Йылайыр районының “Ауыл уттары” гәзите мөхәррире Ильяс Таҡалов Юлдыбайға Австриянан Элизабет Офнерҙың килеүе хаҡында хәбәр иткәс, сит ил ҡунағы менән яҡынданыраҡ танышыу теләге тыуҙы.
Хәйер, ниндәй телдә аралашырға икән, тип оҙаҡ баш ватырға тура килмәне – Элизабет урыҫ телен бик яҡшы өйрәнгән, иркен һөйләшә. Хатта башҡортса ла әйтеп ебәрә. Был яҡтарға ул тәүгә юлланмай: дүртенсе йыл рәттән Юлдыбайға килеп, урындағы халыҡ менән танышып, аралашып, үҙенә кәрәкле мәғлүмәт туплай. Ҡулынан бер ваҡытта ла фотоаппарат төшмәй, һәр мәлде мәңгеләштерергә теләгәндәй, үҙен ҡыҙыҡһындырған бар күренеште фотоға төшөрә. Башҡорт халҡының тарихы, тормош-көнкүреше, милли ғөрөф-ғәҙәте менән яҡындан танышыу маҡсатында был төбәккә килгән Элизабет көндәлек ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй: һыйыр ҙа һауа, йорт эштәрендә лә булыша. Ул Юлдыбай ауылында йәшәгән танышының әсәһендә тора. Үҙе хаҡында һөйләүен үтенгәс, бик ҡыуанып, ихлас йылмайып риза булды яңы танышым.
– Вена ҡалаһында тыуып үҫтем. Әле университеттың география һәм төбәк кафедраһында эшләйем. Беҙҙең уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университеты менән хеҙмәттәшлек итә. Тәүге тапҡыр Башҡортостанға коллегаларым менән килдем, төрлө тикшеренеүҙәр үткәрҙек. Артабан ниндәйҙер ауылдың тарихын, йәшәйешен өйрәнеү теләге тыуҙы. Танышым әсәһенең адресын биргәс, Юлдыбайға юлландым. Социаль антрополог һөнәрен үҙләштерҙем, әле докторлыҡ диссертацияһы өсөн төрлө мәғлүмәт йыям, – тип һөйләне ул. – Миңә бигерәк тә кис Һаҡмар йылғаһы буйында йөрөү оҡшай. Ҡоштарҙың һайрауы үҙе бер ғәжәйеп оркестрмы ни! Башҡортостандың хозур тәбиғәтенә, уның эшсән, тырыш халҡына һоҡланыуымдың сиге юҡ. Ирәмәл, Яманташ тауҙарына, изге урынға – Мөжәүир хәҙрәт ҡәберенә – сәфәр ҡылырға насип булды. Бигерәк тә башҡорттарҙың һабантуйы мине әсир итте. Тәүҙә Учалы районы һабантуйында ҡатнашҡайным, быйыл иһә Йылайырҙағы халыҡ байрамын тамаша ҡылдым.
Ата-әсәһе менән донъяның күп кенә илдәрендә – Швеция, Финляндия, Норвегия, Германия, Бельгия, Украина, Исландияла – булған Элизабет Офнер Башҡортостанды барыһынан да матурыраҡ, мөғжизәле төбәк тип иҫәпләй. Сит ил ҡунағына шулай уҡ шифалы эсемлегебеҙ ҡымыҙ, ҡаҙы, йылҡы ите, бал, сәк-сәк кеүек милли ризыҡтарыбыҙ ныҡ оҡшай. Моғайын, уның ғилми эшендә Йылайырҙың йырлы-моңло халҡы, башҡорттарҙың тарихы, көнкүреше хаҡында матур яҙмалар урын алыр.