Ғалим һәм яҙыусы Әхнәф Харисовтың тыуыуына – 100 йыл
Башҡорт халҡының күренекле ғалимы, әҙәбиәтсе, фольклорсы, телсе, яҙыусы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре хаҡындағы һүҙемде Башҡортостан буйлап гөрләп үткән Салауат байрамы алдынан яҙылған шиғырымдан бер өҙөк килтереп башлағым килә:
Йыйылабыҙ йыл да Салауатҡа,
Туплай бында беҙҙе хаҡ оран.
Уяулыҡҡа беҙҙе саҡыра ул,
Берҙәмлеккә беҙҙе саҡыра.
Был мәл, гүйә, ярһыу толпарымды
Атлығыуҙан тыйып, саҡ торам,
Сал Уралда ғәййәр йәш Салауат
Дауылланып ҡалҡһа яңынан,
Башҡорт ирҙәренең ҡайһыларын
Алыр ине икән ғәскәренә,
Алыр ине икән янына?
Телгеләнгән, ағыуланған ерен
Ҡосаҡлаған саҡта,
Йөрәге янып,
Ярһығанда яңынан яраһы,
Ошондағы ҡайһы егеттәрҙе
Һайлар ине үҙенә ир – Салауат,
Итер ине тоғро яраны?
Ҙур итһә лә илде күпме мөртәт
Ир намыҫы юҡтан, баш юҡтан,
Бөтмәгәндер әле Салауаттың
Яндарына баҫыр башҡорттар.Бөгөнгө яҙмыштарҙы уҙғандарға күсереп фараз итеүҙәре ҡыйын. Ләкин мин әгәр ҙә Әхнәф Харисов ун һигеҙенсе быуатта йәшәһә, ул, моғайын, Салауат сафтарында булыр ине тип күҙ алдыма килтерәм. Хәйер, ул ғүмер буйы Салауаттар сафында булды, быуаттар төпкөлөнән хәҙергегә килеп тоташҡан ил юлын, халыҡтың, милләттең бөгөнгө һәм киләсәк яҙмышын билдәләүсе, уның рухи мираҫын туплаусы оло тарихи юлды ҡыуҙы, йөрәге менән, зиһене менән, талантлы ҡәләме менән ошо изге эшкә хеҙмәт итте. Әхнәф Харисов үҙенең күңелендә Ҡараһаҡал, Батырша, Кинйә, Салауат рухын йөрөткән шәхестәрҙән ине.
Был рух уның күңеленә сабый саҡтан уҡ ғүмерлеккә уйылып ҡалған. Әхнәф Харисов башҡорт тарихының күпме данлы һәм ҡанлы ваҡиғаларына шаһит булған Танып яҡтарында, хәҙерге Балтас районының Имән ауылында тыуып үҫкән. Ошо төбәктәге Ҡарыш ауылы башҡорт тарихына мәшһүр Батыршаны биргән. Салауат ғәскәренең оло яу урыны булған Нөркә ауылы ла Имәнгә яҡын ғына. Башҡорт шағиры Ғәли Соҡоройҙоң да тыуған төйәге бынан бик үк алыҫ түгел. Был яҡтарҙа ер һәм азатлыҡ өсөн әллә күпме күтәрелештәр уҙған быуаттың егерменсе йылдарына тиклем туҡтамаған. Кескәй Әхнәфтең донъяға күҙе асылған ваҡытта ошондай дәһшәтле ваҡиғалар, күренекле тарихи шәхестәр тураһындағы риүәйәттәрҙең тәьҫире көслө булғандыр, әлбиттә.
Әйткәндәй, ошо уҡ Имән ауылында танылған башҡорт тарихсыһы Әбүбәкер Усманов та тыуған. Был ике ғалим ауылдаштар, замандаштар ғына түгел, улар – бер үк маҡсаттар менән йәшәгән, башҡорт тарихының яңынан-яңы биттәрен ентекле өйрәнеү өсөн ғүмерҙәре буйы ижад иткән кешеләр. Бөйөк яугир һәм шағир Салауаттың тормош юлын, шиғырҙарын тәүгеләрҙән булып халыҡҡа еткереү юлында башҡарған хеҙмәттәре генә лә был ике ғалимға оло ихтирам уята.
Шәхес булараҡ рухи яҡтан да, аң-белем яғынан да иртә өлгөрөү – был Әхнәф Харисовтың байтаҡ замандаштарына хас уртаҡ сифат. Егерме бер йәшендә Харисов Башҡорт педагогия институтында уҡыта башлай. 1941 йылда Мәскәүҙә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Утыҙ дүрт йәшендә Башҡортостандың Яҙыусылар союзына етәкселек итә. Өс йылдан һуң Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының директоры итеп тәғәйенләнә һәм оҙаҡ йылдар ошо ғилми ойошмала бик күп фәнни- тикшеренеү, ойоштороу эштәре башҡара.
1963 йылда баҫылып сыҡҡан китабын Әхнәф Харисов “Әҙәби күренештәр” тип атағайны. Был китаптың “Башҡортостан гүзәле” тигән инеш һүҙе миңә ни тиклем ныҡ тәьҫир иткәне бөгөнгөләй хәтеремдә. Университетта әҙәбиәт буйынса биш йыл буйы күберәк схематик йөкмәткеле, “ағас телле” лекциялар тыңлаған, дөрөҫөрәге, шул вәғәздәрҙән уңайы килгәндә ҡасып ҡалырға тырышҡан йәш аспирант өсөн шиғыр һымаҡ яҙылған “Башҡортостан гүзәле” тигән инеш һүҙҙе уҡыу сәйер ҙә, ҡыуаныслы ла ине.
Башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш юлындағы мөһим күренештәрҙе тикшергән мәҡәләләрҙән тупланған был йыйынтыҡ үҙе лә ысын мәғәнәһендә әҙәби күренеш, ижад донъяһында оло ваҡиға ине. Ғалимдың байтаҡ мәҡәләләре, күҙәтеүҙәре, сығыштары шундай ваҡиғаға әйләнде. Уларҙың иң күренеклеһе, әлбиттә, 1965 йылда донъя күргән “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” исемле төп хеҙмәт булды.
Был хеҙмәттең айырым бүлектәре “Ағиҙел” журналының 1964-1965 йылдарҙағы алты һанында баҫылып килде һәм шунда уҡ киң ҡатлам уҡыусыларының, әҙәби һәм ғилми йәмәғәтселектең иғтибарын тартты. Ә инде монография китап булып сыҡҡас, уны юғары баһалап, үҙебеҙҙә лә, Мәскәү матбуғатында һәм башҡа урындарҙа ла әллә күпме мәҡәләләр яҙылды.
“Әҙәби күренештәр”гә инеш һүҙен Әхнәф Харисов “Был тикшеренеүсе һуңғы йылдарҙа алма баҡсаһында, алмағастар тирәһендә һирәгерәк күренә, ә күп ваҡытын китапханаларҙа һәм архивтарҙа үткәрә”, – тип тамамлап ҡуйғайны.
“Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” исемле хеҙмәт – Әхнәф Харисовтың оҙаҡ йылдарға һуҙылған ғилми эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәһе ул. Архивтарҙа, ҡулъяҙма фондтарҙа эшләүҙең ни тиклем ауыр икәнлеген ғүмерен шунда үткәргән кешеләр генә тулыһынса аңлай торғандыр. Эш, әлбиттә, көндәр буйы иҫке ҡағыҙҙар араһында саң йотоп ултырыуҙа ғына ла түгел. Ундағы ҡағыҙҙарға теркәлгән яҙмыштар, ваҡиғалар йылдар аша һине өтөп, үҙенең фажиғәләре, ут-ялҡындары менән уратып алғандай була. Шуға ла миңә архивта эҙләнеүселәрҙең хеҙмәте ҡайһы саҡта зарарлы, эҫе цехта эшләүселәрҙең хеҙмәте һымаҡ күҙ алдына баҫа.
Үҙенең остазы Әхнәф Харисов тураһындағы бер мәҡәләһен Ким Әхмәтйәнов “Олпатлыҡ” тип исемләгәйне. Ысынлап та, Әхнәф Ибраһим улы кәүҙә килбәте буйынса ла, холоҡ-фиғеле менән дә, ғилми хеҙмәттәре йәһәтенән дә олпат шәхес булды. Уның ғилми биографияһында ошо олпатлыҡтың иң тулы сағылышы – “Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы” китабы.
Милләттең рухи тамырҙарын, боронғо быуаттарҙан алып Аҡмулла, Өмөтбаев заманына тиклемге ҡатмарлы үҫеш юлын барлау эшен, туған халҡыңа мөхәббәтең ни тиклем генә ҡайнар, тоғролоғоң ни тиклем генә ныҡ булмаһын, улар менән генә атҡарып сығыу мөмкин түгел. Был эштә маҡсатҡа ирешеү өсөн зирәк аҡыл, ҙур хеҙмәт менән бергә тарихи үҫешкә киң, объектив, төплө ҡараш талап ителә.
Бер генә мәҙәниәт тә, әҙәбиәт тә юҡтан бар булмай. Барҙан юҡ булғандарын беләбеҙ, ләкин киреһенсә түгел. Хеҙмәтенең тәүге битендә үк Әхнәф Харисов милли әҙәбиәтте “елгә еленләгән, көнгә ҡолонлаған итеп ҡарарға ярамай” тип иҫкәртә.
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
(Аҙағы бар).