Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иң ҙур баһа – халыҡ рәхмәте
Иң ҙур баһа – халыҡ рәхмәте
Былтыр “Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү” Федераль законы үҙ көсөнә инде. Унда ҡулланылған һыу ресурстарын иҫәпләүҙе, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, һыуҙың сифатына иғтибарҙы йәлеп итеү буйынса етди талаптар ҡуйылды.


Был тарафта Дыуан районында халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү нисек тормошҡа ашырыла? Һыу ятҡылыҡтары етерлекме? “Дыуанводоканал” муниципаль унитар ойош­маһының эшмәкәрлеге менән танышҡас, төбәктә был мәсьәләләрҙең ыңғай хәл ителеүен асыҡланыҡ. Башта уҡ етәксенең кабинетында “Рәсәй лидеры-2014” дипломы күҙгә ташланды. Былтырғы эш йомғаҡтары буйынса дыуандар биш номинация буйынса Рәсәй рейтингында бишенсе урынды яулауы үҙе үк маҡтауға лайыҡ. Был төбәк һыу сығанағына бай: Йүрүҙән, Әй, тау йылғалары, шишмәләр...
Иң ҙур баһа – халыҡ рәхмәте– Халыҡты, предприятиеларҙы һыу һәм йылылыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү – беҙҙең төп бурыс, – ти предприятие етәксеһе Хәлит Ғарипов. – 80-дән ашыу кеше эшләй коллективта. 100 саҡрым оҙонлоғондағы һыу үткәргес, 16 саҡрым йылылыҡ селтәре, 12 һыу скважинаһы, дүрт ҡаҙанлыҡ, бик күп канализация торбаһы өсөн яуаплыбыҙ.
Әйткәндәй, Салауат районының Иҙелбай ауылында тыуып үҫкән Хәлит Әлтәп улы техникум тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Мәсәғүт ауылына эшкә урынлаша һәм үҙ яҙмышын ошонда таба. Төрлө хеҙмәт баҫҡыстарын үткәндән һуң бына ун йылға яҡын инде ул “Дыуанводоканал” ойошмаһын етәкләй. Уның фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән билдәләнгән.
Берҙәм, татыу коллектив эштә лә, спортта ла һынатмай. Район, тармаҡ ойошмалары араһындағы ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Бында үҙ эшенең оҫталары тупланған, авария хеҙмәте слесарҙары Михаил Петушин, Флүр Әғлетдинов, экскаваторсы Фидаил Ситдиҡов, шофер Петр Шведов хаҡында маҡтап телгә алды етәксе. Эш хаҡы ваҡытында бирелә. Һыу өсөн халыҡтан аҡса ла теүәл алып барыла.
Әлбиттә, төп бәлә – уҙған быуаттың 80-се йылдарында һалынған торба­ларҙың ныҡ иҫкереүе. Уны алмаштырыу өсөн финанс ярҙамы күрһәтелеп тора. Бынан тыш, Мәсәғүттең яңы биҫтәһендә яңы һыу үткәргес, Заречный биҫтәһендә скважина сафҡа ингән. Иң мөһиме – быйылғы ҡыш имен-аман үткән, бәлә-ҡаза күҙәтелмәгән. Ә төбәк халҡы: “Беҙҙә һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк юҡ”, – ти ҙур ҡәнәғәтләнеү менән.


Автор: Л. ФӘЙЗУЛЛИНА. Район: Дыуан районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 6

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 8

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 8

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 6

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 6

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә