Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еңеү төҫө ниндәй ул
Еңеү төҫө ниндәй ул
Һуғыш бөттө… Беҙҙең Еңеү менән. Кешеләрҙең йонсоу, йыйырсыҡлы йөҙҙәрендә, быға тиклем ҡан һауған күҙҙәрендә йәшәүгә өмөт-шатлыҡ һыҙаттары йәшен йәшнәгәндәй ялтлап үтте. Ул шатлыҡ ниндәйерәк төҫтә ине һуң? Юҡтан да ҡыуаныс табып, ваҡытлыса балҡып һүнгән шатлыҡ түгел. Унда халыҡ хәсрәтенең һәр билдәһе бар. Ҡырыҫлыҡ та, әсе һағыш та, күңел төбөнән ҡайнап сыҡҡан һыҙланыу ҙа, аслыҡ-яланғаслыҡтан йонсоған заттың аңлатып бөтөргөһөҙ зәһәре лә булғандыр. Ике йөҙ грамм иген өсөн Себер һөрөлгән ҡатындың, балалар йортона тапшырылған сабыйҙарҙың аңлайышһыҙ нәфрәттән интеккән, ҡыуаныстың ни икәнен белмәгән һарғайып бөткән йөҙҙәре ҙур Еңеү шатлығын тоноҡландырманымы икән? Шатландыҡ һуғыштан ғәрип-гөрәбә булып ҡайтҡан батыр ир-уҙамандарыбыҙ өсөн. Яу ҡырҙарында ятып ҡалған ҡаһармандарыбыҙ өсөн күҙ йәштәребеҙҙе йоттоҡ, шатлыҡ тигән төшөнсәне, изге һүҙҙе шуның менән тоноҡланыҡ. Аслыҡтан, ҡар аҫтында ҡышлап сыҡҡан ағыулы иген башағынан ҡырылған бала-сағаларыбыҙ, апайҙар, олатайҙар рухы ул шатлыҡты ҡарайта ла төшкәндер. Һәр хәлдә күҙ йәше аша йылмайыу балҡып торған ҡояшты ла һүрәнәйткәндер.


Шулай ҙа ысын шатлыҡты кисереүсе бик аҙ булғандыр. Район үҙәгенән килгән түрәләрҙең телмәре бер ни тиклем шаштырылыуы менән һағайтты. Ҡул сабығыҙ тиһәләр, устар ҡабарғансы сәпәкәйләнек. Йырлағыҙ тиһәләр, йырлаған булдыҡ, бе­йегеҙ тиһәләр, аяҡтарҙы күберсеткәнсе бейенек. Таралышығыҙ, байрам итегеҙ, тиһә­ләр, кеше ыңғайына таралыштыҡ. Ә нимә менән һәм ни өсөн байрам итергә? Аслыҡтан ҡырылғандарҙың рухынамы, яу яланында “Сталин өсөн!” тип ауған ҡа­һар­мандар хөрмәтенәме? Һәр өйҙән ике­шәр-өсәр яугир ятып ҡалды лаһа. Үлем­де тантанаға әйләндерергәме? Нисек байрам итәйек? Һәр кемдең ауыҙын асһа, үпкәһе күренергә тора. Байрам итегеҙ тип әйтергә, берәй ризыҡ бирҙеләрме һуң? Ундай шәфҡәтлек кимәленә ил түрәләре күтәрелә алма­ғандыр, моғайын. Эй фани донъя!
Яу дауылы алты Аҙнағоловты – атайымды, ағай һәм олатайҙарымды – алып китте. “Ҡаһармандарса һуғышып һәләк бул­ды” тигән “ҡара ҡағыҙ”ҙар ғына йәне­беҙ­ҙе өттө. Шул “ҡара ҡағыҙ”ҙар шат­лыҡҡа аҙ ғына булһа ла нур сатҡыһы өҫтәй ала ине­ме? Әлбиттә, беҙ үҙебеҙҙән күпкә көслө дошманды еңдек. Был бик ҙур шат­лыҡ булғандыр. Әммә уның ҙур ҡайғы-ғәрәсәт аша яуланғанын һәр кем аңлар. Ул дауылдың еле киләсәк бер нисә быуынды дер ҡалтыратыр әле. Ҙур Еңеү ҙур шатлыҡ, ҙур ҡыуаныс та бул­ғандыр, әл­биттә. Тол әсәнең итәк сал­ғыйына йәбе­шеп ашарға һораған сабыйҙар ауазы илгә килгән шатлыҡты төҫһөҙләндергәндер, бәлки. Шатланып булмай торған шатлыҡ­тар менән, ҡыуа­ныс кисерә алмағандай хис-тойғо дауылы, ҡара күҙ йәштәре аша донъяға баҡтыҡ. Ул Бөйөк Еңеү шат­лығына ти­лергәндәр тилерҙе, илергәндәр илерҙе. Һуғыш бөтмәҫ борон яуҙа ауғандар ана ҡайтыр, бына ҡайтыр тигән өмөт сатҡыһы ла бар ине әле. Хәҙер уныһы ла юҡҡа сыҡты. Томан араһынан күренә биреп ҡалған ҡояшҡа ғына ымһынырға ҡалды, күрәһең.
Бына һуғыш бөтөр… Рәхәтләнеп йә­шәрбеҙ, тип хыяллана инек, ул хыялыбыҙ ҙа бары тик томан булған икән дә. Атай­һыҙ­ҙар “Атай!” тиеп әйтә алырмы? Әсәй­һеҙ­ҙәр кемгә “Әсәй!” тип һыйыныр? Ана шул да шатлыҡ урынына күңел төпкө­лөндәге аяныслы ҡуҙҙы ҡуҙғатты. Бөйөк Еңеү шатлығы атылған йондоҙ һымаҡ яңы әруахтар эҙләп китте һымаҡ. Ә уны эҙләп тороу кәрәкме һуң? Бына һуғыш бөтөр… Халыҡ аслыҡтан, ялан­ғаслыҡтан, өйҙәге эт бәйләһәң, торғоһоҙ һыуыҡтарҙы онотор. Ауыҙы ашҡа, өҫтө кейемгә тейенер, яу ҡырынан ир-ат ҡай­тыр, малай-шалай, бисә-сәсә, ҡарт-ҡоро ҡулынан эш төшөр. Колхозыбыҙ алға китер, бәхет-шатлыҡтарға кинәнеп кенә йәшәрбеҙ. Был инде тамам йонсоған, хәлдән тайған кешеләрҙең өмөт-ярсыҡ­тары ине.
Эйе, һуғыш бөттө. Илгә Бөйөк Еңеү килде. Халыҡ мандып йәшәй башланымы? Һуғыштан да ҡайһы бер ир-ат ҡайтты. Ир-ат тимәһәң, хәтере ҡалыр. Ауылдан яуға етмешләп һап-һау ир-егет киткәйне. Шуларҙан ни бары өс “баһадир” ғына әйләнеп ҡайтты. Берәүһенең, ташҡа үлсәйем, ике ҡулының да суғы юҡ. Хәрби әсирҙәр лагерында шулай язалағандар, үҙ иленә ҡасҡан өсөн. Икенсеһенең, әйткәндәй булмаһын, бер аяғы яу ҡырын­да ятып ҡалған. Өсөнсөһө – ҡаҡ һөйәк, үпкә ауырыуынан интегә.
Бына һуғыш бөтөр… Бөттө ул мәхшәр һуғыш. Фашистарҙы үҙ өңөндә дөмөк­төрҙөк. Халыҡ рәхәт йәшәй башланымы? Киреһенсә, яңынан билде биштән быуырға тура килде. Сәйенә ҡара күҙ йәшен тамыҙып эсте улар.
– Килен, сәйгә һыуҙы шишмәнән ал­маныңмы әллә? Ниңәлер татырлысы… – Бейеме килененә шулай тип әйткән, ти.
– Аһ-аһ, бейем, күҙҙәреңдән йәшең тама ла сәйеңә, шул татырлы итәлер. Һыуҙы ни, аш-һыуға шишмәнән генә барып алабыҙ ҙа инде, – тип яуаплаған килене. Шунан ҡосаҡлашып илаған, ти, ике тол ҡатын.
Бына бер заман ауылға Гәнин бабай килеп төшә. Ул көндәрҙә яҙғы башаҡтан ярты ауыл ҡырылғайны, халыҡ тамам бөлгәйне. Айырым-айырым ҡәбер ҡаҙып торманылар. Ҙурыраҡ соҡор яһанылар ҙа барыһын да шунда күмделәр. Гәнин бабай колхоз рәйесе булып оҙаҡ йылдар эшләне. Халыҡ үҙен ярата, ихтирам итә торғайны. Ундайҙарҙы һөйкөмлө һөйәк тиҙәр. Халыҡ белә: Гәнин бабай ауылға юҡҡа килмәй. Берәй йыйылыш үткәрергә уйлайҙыр. Колхоз бригадиры менән колхоз рәйесе мәктәпкә инеү менән ауылдың аяғына баҫҡаны, арттан шыуғаны мәк­тәпкә тулды. Төрлөсә иҫәнләшеү яңғы­раны:
– Һаумы, Гәнин ҡустым!
– Һаумы, Гәнин ҡорҙаш!
– Һаумы, Гәнин ағай!
– Һаумы, Гәнин олатай!
Гәнин ҡарт бындай ихлас иҫәнләшеүгә өйрәнеп китһә лә, күҙҙәре йәшкә тулыш­ты. Милләте буйынса урыҫ тиҙәр, әммә ул башҡортса ойотоп һөйләй, ара-тирә “значит” тигән һүҙҙе генә ҡатыштыра.
Бригадир менән ҡарашып, аҙға ғына туҡталып ҡалды ла, күптән инде парта араһынан урын алып бөткән халыҡҡа ҡарап, һүҙ башланы.
– Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле колхозсылар! Оҙон һүҙ һөйләп тормайым, значит. Ауылығыҙҙағы ҡот осҡос фажиғәләрҙе асыҡларға тырышайыҡ, – тип рәйес тәүге һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, урындан кемдер берәү торҙо. Түшендә орден-миҙал­дары бар, фронтовиктыр, күрәһең.
– Халыҡ аслыҡтан, яланғаслыҡтан, һыуыҡтан ҡырыла инде. Шуның өсөн һуғыштыҡмы беҙ?
Шунан һуң төрлө һорауҙар китте.
– Ниңә башаҡты көҙ йыйҙырмай­һы­ғыҙ? Түрә-мүрәләрҙең бала-сағаһы биҙ­рә­ләп-биҙрәләп башаҡ алып ҡайта лаһа. Беҙҙекеләрҙе ат менән баҫтырып, ҡайыҙ­лап, ауыл Советына илтеп ябалар. Улар бит фронтовик балалары. Аталары ҡайтҡас, нимә тип яуап бирер әбйәшик (объездчик) ҡарт?
– Ниңә урмансы Антон бабай утын ташыттырмай? Балталарыбыҙҙы тартып ала. Саналарыбыҙҙы тураҡлап ташлай. Һыуыҡ өйөндә туңып үлеүселәр ҙә байтаҡ булыр.
– Ауылға бына хәҙер өс йыл врач килгәне юҡ.
– Врач икмәк килтереп тоттормаҫ инде.
– Малға ашарға аҙыҡ бөткән, ә келәттә комбикорма тулып ята. Уны нимәгә һаҡларға?
– Эшкә кейеп сығырлыҡ әҙәм төҫлө кейемебеҙ ҙә юҡ. Күфәйкәләребеҙ – ҡырҡ ямау.
– Малдар күтәртә башланы. Ундай малды егеп, нисек урманға бармаҡ кәрәк?
– Бына һуғыш бөтөр, тинек. Бөйөк Еңеү килгәс, ожмахта йәшәрбеҙ һымаҡ тойолғайны.
– Сталин бабай беҙҙең ҡара ярлы­лыҡты беләме икән? Белһә, яланғас ерҙе ҡапларлыҡ берәй сепрәк-сапраҡ ебәрһен ине.
– Малдар ҡырыла. Мал духтыры килеп тә урамай.
Тағы ла әллә ниндәй һорауҙар биреп бөттө колхозсылар. Гәнин олатай улар­ҙы бүлдермәй ихлас тың­ланы. Шунан һуң яуап бирә башланы.
– Колхозда хәл аламанан да насар икән. Ауырып ятып, һеҙгә килә алмай тор­ҙом шул. Уның өсөн кисерерһегеҙ, тип уйлайым. Бер аҙна эсендә һеҙҙең ауылда нисә кеше үлгән? Бригадир, һин миңә шуны әйтеп бир әле.
– Бер утыҙлап кеше барҙыр.
– Значит, “лап” тип һөйләгән кеше ял­ҡау, тормоштағы хәл-ваҡиғаға бита­раф була. Значит, самаң самаға тура килмәй. Ә мин һиңә һәм халыҡҡа дөрөҫөн әйтеп бирәм. Ауылығыҙҙа, значит, бар­лы­ғы ҡырҡ өс кеше ҡәбергә ингән. Бөгөнгө көндөң төп бурысы шул: малды түгел, кешеләрҙе һаҡлап алып ҡалырға кәрәк иң беренсе сиратта. Шунан һуң малды хәстәрләрбеҙ. Бригадир ҡустым, калдауа­йыңда сәсеүгә төшә­сәк аттарыңа тип һалып ҡалдырылған һолоң күпме? Елгәргестән сыҡҡан азаткың нисә тонна? Һиндә көҙ сәсеп бөтөл­мәгән арышың да бар шикелле. Значит, беҙ уларҙы ха­лыҡҡа таратып бирергә тейешбеҙ. Быны мин үҙ өҫтөмә алам. Кемдәрҙең малы юҡ, ә бесәне бар. Ул бесәнде үтескә колхозға бирергә кәрәк булыр, значит. Киләһе йыл кире ҡай­та­рырбыҙ. Шулай уҡ ҡыйыҡта­рығ­ыҙҙағы һаламды ла колхоз малдарына бирер­һегеҙ. Был хәл бер быйыл түгел. Киләһе көҙгә өй баштарын матурлап үҙебеҙ ябып ҡуйыр­быҙ. Значит, былары аңлашыламы?
– Аңлашыла, аңлашыла, рәхмәт, Гә­нин бабай.
– Аңлашылһа, тағы ла, шуны әйтәм: малдарығыҙға ҡарама ҡырҡып ашатығыҙ.
– Антон бабай ҡырҡтырмаһа, ни эшләрбеҙ?
– Антон бабай бөгөндән лесниклыҡтан сығарыла. Аты, санаһы, арбаһы һәм баш­ҡа егеү ҡорамалдары, толобо колхозға ҡайтарып бирелә. Уның тураһындағы ма­териалдарҙы хөкөм органдарына тап­шыр­­ҙыҡ. Урынына кардонда йәшәгән Шма­ковты ҡуйһаҡ, һеҙ нисек ҡарай­һығыҙ?
– Ул бабай һәйбәт, беҙҙеңсә һөйләшә лә белә. Әйҙә шул лесник булһын. Беҙ риза, – тип халыҡ дәррәү ҡул сапты.
– Ағай-эне, инәйҙәр, ҡыҙҙар, – тип Гәнин олатай тағы ла һүҙ башланы. – Ә врачтарҙы ауылға ҡыуып ебә­рербеҙ, һеҙҙең бындай ауыр хәлдә йәшә­гәнегеҙҙе Иосиф Виссарионович Сталин белә. Шуға күрә, значит, һеҙгә тип резина, кирза итектәр, брезент ботинкалар, фуфайкалар, һалдат гимнастеркалары ебәр­гән. Шуларҙы таратып би­рерҙәр. Был мәсьәләне үҙем контролдә тотормон.
Шул саҡ шатлыҡлы ауаздар, маҡтау­ҙар ишетелә башланы:
Йәшәһен иптәш Сталин!
– Гәнин бабайға рәхмәт. Беҙҙе онотмай бит әле. Аллаһы Тәғәлә һаулығын бирһен.
– Рәхмәт, Гәнин ҡусты! Мең йәшә!
– Ярай, тауышты бөтөрәйек, значит. Һуғышта күпме яугиребеҙ ятып ҡалды, тылда күпме кеше аслыҡтан ҡырылды?! Быны берәй заман асыҡларҙар. Кеше ҡайҙа күберәк үлгән? Һуғыштамы, тылдамы? Башҡорттарҙа шундай әйтем бар: баш һау булһа, мал табылыр. Беҙгә халыҡты аслыҡтан, үлемдән һаҡлап алып ҡалырға кәрәк, значит. Эшсе көс кәрәк, күп кәрәк. Һуғышта ҡыйратылған донъя­ны, ҡа­лаларҙы, ауылдарҙы, завод-фабри­ка­лар­ҙы яңынан тергеҙеү өсөн бик күп сығым кәрәк. Ул һандар фронт өсөн то­тонолған сығымдарҙан, значит, бишләтә артыҡтыр. Ярай, һуғышта батырҙарса ауған ауыл­даштарығыҙҙы, ике-өс көн элек үлгән ҡан-ҡәрҙәштәрегеҙҙе бер минут тын ҡалып иҫкә алайыҡ.
Халыҡ, танауҙарын мырш-мырш тартып, урындарынан тороп баҫты. Бер аҙҙан Гәнин бабай ултырышырға ҡушты. Колхоз рәйесе һүҙен дауам итте.
– “Бына һуғыш бөтөр” тип көттөк, значит. Рәхәтлекте, тағы ла биш ҡат тир ағыҙып, үҙебеҙ яулап алырға тейешбеҙ.
Халыҡтың телендә “башаҡ”, “башаҡ ашы”, “башаҡ икмәге” тигән һүҙҙәр яңғы­рап, йыйылыш буйлап шаулап үтте. Шул саҡ Гәнин бабай бик ҡаты тыйҙы:
– Башаҡтан бешерелгән ризыҡтың ба­рыһы ла ағыулы. Кемдә әле булһа ул ризыҡ ҡалған, туғайға төшөп, тәрә­нерәк соҡор, шунда күмегеҙ. Ҡош-ҡорт ашап ағыулана күрмәһен. Ә хәҙер беҙ колхоз бригадирының, лесник Антон­дың һәм объездчиктың (баҫыу ҡара­уылсыһы) келәтен, колхоз мөгәзәйҙәрен тикшереп сығабыҙ. Берәй унлап кеше беҙгә эйәрә, ҡалғандарығыҙ мөгәзәйҙән алыҫ китмәгеҙ. Хәллерәк ике-өс малай урман ҡарауыл­сыһының, бригадирҙың, Антондың санаға егелгән аттарын беҙҙең арттан алып килһен. Ауылда ашлыҡ бар ул. Быға мин ышанам. Значит, минең әйткәндәр аңлашылалыр.
– Аңлашыла, аңлашыла, Гәнин бабай.
Бына шунан һуң һәр өйгә әҙләп булһа ла бойҙайы ла, арышы ла, тары-һолоһо ла, азаткынан (елгәргес артына йыйыл­ған сүп-сар) таҙартылған мысайы ла ки­леп инде. “Ошо булалыр инде еңеү, ошо булалыр инде байрам”, – тип күҙ йәштәре аша ҡыуанышты халыҡ. Шмаков олатай лесник булғас, халыҡ утынға ла кинәнде.
Ул саҡта миңә нисә йәш булғандыр, һәр хәлдә мәктәптә уҡымай инем әле. Хә­теремдә уйылып ҡалғандар, өлкән­дәр­ҙең өҙөк-йыртыҡ һөйләгәндәре аша күңелгә һеңгәндер, күрәһең. Гәнин бабай кеүек етәкселәр бармы бөгөн?! Еңеү байрамы алдынан пенсияны арттырҙылар. Кемгә – 70, кемгә – 83, кемгә 150 һум тейгәндер. Был аҡсаға нимә алаһың? Ҡала автобус­тарында юл хаҡын түләргә лә етмәй. Инвалидтар автобуста йөрөү өсөн бирелгән айлыҡ льготаларҙан да мәхрүм ителде. Ундайҙар тик электричкаларҙа ғына бушлай йөрөй ала, тиҙәр. Ҡала урамдарында электричкалар юҡ таһа!
Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 69 йылын бил­дә­ләнек. Һуғыш ҡырында баштарын һал­ғандарҙың улдары, ҡыҙҙары, ту­ған- тыу­масалары һаман да ярлылыҡтың сигендә йәшәй. Ҙур Еңеүҙе ана шул ярлылыҡ төҫһөҙләндермәҫме?

Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872