Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баҫмаларға ниндәй юлдан китергә?
Әле ялан батырҙары ғына түгел, матбуғат хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ҡыҙыу осор. Сер түгел, гәзит-журналға яҙылыу ауырлыҡ менән бара. Почта хеҙмәтенең был ярты йыллыҡҡа хаҡты арттырыуы редак­цияларҙың бәкәленә һуҡты. Матбуғат өлкәһендә эшләүселәрҙе борсоған мәсьә­ләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү өсөн республикаға килгән Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урын­баҫары Алексей Волиндың гәзит-журнал мөхәр­рирҙәре менән осрашыуында төп тема ошо булды.


2008 йылдан “Рәсәй почтаһы”на баҫмаларҙы таратыу өсөн Федераль ҡаҙнанан 3 миллиард һум субсидия бирелә ине. Быйыл был ярҙам туҡтатылды, шуға күрә баҫмаларға хаҡ күҙгә күренеп артты. Әммә әле Башҡортостанда хәлдәр тотороҡло, тип билдәләне Алексей Волин. Баҫмаларҙың таралыуы буйынса республикабыҙ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында беренселекте бирмәй. Тик был күрһәткес төбәк баҫмаларының ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар менән осрашмауы тураһында һөйләмәй, әлбиттә. Ҡыйынлыҡтар бар. Уларҙы бергәләп хәл итергә кәрәк. Был хаҡта “Республика Башкортостан” гәзитенең баш мөхәррире Эльза Хорева бик ентекле һөйләне.
– Ҡайһы юлды һайлаһаҡ, яңылышмаҫбыҙ икән? Уҡыусыға беҙҙең гәзит биттәрендә рәсми документтарҙың күп сығыуы оҡшамай. Барыһының да ҡыҙыҡлы, зауығына тап килгән мәҡәләләр уҡығыһы килә. Ә рәсми документтарҙы икенсе индекслы баҫмала нәшер итә башлаһаҡ, реклама биреүселәрҙе, тимәк, аҡсаны юғалтасаҡбыҙ. Хәлдәр бөгөнгөсә дауам итһә, коллективты ҡыҫҡартыу мәсьәләһе тыуасаҡ. Гәзит-журналдың халыҡҡа ваҡытында килмәүе лә бәкәлгә һуға. Ә киосктар аша гәзитте һатыу ҙур ҡыйынлыҡ менән бара, – тип, ул барлыҡ журналистарҙы борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты.
Алексей Волин иһә министрлыҡтың был мәсьәләгә ҡарашын еткерҙе һәм төбәк баҫмаларын һаҡлап ҡалыу юлдарын барланы.



Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә