Былтыр “Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү” Федераль законы үҙ көсөнә инде. Унда ҡулланылған һыу ресурстарын иҫәпләүҙе, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, һыуҙың сифатына иғтибарҙы йәлеп итеү буйынса етди талаптар ҡуйылды.
Был тарафта Дыуан районында халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү нисек тормошҡа ашырыла? Һыу ятҡылыҡтары етерлекме? “Дыуанводоканал” муниципаль унитар ойошмаһының эшмәкәрлеге менән танышҡас, төбәктә был мәсьәләләрҙең ыңғай хәл ителеүен асыҡланыҡ. Башта уҡ етәксенең кабинетында “Рәсәй лидеры-2014” дипломы күҙгә ташланды. Былтырғы эш йомғаҡтары буйынса дыуандар биш номинация буйынса Рәсәй рейтингында бишенсе урынды яулауы үҙе үк маҡтауға лайыҡ. Был төбәк һыу сығанағына бай: Йүрүҙән, Әй, тау йылғалары, шишмәләр...
– Халыҡты, предприятиеларҙы һыу һәм йылылыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү – беҙҙең төп бурыс, – ти предприятие етәксеһе Хәлит Ғарипов. – 80-дән ашыу кеше эшләй коллективта. 100 саҡрым оҙонлоғондағы һыу үткәргес, 16 саҡрым йылылыҡ селтәре, 12 һыу скважинаһы, дүрт ҡаҙанлыҡ, бик күп канализация торбаһы өсөн яуаплыбыҙ.
Әйткәндәй, Салауат районының Иҙелбай ауылында тыуып үҫкән Хәлит Әлтәп улы техникум тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Мәсәғүт ауылына эшкә урынлаша һәм үҙ яҙмышын ошонда таба. Төрлө хеҙмәт баҫҡыстарын үткәндән һуң бына ун йылға яҡын инде ул “Дыуанводоканал” ойошмаһын етәкләй. Уның фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән билдәләнгән.
Берҙәм, татыу коллектив эштә лә, спортта ла һынатмай. Район, тармаҡ ойошмалары араһындағы ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Бында үҙ эшенең оҫталары тупланған, авария хеҙмәте слесарҙары Михаил Петушин, Флүр Әғлетдинов, экскаваторсы Фидаил Ситдиҡов, шофер Петр Шведов хаҡында маҡтап телгә алды етәксе. Эш хаҡы ваҡытында бирелә. Һыу өсөн халыҡтан аҡса ла теүәл алып барыла.
Әлбиттә, төп бәлә – уҙған быуаттың 80-се йылдарында һалынған торбаларҙың ныҡ иҫкереүе. Уны алмаштырыу өсөн финанс ярҙамы күрһәтелеп тора. Бынан тыш, Мәсәғүттең яңы биҫтәһендә яңы һыу үткәргес, Заречный биҫтәһендә скважина сафҡа ингән. Иң мөһиме – быйылғы ҡыш имен-аман үткән, бәлә-ҡаза күҙәтелмәгән. Ә төбәк халҡы: “Беҙҙә һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк юҡ”, – ти ҙур ҡәнәғәтләнеү менән.