Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Австрия ҡыҙы – Юлдыбайҙа
Йылайыр районының “Ауыл уттары” гәзите мөхәррире Ильяс Таҡалов Юлдыбайға Австриянан Элизабет Офнерҙың килеүе хаҡында хәбәр иткәс, сит ил ҡунағы менән яҡынданыраҡ танышыу теләге тыуҙы.


Хәйер, ниндәй телдә аралашырға икән, тип оҙаҡ баш ватырға тура килмәне – Элизабет урыҫ телен бик яҡшы өйрәнгән, иркен һөйләшә. Хатта башҡортса ла әйтеп ебәрә. Был яҡтарға ул тәүгә юлланмай: дүртенсе йыл рәттән Юлдыбайға килеп, урындағы халыҡ менән танышып, ара­лашып, үҙенә кәрәкле мәғлүмәт туплай. Ҡулынан бер ваҡытта ла фото­аппарат төшмәй, һәр мәлде мәңгеләш­терергә теләгәндәй, үҙен ҡыҙыҡ­һын­дырған бар күренеште фотоға төшөрә. Башҡорт халҡының тарихы, тормош-көнкүреше, милли ғөрөф-ғәҙәте менән яҡындан танышыу маҡсатында был төбәккә килгән Элизабет көндәлек ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй: һыйыр ҙа һауа, йорт эштәрендә лә булыша. Ул Юлдыбай ауылында йәшәгән танышының әсәһендә тора. Үҙе хаҡында һөйләүен үтенгәс, бик ҡыуанып, ихлас йылмайып риза булды яңы танышым.
– Вена ҡалаһында тыуып үҫтем. Әле университеттың география һәм төбәк кафедраһында эшләйем. Беҙҙең уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университеты менән хеҙмәттәшлек итә. Тәүге тапҡыр Башҡортостанға коллегаларым менән килдем, төрлө тикшеренеүҙәр үткәрҙек. Артабан ниндәйҙер ауылдың тарихын, йә­шәйешен өйрәнеү теләге тыуҙы. Танышым әсәһенең адресын биргәс, Юл­дыбайға юлландым. Социаль антрополог һөнәрен үҙләштерҙем, әле докторлыҡ диссер­тацияһы өсөн төрлө мәғлүмәт йыям, – тип һөйләне ул. – Миңә бигерәк тә кис Һаҡмар йылғаһы буйында йөрөү оҡшай. Ҡоштарҙың һайрауы үҙе бер ғәжәйеп оркестрмы ни! Башҡор­т­остандың хозур тәбиғәтенә, уның эшсән, тырыш халҡына һоҡланыуымдың сиге юҡ. Ирәмәл, Яманташ тауҙарына, изге урынға – Мөжәүир хәҙрәт ҡәберенә – сәфәр ҡылырға насип булды. Бигерәк тә баш­ҡорттарҙың һабантуйы мине әсир итте. Тәүҙә Учалы районы һабантуйында ҡат­нашҡайным, быйыл иһә Йылайырҙағы халыҡ байрамын тамаша ҡылдым.
Ата-әсәһе менән донъяның күп кенә илдәрендә – Швеция, Финляндия, Нор­вегия, Германия, Бельгия, Украина, Ис­лан­дияла – булған Элизабет Офнер Башҡортостанды барыһынан да мату­рыраҡ, мөғжизәле төбәк тип иҫәпләй. Сит ил ҡунағына шулай уҡ шифалы эсемлегебеҙ ҡымыҙ, ҡаҙы, йылҡы ите, бал, сәк-сәк кеүек милли ризыҡтарыбыҙ ныҡ оҡшай. Моғайын, уның ғилми эшендә Йылайырҙың йырлы-моңло халҡы, башҡорт­тарҙың тарихы, көнкүреше хаҡында матур яҙмалар урын алыр.




Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә