биләмәһенә аяҡ баҫҡас та үҙемде бөтөнләй бүтән донъялағылай хис иттем, хатта ошонда йөрөү күңелле әрме хеҙмәтен әҙме-күпме иҫкә төшөрҙө. Таҙалыҡтан асфальт көҙгөләй ялтырай, газондағы үлән тигеҙ генә итеп сабылған, төрлө ағастар тирә-яҡты йәмләй. Ҡупшы йорттарҙың эсенә инеп ҡарарға теләк тыуҙы, ләкин ваҡыт тығыҙ. Плацҡа теҙелгән егет һәм ҡыҙҙарҙың йөҙө май ҡояшылай балҡый. Офицерҙарҙың, шулай уҡ курсанттарҙың ыҫпай кейеме һәр кемде көнләштерерлек! Оркестр дәртле көй уйнай.
Тантана башланыр алдынан уҡыу йортоноң флагын сығарҙылар, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы Фәим Мөхәмәтшин белдереүенсә, илебеҙҙең именлеге, яҡты киләсәге офицерҙар менән туранан-тура бәйләнгән. Генерал-майор һәр кемгә уңыштар, үҫеш теләне. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа буласаҡ офицерҙарҙың шатлығын уртаҡлашты.
Был көндө өс йөҙгә яҡын курсант диплом һәм лейтенант погоны алып һөйөндө. Альбина Рәимова менән Жанна Иҫәнғазинаға иһә алтын миҙал тапшырылды, шулай уҡ ун ҡыҙ һәм егеттең уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлауы асыҡланды.
Сара тамамланыр ваҡыт еткәндә сәскә гөлләмәләренә күмелгән сибәр лейтенант ҡыҙ янына яҡынайҙым. Уның да исеме Динара икән, ул да – тәфтишсе. Ҡыҙҙы ҡотларға Силәбенән ире Динар, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылынан әсәһе Гүзәл Ғәбиҙуллина, Өфөнән ҡайныһы Руслан Рамаҙанов килгән.
– Әсәйем – табибә, тимәк, кеше һаулығы өсөн яуаплы, – ти Динара. – Ә минең бурысым – әҙәм балаһының күңелен дауалау. Быға алдан һәм ныҡлы әҙерләндем. Ғөмүмән, ғәҙеллек яҡлымын. Хеҙмәт юлым тыуған яҡтарымда башланасаҡ, шул бәхет түгелме ни?!
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында байрам оҙаҡ дауам итте. Мөҡсинов урамынан һулға ҡайырылып, Софья Перовская урамы буйлап атлағанда ла оркестр тауышы тынмағайны әле...