Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юрист кәңәштәре
Миңә нимә эшләргә?

Бер ойошмаға рәсми рәүештә эшкә урынлаштым. Күптән түгел юғарыраҡ вазифа тәҡдим иттеләр, әммә ул урындағы хеҙмәт­кәрҙең декрет ялында икәнлеген асыҡланым. Ет­мәһә, өҫтәмә хеҙмәт киле­шеүе төҙөргә ҡушалар. Быларҙың бөтәһе лә мине хәүефкә һалды. Ни эшләргә икән?


Лилиә БОҪҠОНОВА.
Белорет районы.

Был осраҡта «һеҙҙең даими эш урынығыҙ буласаҡ» тигән гарантияны бер кем дә бирә алмай, сөнки декрет ялындағы ҡатындың үҙе теләгән ваҡытта кире сығыуы ихтимал. Шулай итеп, етәксенең уны һеҙ биләгән вазифаға ҡайтарыуы мөмкин. Әгәр хакимиәт буш урын таба алмаһа, һеҙҙе эштән ебәрергә мәжбүр буласаҡтар.




Үҙең хәстәрлек күр

Ун алты йәшлек ҡыҙым хеҙмәт договоры буйынса фирмаға курьер булып эшкә урынлашты. Уға пенсия страховкаһы таныҡлығы алыу кәрәкме?


Римма Әхмәт ҡыҙы.
Өфө ҡалаһы.

Һәр кем үҙе, йәшенә ҡарамай, рәсми эшләгән ваҡытындағы мәғлүмәттәрҙең Пенсия фондының шәхси иҫәбендә дөрөҫ сағылыуы, артабан пенсия юллағанда уларҙың иҫәпкә алыныуы тураһында хәстәрлек күрергә тейеш. Ошондай иҫәп асылғанда ғына страховка таныҡлығы бирелә. Уны алыу өсөн ҡыҙығыҙ үҙе йәшәгән урыны буйынса Пенсия фонды бүлексәһенең клиенттар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итһен. Быны ул эшләгән ойошма ла атҡара ала.




Сит илгә сығармаясаҡтар

Һалым инспекцияһына 170 һумлыҡ бурысым бар. Мине судҡа биреү менән янаған хаттар даими килә. Етмәһә, танышым: «Ошо бәләкәй генә бурысың арҡаһында ҙур бәләгә тарыясаҡһың, сит илгә сығармаясаҡтар», – ти. Был дөрөҫмө?


Денис.
Бәләбәй ҡалаһы.

Танышығыҙ хаҡлы. «Баш­ҡарыу производствоһы тура­һында»ғы Закондың 67-се статьяһына ярашлы, Рәсәйҙән ситкә сығыу хоҡуғын сикләү – бурысты кире ҡайтарыу маҡ­сатындағы мәжбүри сара­ларҙың береһе. Әммә һәр нәмәнең сиге бар. Шундай бәләкәй генә сумма өсөн суд приставтары һеҙҙе ҡаты язаға тарттырмаҫ, тип уйлайым. Әммә закон уларҙы сикләмәй. Әйткәндәй, суд приставтары һалым түләмәүсене сит илгә сығыу хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр исемлегенә инде­рер алдынан бурыслыға иҫкәртеү ҡағыҙы ебәрергә тейеш. Был сумманы ирекле рәүештә биш көн эсендә түләргә кәрәк. Ошо талап үтәлмәгәндә генә мәжбүри сараларҙың тормошҡа ашы­рылыуы ихтимал.

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә