Миңә нимә эшләргә?Бер ойошмаға рәсми рәүештә эшкә урынлаштым. Күптән түгел юғарыраҡ вазифа тәҡдим иттеләр, әммә ул урындағы хеҙмәткәрҙең декрет ялында икәнлеген асыҡланым. Етмәһә, өҫтәмә хеҙмәт килешеүе төҙөргә ҡушалар. Быларҙың бөтәһе лә мине хәүефкә һалды. Ни эшләргә икән?
Лилиә БОҪҠОНОВА.Белорет районы.
Был осраҡта «һеҙҙең даими эш урынығыҙ буласаҡ» тигән гарантияны бер кем дә бирә алмай, сөнки декрет ялындағы ҡатындың үҙе теләгән ваҡытта кире сығыуы ихтимал. Шулай итеп, етәксенең уны һеҙ биләгән вазифаға ҡайтарыуы мөмкин. Әгәр хакимиәт буш урын таба алмаһа, һеҙҙе эштән ебәрергә мәжбүр буласаҡтар.
Үҙең хәстәрлек күрУн алты йәшлек ҡыҙым хеҙмәт договоры буйынса фирмаға курьер булып эшкә урынлашты. Уға пенсия страховкаһы таныҡлығы алыу кәрәкме?
Римма Әхмәт ҡыҙы.Өфө ҡалаһы.
Һәр кем үҙе, йәшенә ҡарамай, рәсми эшләгән ваҡытындағы мәғлүмәттәрҙең Пенсия фондының шәхси иҫәбендә дөрөҫ сағылыуы, артабан пенсия юллағанда уларҙың иҫәпкә алыныуы тураһында хәстәрлек күрергә тейеш. Ошондай иҫәп асылғанда ғына страховка таныҡлығы бирелә. Уны алыу өсөн ҡыҙығыҙ үҙе йәшәгән урыны буйынса Пенсия фонды бүлексәһенең клиенттар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итһен. Быны ул эшләгән ойошма ла атҡара ала.
Сит илгә сығармаясаҡтарҺалым инспекцияһына 170 һумлыҡ бурысым бар. Мине судҡа биреү менән янаған хаттар даими килә. Етмәһә, танышым: «Ошо бәләкәй генә бурысың арҡаһында ҙур бәләгә тарыясаҡһың, сит илгә сығармаясаҡтар», – ти. Был дөрөҫмө?
Денис. Бәләбәй ҡалаһы.
Танышығыҙ хаҡлы. «Башҡарыу производствоһы тураһында»ғы Закондың 67-се статьяһына ярашлы, Рәсәйҙән ситкә сығыу хоҡуғын сикләү – бурысты кире ҡайтарыу маҡсатындағы мәжбүри сараларҙың береһе. Әммә һәр нәмәнең сиге бар. Шундай бәләкәй генә сумма өсөн суд приставтары һеҙҙе ҡаты язаға тарттырмаҫ, тип уйлайым. Әммә закон уларҙы сикләмәй. Әйткәндәй, суд приставтары һалым түләмәүсене сит илгә сығыу хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр исемлегенә индерер алдынан бурыслыға иҫкәртеү ҡағыҙы ебәрергә тейеш. Был сумманы ирекле рәүештә биш көн эсендә түләргә кәрәк. Ошо талап үтәлмәгәндә генә мәжбүри сараларҙың тормошҡа ашырылыуы ихтимал.
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.